Белгестәр фекеренсә, наркоманияның барлыҡҡа килеүендә биологик, психологик, мәҙәни һәм социаль факторҙар ҙур роль уйнай. Элегерәк наркотик ҡулланыуҙың төп “маҡсаты” ауыр хис-тойғонан, физик арыуҙан, күңелһеҙлектән, яңғыҙлыҡтан, борсолоуҙан ҡотолоу булһа, бөгөн иһә ләззәт кисереү теләге алға килеп баҫа. Кеше йәшәйештең ҡайһы ғына осоронда, донъяның ниндәй генә төбәгендә булмаһын, һәр саҡ еңеллек эҙләй. Еңел хеҙмәт, еңел аҡса, еңел ваҡыт уҙғарыу... Ә төплө уйлап, күркәм маҡсат менән башҡарылған эш байтаҡ көс талап итә, арыта. Бөгөн еңел юл менән ҡулға аҡса төшөрөргә хыялланған кешеләргә халыҡтың һаулығын, аңын ҡаҡшатыу бер ни тормай. Матди байлыҡ артынан ҡыуып, мәкер һаҙлығына батыу күренештәре лә юҡ түгел. Зиһенгә ваҡытлыса ләззәт биреп, сәләмәтлеккә аяуһыҙ йоғонто яһаған “спайс” та – быға аныҡ миҫал.
“Spice” һүҙе инглиз теленән “аш тәмләткес” тип тәржемә ителә. Химик матдә ҡушылған үлән тип һатылған синтетик ҡатнашманың кеше психикаһына тәьҫире аяныслы, ҡурҡыныс. Спайсты Европа илдәрендә 2006 йылда хуш еҫле әйбер тип алдап, Интернет-магазиндар аша һатыуға сығаралар. 2008 йылда был тартыу ҡатнашмаһының составы тәбиғи үҫемлектәрҙән түгел, ә марихуананың төп матдәһе тетрагидроканнабинолдың синтетик аналогтарынан яһалғанлығы асыҡлана. Улар иһә бөгөн Рәсәйҙә, Америка Ҡушма Штаттарында, Евросоюздың байтаҡ илдәрендә тыйылған.
Йәштәрҙе спайс ҡулланыуға нимә мәжбүр итә? Улар үҙ ҡулдары менән һаулығына шаҡтай зарар килтереүе хаҡында беләме? Был насар ғәҙәттән ҡотолоу юлдары бармы? Республика наркология диспансерының Медицина һәм социаль реабилитация бүлеге мөдире Ромул Рим улы Йосопов:
– Интернет селтәрендә барған әүҙем рекламаға алданып, йәштәр спайс менән мауыға, йәнәһе лә, уның ярҙамында күңелен тынысландыра, хәүефһеҙлек тойғоһон кисерә.
Ябай хуш еҫле үләнгә синтетик матдәләр ҡушып эшләнгән “ағыу” тиҙ арала кешене һантыйға әйләндерә, илертә. Спайс тартҡандарҙың ҡан баҫымы күтәрелә, хәтере юйыла, аң кимәле, иғтибарлығы кәмей. Һаулыҡҡа ҙур зыян килә: ҡан тамырҙары, тын ҡыҫылыу сәбәпле, баш мейеһенең күҙәнәктәре үлә, күҙ томалана, йөрәк тибеше йышая, бауыр “ултыра”. Әгәр кеше шул хәлендә ергә ҡолап, ҡулы күләүеккә төшһә, ул үҙен оло даръя эсендә йөҙөп барғандай тоя. Дауалау өсөн тура реанимация бүлегенә алып баралар. Психоз үтеп китһә, спайс ҡулланған кеше һауыҡтым тип уйлай, ә ысынында иһә һаулығына, бигерәк тә ата-әсә булыу, бала табыу функцияларына зыян килә, — тине.
Йәштәрҙе был яман ғәҙәттән арындырыу юлы – уларға төплө мәғлүмәт биреүҙә. Ағыулы ҡатнашманың кире йоғонтоһон ҡабат-ҡабат аңлатып, файҙалы шөғөлдәр тәҡдим итеп.