Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль йүнселлеккә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрө — субсидия биреү хаҡында хәбәр иткәйне инде. Был субсидияны алыу өсөн эшҡыуарҙарға түбәндәге шарттарҙың береһен үтәү зарур. Йүнселдәр инвалидтарҙы, ете йәшкә тиклемге балалы ҡатындарҙы, етемдәрҙе, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәрҙе, пенсия йәшендәгеләрҙе, ауыр хәлгә тарығандарҙы, иректән мәхрүм ителеү урындарынан сығарылған кешеләрҙе эш менән тәьмин итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр араһында ошо төркөмгә ингән кешеләрҙең исемлектәге уртаса һаны кәмендә – 50 процент, ә хеҙмәткә түләү фондында уларҙың өлөшө кәмендә 25 процент тәшкил итергә тейеш.
Икенсе шарт – улар эшмәкәрлектең билдәле бер өлкәләрендә хеҙмәт күрһәтергә тейеш. Бындай эшмәкәрлектең һөнәри йүнәлеш биреүгә, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү (шул иҫәптән социаль яҡтан яҡланмаған кешеләр төркөмөнә ингәндәргә); социаль йәһәттән яҡланмаған граждандар төркөмөнә ингән кешеләрҙе, балалы ғаиләләрҙе һаулыҡ һаҡлау, физик культура һәм күмәк спорт өлкәһендә социаль хеҙмәтләндереү, балалар һәм йәштәр түңәрәктәрендә, секцияларҙа, студияларҙа дәрестәр ойоштороу; социаль туризмды үҫтереү; тәбиғәт ҡазалары, экологик, техноген йәки башҡа фажиғәләр, социаль, милли, дини низағтар һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә, ҡасаҡтарға һәм ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә ярҙам күрһәтеү; медицина техникаһы, протез-ортопедия әйберҙәре, шулай уҡ техник саралар, автомототранспорт, инвалидлыҡты иҫкәртеү йәки инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн файҙаланырлыҡ материалдар етештереү һәм һатыу; мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеген тәьмин итеү; социаль йәһәттән яҡланмаған граждандар төркөмөнә ингән кешеләргә белем биреү; ошондай төркөмгә ҡараған граждандарҙы, шулай уҡ холоҡ төҙәтеү урындарынан сыҡҡан кешеләрҙе, наркоманиянан һәм эскелектән яфаланғандарҙы әүҙем социаль эшмәкәрлеккә йәлеп итеү инә.
Субсидия социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү проектын тормошҡа ашырыуға бәйле айырым маҡсатлы сығымдарҙы өлөшләтә финанслау шарты менән бирелә. Эшҡыуарлыҡ субъекты алынған субсидия күләменең кәмендә 15 процентын финансларға тейеш.
Финанс ярҙамының ошо төрөн алыуға ғаризалар ҡабул итеү датаһы һәм урыны хаҡында өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк.