Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ялған “аш тәмләткес”, йәки Спайс эҙемтәләре
Ялған “аш тәмләткес”,  йәки Спайс эҙемтәләре Белгестәр фекеренсә, наркоманияның барлыҡҡа килеүендә биологик, психологик, мәҙәни һәм социаль факторҙар ҙур роль уйнай. Элегерәк наркотик ҡулла­ныуҙың төп “маҡсаты” ауыр хис-тойғо­нан, физик арыуҙан, күңелһеҙ­лектән, яңғыҙлыҡтан, борсолоуҙан ҡотолоу булһа, бөгөн иһә ләззәт кисереү теләге алға килеп баҫа.

Кеше йәшәйештең ҡайһы ғына осоронда, донъяның ниндәй генә төбә­гендә булмаһын, һәр саҡ еңеллек эҙләй. Еңел хеҙмәт, еңел аҡса, еңел ваҡыт уҙғарыу... Ә төплө уйлап, күркәм маҡсат менән башҡарылған эш байтаҡ көс талап итә, арыта. Бөгөн еңел юл менән ҡулға аҡса төшөрөргә хыялланған кешеләргә халыҡтың һаулығын, аңын ҡаҡшатыу бер ни тормай. Матди байлыҡ артынан ҡыуып, мәкер һаҙлығына батыу күренештәре лә юҡ түгел. Зиһенгә ваҡытлыса ләззәт биреп, сәләмәтлеккә аяуһыҙ йоғонто яһаған “спайс” та – быға аныҡ миҫал.
“Spice” һүҙе инглиз теленән “аш тәмләткес” тип тәржемә ителә. Химик матдә ҡушылған үлән тип һатылған синтетик ҡатнашманың кеше психика­һына тәьҫире аяныслы, ҡурҡыныс. Спайсты Европа илдәрендә 2006 йылда хуш еҫле әйбер тип алдап, Интернет-магазиндар аша һатыуға сығаралар. 2008 йылда был тартыу ҡатнашмаһының составы тәбиғи үҫем­лектәрҙән түгел, ә марихуананың төп матдәһе тетрагидро­каннабинол­дың синтетик аналогтарынан яһал­ған­лығы асыҡлана. Улар иһә бөгөн Рәсәйҙә, Америка Ҡушма Штаттарын­да, Евросоюздың байтаҡ илдәрендә тыйылған.
Йәштәрҙе спайс ҡулланыуға нимә мәжбүр итә? Улар үҙ ҡулдары менән һаулығына шаҡтай зарар килтереүе хаҡында беләме? Был насар ғәҙәттән ҡотолоу юлдары бармы? Республика наркология диспансерының Медицина һәм социаль реабилитация бүлеге мөдире Ромул Рим улы Йосопов:
– Интернет селтәрендә барған әүҙем рекламаға алданып, йәштәр спайс менән мауыға, йәнәһе лә, уның ярҙамында күңелен тынысландыра, хәүефһеҙлек тойғоһон кисерә.
Ябай хуш еҫле үләнгә синтетик мат­дәләр ҡушып эшлән­гән “ағыу” тиҙ арала кешене һантыйға әй­ләндерә, илертә. Спайс тартҡан­дар­ҙың ҡан баҫымы күтә­релә, хәтере юйыла, аң кимәле, иғтибар­лығы кәмей. Һаулыҡ­ҡа ҙур зыян килә: ҡан тамырҙары, тын ҡы­ҫылыу сәбәпле, баш мейеһенең күҙәнәктәре үлә, күҙ томалана, йөрәк тибеше йышая, бауыр “ултыра”. Әгәр кеше шул хәлендә ергә ҡолап, ҡулы күләүеккә төшһә, ул үҙен оло даръя эсендә йөҙөп барғандай тоя. Дауалау өсөн тура реанимация бүлегенә алып баралар. Психоз үтеп китһә, спайс ҡулланған кеше һауыҡтым тип уйлай, ә ысынында иһә һаулығына, бигерәк тә ата-әсә булыу, бала табыу функцияларына зыян килә, — тине.
Йәштәрҙе был яман ғәҙәттән арындырыу юлы – уларға төплө мәғлүмәт биреүҙә. Ағыулы ҡатнашманың кире йоғонтоһон ҡабат-ҡабат аңлатып, файҙалы шөғөлдәр тәҡдим итеп.


Автор: Э. БАТЫРХАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә