Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ихтыяр көсө ҡотҡарҙы
Ихтыяр көсө ҡотҡарҙыҺуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙың шешә менән дуҫлашыуы олоғара бәләгә олғашты. Ә бит бала бәхете — әсәлә. Тормош ауырлығы алдында ҡатын кешенең һынып, әхлаҡи терәүҙәрен юғалтҡан осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ҡайғыһын баҫыр өсөн тәүҙә ҡулына стакан тота, артабан араҡы менән дуҫлашыуын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Әкренләп донъяһының ҡото юғала, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Улар араһында тәүбәгә килеп, эскелектән айнып, хөкүмәт ҡарауына тапшырылған балаларын ҡайтанан юллап алғандары һирәкләп булһа ла осрауы ҡыуаныслы, әлбиттә.
Шундайҙарҙың береһе Нәбирә Батталова Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәй. Ҡасандыр ошо ауыл егете Ғәлиастанға тормошҡа сыға. Йәштәрҙең бәхетен тулыландырып, тәүге балалары Азалина донъяға килә. Йорт хужаһы совхозда — малсы, ә Нәбирә һауынсы булып эшләй. Йылдар буйы эш хаҡы күрмәгән мәл: малсыға — ашлыҡлата, һауынсыға һөтләтә түләнә. Нәбирә менән Ғәлиастан “йәшел йылан” ҡармағына эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡыҙҙарынан һуң бер-бер артлы улдары — Ғәлиәскәр менән Салауат донъяға килә.
Ир эсһә — ярты бәлә, ҡатын эсһә — мең бәлә тигәндәй, Нәбирәнең эскән осраҡтары йышайғандан-йышая. Ауыл хакимиәтенең дә, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесенең дә тәнҡит һүҙе уларға барып етмәй. Балаларының ҡарауһыҙ, һыуыҡ көндәрҙә йоҡа кейемдә генә мәктәпкә йөрөүе, өйҙә тәғәм ризыҡ булмауы уларҙы Асҡар балалар йортона тапшырырға мәжбүр итә, ә үҙҙәре ата-әсә хоҡуғынан ҡолаҡ ҡаға. Ошо ҡот осҡос хәл дә ир менән ҡатынды айныҡтырмай.
Ҡышҡы һыуыҡ айҙарҙың береһендә эскенән йорт хужаһы вафат була. Ҡасандыр балаларҙың шат тауышы яңғырап торған донъянан иҫке түшәкле тимер карауат, һөрөмләнеп, ҡарайып бөткән сәйнүк һәм тимер көрөшкәнән башҡа бер нәмә ҡалмай. Ашар ризыҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ирен ерләгәс, Нәбирә шөкәтһеҙ, ярлылыҡ аңҡып торған өйөн бикләй ҙә Баймаҡ районында йәшәгән әсәһе янына ҡайта. Ҡайҙа барһаң да, “ҡара һаҡал”ың эйәреп йөрөй инде, тыуған ауылында ла яман ғәҙәтен ташламай ул. Әсәһенең пенсияһын урлап та, талап та эсеүен дауам итә. Был саҡта уның ҡыҙын Сибай ҡалаһында йәшәүсе алыҫыраҡ ҡан ҡәрҙәше опекунлыҡҡа, ике малайын бер ғаилә патронат тәрбиәһенә алған була. Әсәһенең бер туған апаһы аша ошо хәбәрҙе ишеткәс, ҡатын айнығандай итә: үҙе тапҡан балаларының сит ҡулда тәрбиәләнеүенән тәүге тапҡыр әрнеү тойғоһо кисерә, әсәлек хистәре ҡайтанан уяна. “Ниңә минең балаларымды ете сит бауыр тәрбиәләй?” — тигән уйҙар күңеленә тынғылыҡ бирмәй, туғандары менән кәңәшләшеп, нисек тә балаларҙы ҡайтарып алыу юлдарын эҙләй.
Сит ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй тигәндәй, туғандары уның аҙымын хуплап, ярҙам итәсәген белдерә. Тик Нәбирәгә ҡаты шарт ҡуялар: эскелекте ташларға! Ҡатын, табиптар менән кәңәшләшеп, дауаланырға ризалаша. Әлмөхәмәт ауылына ҡайтып, йәшәгән йортон тәртипкә килтерә. Яңы тормош башларға дәртләнеп йөрөгәнендә, әсәһе күҙ нурҙарынан мәхрүм ҡалып, тамам һуҡырая. Уны ла үҙе янына күсереп ала. Балаларҙы биреп ебәреүе генә рәхәт икән, ә ҡайтанан юллауы ифрат ауырға төшә. Полиция, ауыл хакимиәте, райондың опека бүлеге, мәғариф идаралығы, дауахана һәм башҡа бихисап ойошмаларҙан әсәнең нисек йәшәүен тикшереп, бер комиссия артынан икенсеһе килә генә тора. Үҙенә лә төрлө белешмәләр артынан әллә күпме йүгерергә тура килә. Ниһайәт, суд аша балаларын ҡайтарып алыуға өлгәшә. “Шул саҡта ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?” — тигән һорауыма:
— Ҡайтанан үлеп терелгәндәй тойҙом үҙемде. Шатлығымдан күҙемдән йәштәр тәгәрәне. Балаларымды ҡосоп, бер ваҡытта ла уларҙан айырылмаясағым тураһында әйтеп, үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем, — тип хәтерләй Нәбирә Йәғәфәр ҡыҙы. — Ниндәй бәхеттән мәхрүм булыуымды, уны үҙ ҡулдарым менән емереүемде яҡшы аңланым. Балаларым нимә һораһа ла, уларҙың теләгенә ҡаршы тормаясаҡмын, тик ҡошсоҡтарым ғына янымда булһын.
Ауыр саҡта үҙенә ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарына рәхмәтле ул. Бигерәк тә Гөлсинә Таңғатарова, Сәкинә Рамазанова, Илүзә Ҡаҙаҡбаева, Айҙар Яуымбаев, Әлмөхәмәт ауылы хакимиәте башлығы Рәйлә Ғүмәрова, эштәр идарасыһы Гөлсинә Хәмитова алдында үҙен бурыслы тоя.
Нәбирәнең өйө хәҙер ялт итеп тора, балалары ла ҡараулы, өҫ-баштары бөтөн, йөҙҙәре нурлы. Тормошон ҡырҡа үҙгәртә алыуына һөйөнөп бөтә алмай әсә. Элекке шешәләш дуҫтарының ҡырын-мырын ҡарауын, “күпмегә барырһың” тип әленән-әле әсе сағыуын иҫәпкә алмағанда, бөгөн уға бошонорға һис тә урын юҡ. Әсәһе Нәзирә апай ейән-ейәнсәрҙәренең нурлы йөҙөн күрә алмаһа ла, уларҙың һәр аҙымынан, тауышынан һәммәһен таный. Ҡыҙының ихтыяр көсө табып, тормошон үҙгәртә алыуына бигерәк шат әсә кеше. Ейәндәренә көн дә бәхет юрап, теләк теләп кенә ултыра ул бөгөн.
Ошо йылы йорттан ҡыуанып сығыуым юҡҡа түгел, сөнки Нәбирә Батталова кеүек үҙҙәрендә көс табып, яман ғәҙәттәрен ташлап, ҡаршылыҡтарҙы еңә алғандар, ай-һай, һирәк шул.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә