Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулынан килә, хуп!
Район хакимиәтендә Азамат Сәйфетдинов тураһында:
– Уға өмөтөбөҙ ҙур. Үҙ эшен асырға теләк белдергәс, хупланыҡ ҡына. Афарин, юл буйҙарындағы ағас һыҙаттарын таҙартты. Һайлаған йүнәлеше буйынса әүҙем генә шөғөлләнеп китте, етмәһә, һигеҙ кеше өсөн эш урыны булдырҙы, — тигәнде ишеткәс, булдыҡлылығы, етдилеге йөҙөндә сағылып торған ир-уҙаман менән ҡыҙыҡһыныу арта төштө.


Ҡулынан эш килһә лә, һүҙгә һара­ныраҡ булып сыҡты ул. Уның ҡарауы, ағас эшкәртеү цехының геүләп торған сағы ине. Өс хеҙмәткәрҙең йыуан-йыуан ағастарҙы төҙөлөш материалына әүерелдереүен бер аҙ күҙәтеп торҙоҡ. Был эш тәү ҡарауға анһат ҡына күренһә лә, таһыллыҡ та, тәжрибә лә кәрәк икән шул. Ҡеүәтле ҡорамал менән оҫта һәм һаҡ ҡыланмаһаң, ағасыңдың яраҡһыҙ­ланыуы йә иһә үҙеңдең зыян күреүең ихтимал. Ә Азаматтың егеттәре алты-ете метрлыҡ ағастан һә тигәнсә төҙөлөш материалы әҙерләп тә ҡуйҙы.
Баҙар иҡтисады күптәрҙе ауыр һы­науға дусар итте. Һөҙөмтәлә улар үҙ­ҙәрен ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалғандай тойҙо. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр әллә күпме һәләтен асып ғәжәп итте. Азамат Сәйфетдиновҡа ҡарата ла шуны әйтергә мөмкин. Юғары белемле белгес ул, әммә башҡа йүнәлештә үҙен һынай. Тәүге мәлдә төҙөлөштә эшләп бер аҙ тәжрибә туплай, ә йөк машинаһы һатып алғас, ағас эшкәртеүгә тотона.
– Ауыр мәлдәр була инде ул. Ташларға уҡталған саҡтар ҙа юҡ түгел. Барыбер ҡайҙалыр эшләргә кәрәк бит тип уйланаһың да тырышыуыңды дауам итәһең. Шуныһы йәл: беҙҙең яҡта төҙөлөш өсөн яраҡлы ағас юҡ. Шуға күрә Бөрйәндән һатып алырға тура килә. Хәҙер диләнкә юллау ҙа мәшәҡәтле. Иң мөһиме — заказсылар ҡәнәғәт. “Егеттәр, цех булдырып һәйбәт иттегеҙ, юғиһә ҡайҙан алыр инек таҡта кеүек кәрәк-яраҡты”, — тиҙәр. Ошондай ҡеүәтләү һүҙҙәрен ишетһәң, тағы дәртләнеп китәһең, — ти Азамат.
Өс йыл элек тәүәккәлләп тотонған ул ағас эшкәртеүгә. Ҡыш ихтыяж аҙ булыу сәбәпле ял тейһә лә, көндәр йылыныу менән мәшәҡәт арта, буш ваҡыт бик эләкмәй, ти. Заказ буйынса йорт-комплект, мунса, таҡта әҙерләп бирәләр. Штакетник та үтемле тауар. Халыҡ хәҙер йорт-ҡураһын яңыртырға тырыша, шуға ла ағас эшкәртеү цехының үҙҙәре йәшәгән урында булыуы һәйбәт. Теләһәләр, өйҙәренә тиклем илтеп бирәләр. Киләсәктә эштәрен киңәйтергә иҫәптәре.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә