Ҡулынан килә, хуп!24.01.2015
Район хакимиәтендә Азамат Сәйфетдинов тураһында:
– Уға өмөтөбөҙ ҙур. Үҙ эшен асырға теләк белдергәс, хупланыҡ ҡына. Афарин, юл буйҙарындағы ағас һыҙаттарын таҙартты. Һайлаған йүнәлеше буйынса әүҙем генә шөғөлләнеп китте, етмәһә, һигеҙ кеше өсөн эш урыны булдырҙы, — тигәнде ишеткәс, булдыҡлылығы, етдилеге йөҙөндә сағылып торған ир-уҙаман менән ҡыҙыҡһыныу арта төштө.
Ҡулынан эш килһә лә, һүҙгә һараныраҡ булып сыҡты ул. Уның ҡарауы, ағас эшкәртеү цехының геүләп торған сағы ине. Өс хеҙмәткәрҙең йыуан-йыуан ағастарҙы төҙөлөш материалына әүерелдереүен бер аҙ күҙәтеп торҙоҡ. Был эш тәү ҡарауға анһат ҡына күренһә лә, таһыллыҡ та, тәжрибә лә кәрәк икән шул. Ҡеүәтле ҡорамал менән оҫта һәм һаҡ ҡыланмаһаң, ағасыңдың яраҡһыҙланыуы йә иһә үҙеңдең зыян күреүең ихтимал. Ә Азаматтың егеттәре алты-ете метрлыҡ ағастан һә тигәнсә төҙөлөш материалы әҙерләп тә ҡуйҙы.
Баҙар иҡтисады күптәрҙе ауыр һынауға дусар итте. Һөҙөмтәлә улар үҙҙәрен ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалғандай тойҙо. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр әллә күпме һәләтен асып ғәжәп итте. Азамат Сәйфетдиновҡа ҡарата ла шуны әйтергә мөмкин. Юғары белемле белгес ул, әммә башҡа йүнәлештә үҙен һынай. Тәүге мәлдә төҙөлөштә эшләп бер аҙ тәжрибә туплай, ә йөк машинаһы һатып алғас, ағас эшкәртеүгә тотона.
– Ауыр мәлдәр була инде ул. Ташларға уҡталған саҡтар ҙа юҡ түгел. Барыбер ҡайҙалыр эшләргә кәрәк бит тип уйланаһың да тырышыуыңды дауам итәһең. Шуныһы йәл: беҙҙең яҡта төҙөлөш өсөн яраҡлы ағас юҡ. Шуға күрә Бөрйәндән һатып алырға тура килә. Хәҙер диләнкә юллау ҙа мәшәҡәтле. Иң мөһиме — заказсылар ҡәнәғәт. “Егеттәр, цех булдырып һәйбәт иттегеҙ, юғиһә ҡайҙан алыр инек таҡта кеүек кәрәк-яраҡты”, — тиҙәр. Ошондай ҡеүәтләү һүҙҙәрен ишетһәң, тағы дәртләнеп китәһең, — ти Азамат.
Өс йыл элек тәүәккәлләп тотонған ул ағас эшкәртеүгә. Ҡыш ихтыяж аҙ булыу сәбәпле ял тейһә лә, көндәр йылыныу менән мәшәҡәт арта, буш ваҡыт бик эләкмәй, ти. Заказ буйынса йорт-комплект, мунса, таҡта әҙерләп бирәләр. Штакетник та үтемле тауар. Халыҡ хәҙер йорт-ҡураһын яңыртырға тырыша, шуға ла ағас эшкәртеү цехының үҙҙәре йәшәгән урында булыуы һәйбәт. Теләһәләр, өйҙәренә тиклем илтеп бирәләр. Киләсәктә эштәрен киңәйтергә иҫәптәре.