Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бүләккә крокодил алып ҡайтмағыҙ
Таиландҡа ялға осҡан егет дуҫына сувенир итеп киптерелгән крокодил һынын алып ҡайта. Сит илдә был хайуан байлыҡ, муллыҡ ылыҡтырыу билдәһе һанала. Ләкин “Өфө” аэропортына килеп төшкәс, крокодилды таможня хеҙмәткәрҙәре алып ҡала. Бындай хәлдәр йыш була. Сит илгә барған халыҡ иҫтәлеккә тип нимә генә алмай! Гөбөргәйелдәр, һирәк осрай торған үҫемлектәр, һалҡын ҡорал... Әммә быларҙың барыһына ла тейешле документтар булырға тейеш. Ошо хаҡта онотмағыҙ.

Таможня хеҙмәте хаҡында Башҡорт­остан таможняһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Юрий Соколов:
— Беҙҙең өсөн йыл ғәҙәттәгесә булды, – тип белдерҙе. – Башҡортостанда ете таможня посы бар: “Өфө” аэропорты, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Туймазы һәм Башҡортостан таможня­һында электрон декларациялау үҙәктәре. Тышҡы сауҙа әйләнеше 2 миллиард 429 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 1 миллиард 719 миллион долларҙан ашыуы — экспортҡа, 709,8 миллион доллары импортҡа тура килә. Федераль ҡаҙнаға 6 миллиард 368 миллион һум аҡса күсереүгә өлгәштек.
Юрий Владимирович бил­дәләүенсә, төбәктә таможня закондарын боҙоу осраҡтары кәмегән. Былтыр был йәһәттән бер меңдән ашыу хәл теркәлгән, 18 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Халыҡ-ара почта хеҙмәте аша наркотик матдәләр ебәреү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман дауам итә икән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йыш ҡына рейдтар ойоштороу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Шулай уҡ таможня һалымы түләнмәгән автомобилде һатып алыусылар аҡсаһынан да, машинаһынан да ҡолаҡ ҡағасағын иҫкәртә хоҡуҡ һаҡсылары.
Баш­ҡорт­остан таможняһы мәрхәмәтлек менән әүҙем шөғөлләнә. Имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә, матди яҡтан мохтажлыҡ кисергәндәргә йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙалар. Өфө районының Чесноковка ауылындағы балалар йортонда күңелле Яңы йыл байрамы ойошторғандар.
Ә инде сит илдән индерелгән алты крокодил һынын БДУ-ның музейына бүләк иткәндәр.



Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә