Баҙар рәттәре буйлап үткәндә был мөләйем йөҙлө апайға иғтибар итмәй ҡалмайым. Юҡ, ҡыйыуыраҡ, әрһеҙерәк башҡа һатыусылар һымаҡ әллә ҡайҙан саҡырып тормай ул. Киреһенсә, уларҙан айырмалы өнһөҙ генә, эскерһеҙ күҙ ҡараштары менән үҙенә йәлеп итә. Ә күҙҙәре уның, ысынлап та, бик матур. Төпһөҙ зәңгәр күк киңлегенең төҫөндә улар. Балаларса бер ҡатлылыҡ, ихласлыҡ менән арбап, шул уҡ ваҡытта кешене үтәнән-үтә күргән һымаҡ та ул. Емеш-еләк кәрәк булһа, тик унан ғына алырға тырышам. Һайлап, үлсәп, иҫәпләшкән арала уның күп мәғлүмәтле булыуын беләһең. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләмәй ул. Эш хаҡы һатҡан емешенең күләменә бәйле булһа ла, бер ҡасан да тауарын көсләп таҡмай. Киреһенсә, миҙгеленә, емешенә, сортына ҡарап, теге йәки был йәшелсә йә еләк-емеште алырға тыя. Диңгеҙ аръяғынан килгән аллы-гөллө еләктәрҙең урындағы халыҡ организмына файҙа килтермәүе тураһында ла иҫкәртә. – Иң яҡшыһы – үҙебеҙҙә үҫкәне, – ти ул. – Элек-электән грейпфрут, әфлисун кеүек ситтән килтерелгән емештәр менән туҡланып үҫмәгәс, улар беҙҙең ҡанда юҡ, шуға күрә ашағандан һуң күптәрҙә аллергия барлыҡҡа килә.
Һиҙемләүемсә, был апай, ысынлап та, бик күҙәтеүсән, һынсыл һәм иғтибарлы ла.
– Һатып алыусылар араһында төрлө кеше осрай, – ти ул. – Уларҙы шартлыса өс төркөмгә бүләм. Үткәне, иртәгәһе һәм бөгөнгөһө менән йәшәүселәр.
Үткәне менән йәшәгәндәр, ғәҙәттә, хәтирәләргә, иҫтәлектәргә бирелергә ярата, элеккене һағынып иҫкә ала. Ундайҙарҙың йөҙө һәр ваҡыт һағышлы. Иҫләй торған ыңғай ваҡиғалар булһа, бик яҡшы, әлбиттә, сөнки һәр кемдең тормошо – үҙе бер тарих. Әммә уларҙы һәр ваҡыт хәтергә төшөрөп торорға кәрәкме икән? Йәшлекте бит барыбер кире ҡайтарып булмай. Хәйер, ундайҙар араһында күберәк яҙмышына үкенгәндәр күберәк шул. Үткәндәрҙән һабаҡ алырға мөмкин, әммә уҙған тормош менән бөгөн бәхетле булып булмай.
Иртәгәһе көн менән йәшәүселәр ҙә байтаҡ арабыҙҙа. Ундайҙар иһә алдындағы эште, ҡаршыһындағы кешене күрмәй. Улар бөтә изге уй-ниәттәрен иртәгәгә ҡалдыра. Үҙҙәрен киләсәктә бәхетле, бай, уңышлы итеп күҙ алдына килтерә. Бөгөнгө тормошон улар ҡараламала йәшәгән йәки сәхнәлә репетиция яһаған һымаҡ хис итә. Шуға ла бөтә эшен иртәгәгә ҡалдыра. Ундайҙар аҙна һайын йәки ай һайын, Яңы йыл һайын “иртәгәнән башлап иртәнге зарядка яһаясаҡмын”, “иртәгәнән башлап үҙемде йәлләмәй эшләйәсәкмен”, “иртәгәнән башлап изге эште күберәк ҡыласаҡмын”, “иртәгәнән башлап китап уҡый башлаясаҡмын”, ”иртәгәнән башлап...” тигән ҡуҡырыҡ ниәт менән йәшәй. Көн артынан көн үтә, йыл үтә. Иртәнсәк физзарядка ла яһалмай, изге эштәр ҙә ҡылынмай, алынған китаптар ҙа уҡылмай тағы бер көн, ай, йыл уҙа... Бындай категорияға ҡарағандарҙы мин бөгөн йәшәмәй, иртәгәгә йәшәргә әҙерләнгән һымаҡ күрәм. Шулай итеп, иртәгәһе көндө көтөп, үҙҙәрен бөгөн уңышлы, бәхетле булыуҙан мәхрүм итәләр.
Бик аҙҙар ғына бөгөнгө менән йәшәй. Ундайҙар тәүгеләрҙән шуныһы менән айырыла: йөҙҙәрендә ышаныс, ихласлыҡ тойғоһо һирпелә. Ашыҡмайҙар, аҙымдары һәлмәк, ышаныслы. Улар бөгөнгө менән йәшәй, бөгөнгөһө менән бәхетле. Үҙен эргә-тирәһендәгеләр менән тиң, тәбиғи тота. Өҫтөнлөк тойғоһо ла, кәмһенеү ҙә кисермәйҙәр. Улар бер кемгә, бер нәмәгә зарланмай, көнләшмәй. Бөгөн башҡара алған эшен иртәгәгә ҡалдырмай, үҙенең эшенән, тормошонан ләззәт ала. Ундайҙарҙың күңеле һәр ваҡыт киң, кәйефе күтәренке.
Бөгөнгөһө менән йәшәгәндәрҙе хеҙмәтләндереүе лә еңел. Улар үҙҙәренә бөгөн нимә кәрәклеген яҡшы белә, күңеле нимә теләгәнде аңлай. Үткәне йәки иртәгәһе көн менән йәшәүселәр иһә емеш-еләкте еҫкәп, ҡапшап ҡарағандан һуң да үҙҙәренә нимә кәрәклеген белмәй аҙарына. Ундайҙар, ысын мәғәнәһендә, йәл...