Ҡаҙаяҡ ашарға Йылайырға килегеҙ23.01.2015
Халыҡ араһында ҡаҙаяҡ (абаға) хаҡында “ул 100, 1000 йылға бер тапҡыр ғына төн уртаһында бер нисә секундҡа сәскә ата, шул мөғжизәнең шаһиты булған кешенең барлыҡ уй-хыялы тормошҡа аша” тигән имеш-мимеш йөрөй.
Шулай ҙа ҡояш төшмәгән ҡап-ҡара урманды үҙ иткән был үҫемлеккә беҙҙә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, баһа юҡ. “Унда нимә үҫһен, ҡаҙаяҡ баҫҡан бит!” – тип кенә ебәрәбеҙ.
Ә бына япондар ҡаҙаяҡты иң тәмле, файҙалы ашамлыҡтар исемлегенә индергән, хатта деликатес тип һанай икән. Шуға күрә уны сит илдәрҙән, Рәсәйҙән дә күпләп һатып алалар.
Йылайырҙа ҡаҙаяҡ йыйыу беренсе тапҡыр 1988 йылда, райондың әҙерләүҙәр контораһын Василий Ростов етәкләгән осорҙа, башлана. Йыйып тоҙланған үҫемлектең тәүге партияһын Японияға оҙаталар. Киләһе йылында Василий Петровичты Мәскәүгә япондар менән осрашыуға саҡыралар. Көнсығыш иле эшҡыуарҙары Башҡортостандан ҡаҙаяҡ һатып алырға әҙерлеген белдерә.
20 йылға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте һаман да республикала ҡаҙаяҡ әҙерләгән берҙән-бер ойошма булап ҡала икән. 2014 йылда унда былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк тауар етештерелгән.
Үҫемлектең тамыры, һабағы файҙалы матдәләргә, витаминдарға бай. Ул аҡһым составы, сифаты буйынса иген культураларына тартым, кеше организмы тарафынан еңел үҙләштерелә, үҫеш процесына йоғонто яһай, матдәләр әйләнешен һәм нервы, эндокрин системаларын көйләй. Шуға күрә лә ҡаҙаяҡты Япония, Корея, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәге халҡы яратып ҡуллана.
“Йылайыр” кафеһында ҡыҙҙырылған ҡаҙаяҡ икенсе блюдоға өҫтәмә гарнир булараҡ бирелә. Урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар уны яратып ашай. Ойошма ҡаҙаяҡты шифахана-курорттарға, ресторан бизнесына битараф булмағандарға һатырға әҙер.