Бүләккә крокодил алып ҡайтмағыҙ28.01.2015
Таиландҡа ялға осҡан егет дуҫына сувенир итеп киптерелгән крокодил һынын алып ҡайта. Сит илдә был хайуан байлыҡ, муллыҡ ылыҡтырыу билдәһе һанала. Ләкин “Өфө” аэропортына килеп төшкәс, крокодилды таможня хеҙмәткәрҙәре алып ҡала. Бындай хәлдәр йыш була. Сит илгә барған халыҡ иҫтәлеккә тип нимә генә алмай! Гөбөргәйелдәр, һирәк осрай торған үҫемлектәр, һалҡын ҡорал... Әммә быларҙың барыһына ла тейешле документтар булырға тейеш. Ошо хаҡта онотмағыҙ.
Таможня хеҙмәте хаҡында Башҡортостан таможняһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Юрий Соколов:
— Беҙҙең өсөн йыл ғәҙәттәгесә булды, – тип белдерҙе. – Башҡортостанда ете таможня посы бар: “Өфө” аэропорты, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Туймазы һәм Башҡортостан таможняһында электрон декларациялау үҙәктәре. Тышҡы сауҙа әйләнеше 2 миллиард 429 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 1 миллиард 719 миллион долларҙан ашыуы — экспортҡа, 709,8 миллион доллары импортҡа тура килә. Федераль ҡаҙнаға 6 миллиард 368 миллион һум аҡса күсереүгә өлгәштек.
Юрий Владимирович билдәләүенсә, төбәктә таможня закондарын боҙоу осраҡтары кәмегән. Былтыр был йәһәттән бер меңдән ашыу хәл теркәлгән, 18 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Халыҡ-ара почта хеҙмәте аша наркотик матдәләр ебәреү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман дауам итә икән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йыш ҡына рейдтар ойоштороу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Шулай уҡ таможня һалымы түләнмәгән автомобилде һатып алыусылар аҡсаһынан да, машинаһынан да ҡолаҡ ҡағасағын иҫкәртә хоҡуҡ һаҡсылары.
Башҡортостан таможняһы мәрхәмәтлек менән әүҙем шөғөлләнә. Имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә, матди яҡтан мохтажлыҡ кисергәндәргә йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙалар. Өфө районының Чесноковка ауылындағы балалар йортонда күңелле Яңы йыл байрамы ойошторғандар.
Ә инде сит илдән индерелгән алты крокодил һынын БДУ-ның музейына бүләк иткәндәр.