Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөгөнгө менән йәшәргә!
Бөгөнгө менән йәшәргә! Баҙар рәттәре буйлап үткәндә был мөләйем йөҙлө апайға иғтибар итмәй ҡалмайым. Юҡ, ҡыйыуыраҡ, әрһеҙерәк башҡа һатыусылар һымаҡ әллә ҡайҙан саҡырып тормай ул. Киреһенсә, уларҙан айырмалы өнһөҙ генә, эскерһеҙ күҙ ҡараштары менән үҙенә йәлеп итә. Ә күҙҙәре уның, ысынлап та, бик матур. Төпһөҙ зәңгәр күк киңлегенең төҫөндә улар. Балаларса бер ҡатлылыҡ, ихласлыҡ менән арбап, шул уҡ ваҡытта кешене үтәнән-үтә күргән һымаҡ та ул. Емеш-еләк кәрәк булһа, тик унан ғына алырға тырышам. Һайлап, үлсәп, иҫәпләшкән арала уның күп мәғлүмәтле булыуын беләһең. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләмәй ул. Эш хаҡы һатҡан емешенең күләменә бәйле булһа ла, бер ҡасан да тауарын көсләп таҡмай. Киреһенсә, миҙгеленә, емешенә, сортына ҡарап, теге йәки был йәшелсә йә еләк-емеште алырға тыя. Диңгеҙ аръяғынан килгән аллы-гөллө еләктәрҙең урындағы халыҡ организмына файҙа килтермәүе тураһында ла иҫкәртә.

– Иң яҡшыһы – үҙебеҙҙә үҫкәне, – ти ул. – Элек-электән грейпфрут, әфлисун кеүек ситтән килте­релгән емештәр менән туҡланып үҫмәгәс, улар беҙҙең ҡанда юҡ, шуға күрә ашағандан һуң күптәрҙә аллергия барлыҡҡа килә.
Һиҙемләүемсә, был апай, ысынлап та, бик күҙә­теүсән, һынсыл һәм иғтибарлы ла.
– Һатып алыусылар араһында төрлө кеше осрай, – ти ул. – Уларҙы шартлыса өс төркөмгә бүләм. Үткәне, иртәгәһе һәм бөгөнгөһө менән йәшәүселәр.
Үткәне менән йәшәгәндәр, ғәҙәттә, хәти­рәләргә, иҫ­тәлектәргә бирелергә ярата, элеккене һағынып иҫкә ала. Ундайҙарҙың йөҙө һәр ваҡыт һағышлы. Иҫләй торған ыңғай ваҡиғалар булһа, бик яҡшы, әл­биттә, сөнки һәр кемдең тормошо – үҙе бер тарих. Әммә уларҙы һәр ваҡыт хәтергә төшөрөп торорға кәрәкме икән? Йәшлекте бит барыбер кире ҡай­тарып булмай. Хәйер, ундайҙар араһында күберәк яҙмы­шына үкенгәндәр күберәк шул. Үткән­дәр­ҙән һабаҡ алырға мөмкин, әммә уҙған тормош менән бөгөн бәхетле булып булмай.
Иртәгәһе көн менән йәшәүселәр ҙә байтаҡ ара­быҙҙа. Ундайҙар иһә алдын­дағы эште, ҡаршы­һын­дағы кешене күрмәй. Улар бөтә изге уй-ниәттәрен иртәгәгә ҡалдыра. Үҙҙәрен килә­сәктә бәхетле, бай, уңышлы итеп күҙ алдына килтерә. Бөгөнгө тормошон улар ҡараламала йәшәгән йәки сәхнәлә репетиция яһаған һымаҡ хис итә. Шуға ла бөтә эшен иртәгәгә ҡалдыра. Ундайҙар аҙна һайын йәки ай һайын, Яңы йыл һайын “иртәгәнән башлап иртәнге зарядка яһаясаҡмын”, “иртәгәнән башлап үҙемде йәл­ләмәй эшләйәсәкмен”, “иртә­гәнән башлап изге эште күберәк ҡыла­саҡмын”, “иртәгәнән башлап китап уҡый башлаясаҡмын”, ”иртәгәнән башлап...” тигән ҡуҡырыҡ ниәт менән йәшәй. Көн артынан көн үтә, йыл үтә. Иртәнсәк физ­заряд­ка ла яһалмай, изге эштәр ҙә ҡы­лын­май, алынған китаптар ҙа уҡылмай тағы бер көн, ай, йыл уҙа... Бындай кате­горияға ҡарағандарҙы мин бөгөн йәшәмәй, иртәгәгә йәшәргә әҙер­лән­гән һымаҡ күрәм. Шулай итеп, иртәгәһе көндө көтөп, үҙҙәрен бөгөн уңышлы, бәхетле булыуҙан мәхрүм итәләр.
Бик аҙҙар ғына бөгөнгө менән йәшәй. Ундайҙар тәү­геләрҙән шуныһы менән айырыла: йө­ҙҙәрен­дә ышаныс, ихласлыҡ той­ғоһо һирпелә. Ашыҡмайҙар, аҙымдары һәлмәк, ышаныслы. Улар бөгөнгө менән йәшәй, бөгөнгөһө менән бәхетле. Үҙен эргә-тирә­һендәгеләр менән тиң, тәбиғи тота. Өҫтөнлөк тойғоһо ла, кәмһенеү ҙә кисер­мәй­ҙәр. Улар бер кемгә, бер нәмәгә зарланмай, көн­ләш­мәй. Бөгөн башҡара алған эшен иртәгәгә ҡал­дырмай, үҙенең эшенән, тормошонан ләззәт ала. Ундай­ҙарҙың күңеле һәр ваҡыт киң, кәйефе күтәренке.
Бөгөнгөһө менән йәшәгәндәрҙе хеҙмәт­ләнде­реүе лә еңел. Улар үҙҙәренә бөгөн нимә кәрәк­леген яҡшы белә, күңеле нимә теләгәнде аңлай. Үткәне йәки иртәгәһе көн менән йәшәүселәр иһә емеш-еләкте еҫкәп, ҡапшап ҡарағандан һуң да үҙҙәренә нимә кәрәклеген белмәй аҙарына. Ундайҙар, ысын мәғәнәһендә, йәл...




Автор: Лена АБДРАХМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә