Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаҙаяҡ ашарға Йылайырға килегеҙ
Халыҡ араһында ҡаҙаяҡ (абаға) хаҡында “ул 100, 1000 йылға бер тапҡыр ғына төн уртаһында бер нисә секундҡа сәскә ата, шул мөғ­жизәнең шаһиты булған кеше­нең барлыҡ уй-хыялы тор­мошҡа аша” тигән имеш-мимеш йөрөй.

Шулай ҙа ҡояш төшмәгән ҡап-ҡа­ра урманды үҙ иткән был үҫем­леккә беҙҙә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, баһа юҡ. “Унда нимә үҫһен, ҡаҙаяҡ баҫҡан бит!” – тип кенә ебәрәбеҙ.
Ә бына япондар ҡаҙаяҡты иң тәм­ле, файҙалы ашамлыҡтар исем­леге­нә индергән, хатта деликатес тип һа­най икән. Шуға күрә уны сит илдәр­ҙән, Рәсәйҙән дә күпләп һатып алалар.
Йылайырҙа ҡаҙаяҡ йыйыу бе­рен­се тапҡыр 1988 йылда, район­дың әҙер­ләүҙәр контораһын Ва­си­лий Ростов етәкләгән осорҙа, башлана. Йыйып тоҙ­ланған үҫем­лектең тәүге партия­һын Японияға оҙаталар. Киләһе йылында Василий Петровичты Мәскәүгә япондар менән осрашыуға саҡыра­лар. Көн­сығыш иле эшҡыуарҙары Баш­ҡорт­ос­тандан ҡаҙаяҡ һатып алыр­ға әҙерлеген белдерә.
20 йылға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡара­маҫтан, “Йылайыр” ҡул­ла­ныу­сылар йәмғиәте һаман да республикала ҡа­ҙаяҡ әҙерләгән бер­ҙән-бер ойошма булап ҡала икән. 2014 йыл­да унда былтырғы менән са­ғыш­тырғанда ике тапҡырға кү­берәк тауар етеш­те­релгән.
Үҫемлектең тамыры, һабағы фай­ҙалы матдәләргә, витамин­дар­ға бай. Ул аҡһым составы, сифаты буйынса иген куль­ту­раларына тартым, кеше организмы тарафынан еңел үҙләш­терелә, үҫеш процесы­на йоғонто яһай, матдәләр әйлә­нешен һәм нер­вы, эндокрин системаларын көй­ләй. Шуға күрә лә ҡаҙаяҡты Япония, Ко­рея, Рә­сәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәге халҡы яратып ҡуллана.
“Йылайыр” кафеһында ҡыҙ­ҙы­рыл­ған ҡаҙаяҡ икенсе блюдоға өҫтәмә гарнир булараҡ бирелә. Урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар уны яратып ашай. Ойошма ҡаҙаяҡты шифахана-курорттарға, ресторан бизнесына битараф булмаған­дар­ға һатырға әҙер.



Автор: Фәрит ӘХМӘРОВ. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә