Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Файҙаланып ҡалығыҙ
Файҙаланып ҡалығыҙ Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль йүнселлеккә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрө — субсидия биреү хаҡында хәбәр иткәйне инде.


Был субсидияны алыу өсөн эш­ҡы­уарҙарға түбәндәге шарттарҙың бере­һен үтәү зарур. Йүнселдәр инва­лид­тарҙы, ете йәшкә тиклемге балалы ҡатын­дарҙы, етемдәрҙе, балалар йорт­тарын­да тәрбиәләнгәндәрҙе, пенсия йә­шен­дәгеләрҙе, ауыр хәлгә тарыған­дарҙы, иректән мәхрүм ителеү урындарынан сығарылған кешеләрҙе эш менән тәьмин итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр араһында ошо төркөмгә ингән кешеләрҙең исемлек­тәге уртаса һаны кәмендә – 50 процент, ә хеҙмәткә түләү фондында улар­ҙың өлөшө кәмендә 25 процент тәшкил итергә тейеш.
Икенсе шарт – улар эшмәкәрлектең билдәле бер өлкәләрендә хеҙмәт күрһәтергә тейеш. Бындай эшмәкәр­лек­тең һөнәри йүнәлеш биреүгә, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү (шул иҫәптән социаль яҡтан яҡланмаған кешеләр төркөмөнә ингәндәргә); социаль йәһәттән яҡланмаған граждандар төркөмөнә ингән кешеләрҙе, балалы ғаиләләрҙе һаулыҡ һаҡлау, физик культура һәм күмәк спорт өлкәһендә социаль хеҙмәтләндереү, балалар һәм йәштәр түңәрәктәрендә, секция­ларҙа, студияларҙа дәрестәр ойоштороу; социаль туризмды үҫтереү; тә­би­ғәт ҡазалары, экологик, техноген йәки башҡа фажиғәләр, социаль, мил­ли, дини низағтар һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә, ҡасаҡтарға һәм ирекһеҙ­ҙән күсеп килеүселәргә ярҙам күрһә­теү; медицина техникаһы, про­тез-орто­пе­дия әйберҙәре, шулай уҡ техник саралар, автомототранспорт, инва­лид­лыҡты иҫкәртеү йәки инвалид­тар­ҙы реабилитациялау өсөн файҙа­ла­ныр­лыҡ материалдар етештереү һәм һа­тыу; мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеген тәьмин итеү; социаль йәһәттән яҡлан­маған граждандар төркөмөнә ингән кеше­ләргә белем биреү; ошондай төр­көмгә ҡараған граждандарҙы, шулай уҡ хо­лоҡ төҙәтеү урындарынан сыҡ­ҡан ке­шеләрҙе, наркоманиянан һәм эс­ке­лектән яфаланғандарҙы әүҙем социаль эшмәкәрлеккә йәлеп итеү инә.
Субсидия социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү проектын тормошҡа ашы­рыу­ға бәйле айырым маҡсатлы сығым­дар­ҙы өлөшләтә финанслау шарты менән бирелә. Эшҡыуарлыҡ субъекты алынған субсидия күләменең кәмендә 15 процентын финансларға тейеш.
Финанс ярҙамының ошо төрөн алыуға ғаризалар ҡабул итеү датаһы һәм урыны хаҡында өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк.


Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә