Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәттәр йәшәй белә
Рәхмәттәр йәшәй белә Байым ауылы биләмәһе депутаты Исрафил Рәхмәтулла улы Йәнсәйе­тов күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул Әбйәлил районындағы 150 депутат араһынан беренсе булып Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комите­тының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булды. Республика көнө байрамында Асҡарҙа үткән тантанала Башҡарма комитет рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Румил Аҙнабаев был бүләкте шәхсән тапшырҙы. Әлеге миҙал милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөм­тәле хеҙмәт өсөн бирелә. Заман талаптарын иҫкә алып, тыуған ауылының, халҡының яҙмышын йөрәге аша үткәреп, алдына ҡуйған хыял-маҡсаттарын тормошҡа ашыра белә ул. Был миҙалғаса юл егерме дүрт йыллыҡ депутат эшмәкәрлегенән, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булған рухи донъябыҙҙы нығытыуҙан тора. Ошо дәүерҙе байҡап ҡарайыҡ.

— Мәктәпте тамамлағас та беренсе уҡы­тыусым Таңсулпан Сәләх ҡыҙы Юнысова күңелемә һалған дәрт-осҡон менән Бәләбәй ауыл хужалығы техникумы­ның механика бү­ле­генә уҡырға юлландым, — тип һүҙен башланы Исрафил ағай.
Уҡып бөткәс, ун ике йыл механик, дүрт йыл Рәхмәт-Яйҡар бригадаһында етәксе булып эшләй ул. Төплө фекерле, халыҡ менән һәй­бәт мөғәмәлә итеүен, сәлә­мәт рухлы ғаиләнән сығып, үҙ тиңен табып, өлгөлө ғаилә ҡороп йәшәүен иҫәпкә алып, Исрафил Йәнсәйе­тов­ты Байым ауыл биләмәһенә депутат итеп һайлайҙар.
Атаһы Рәхмәтулла апа (беҙҙең яҡта атай­ҙан оло кешене шулай атайҙар. — Авт.) – һу­ғыш ветераны, әсәһе Мәғәтифә инәй — хеҙмәт ветераны. Рәхмәт ауылында өлгөлө ғаи­ләләрҙең береһе улар. Биш бала тәрбиә­ләп үҫте­рә­ләр. Һәр ҡайһыһы һөнәрле булып, дөрөҫ юлда йәшәй, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Тырышып эшләргә, төр­лө һөнәрҙәргә эйә булырға, хәләл көс менән мал табырға, кешеләргә ярҙам итеп йә­шәргә тигән өгөт-нәсихәтте васыят итеп тоталар.
Депутат булып һайланғас та, күп уйлап тормай, ике ауылдың быуа­ларын быуҙырта, зыяраттарын кәр­тә­ләтеп, кәрәк-яраҡ менән йы­һаз­­ландырта.
Рәхмәт ауылында элек-электән алсаҡ, киң күңелле, илһөйәр, малтабар, йыр-бейеүгә һәләтле кешеләр йәшәй. Берҙәм халыҡты ойоштороуы ла ауыр түгел. Ауылдың шифалы Һыуһар ҡойоһо — тәмле һыуы менән тирә-яҡта дан алған мөғжизә ул! Тәбиғәт тарафынан бирелгән хозурлыҡты һаҡлау зарур. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт бысратмаһын өсөн ошо ҡойоно ла кәртәләтеп ҡуя. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа был ваҡи­ғаның тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Ауыл көтөүенә һыу һаҡлау өсөн Исмәғил йылғаһын, Өйташ, Киләм, Тайбатҡан тауҙа­рындағы ҡойоларҙы ла кәртәләтеп, быуалар быуыла.
Рәхмәт ауылы туҡталышынан мәктәпкә хәтлем юлды ла төҙөлөш-ремонтлау идара­лығы хужаһы Мирхәт Рәжәповтың ярҙамы менән депутатыбыҙ рәтләтеп ебәрә. Ҡышҡы бурандарҙа ҡалын ҡар һалып, юл өҙөлөп ҡала торғайны, хәҙер был мәшәҡәт ауыл халҡын борсомай.
Бына ун биш йылға яҡын шашка-шахмат турнир­ҙары ойошторолоп килә. Бригада етәк­сеһе булғанда ферма эшселәре башлап ебәргән турнир мәктәп уҡыу­сылары ара­һында дауам итә. Мәҫәлән, 2002 йылда ауылда һуғышта ҡатнашҡан бер генә ветеран, Рәх­мәтулла Әхтәм улы Йәнсәйетов, иҫән ине. Балалар ярышы уның исемендәге призға барҙы. Бағыусылары — Исрафил ағай менән ҡустыһы Исмәғил. 2004 йылдағы ярыш оҙаҡ йылдар Рәхмәт-Яйҡар ауылдарында бри­гада етәксеһе булып эшләгән Ғәли Баһа­уетдинов исемендәге призға ойошторолдо.
2005 йылда Бөйөк Еңеүгә 60 йыл тулыу айҡанлы Исрафил Рәхмәтулла улы һуғышта ҡатнашҡандарҙың батырлығын мәңгеләш­тереү сараһын күрә.
— Биш йыл юллап йөрөргә тура килде. Дө­рөҫ исемлек төҙөр өсөн ауылдағы оло быуын кешеләре менән күп аралаштым, кәңәш­ләш­тем. Яу яланында ятып ҡалғандары, ҡайт­ҡандары тураһында һораштым. 53 һуғыш батырын теүәлләй алдым. Һәр бер өйҙән картуф йыйып, һатып, аҡса тупланыҡ. Ауыл халҡының көсө күп һалынды обелиск ҡу­йыуҙа, – тип рәхмәтен әйтә ырыу­ҙаштарына. – Ул ва­ҡытта Байым ауыл ха­кимиәте башлығы Ишморат Ҡал­даманов та ныҡ ярҙам күрһәтте, – ти Исрафил ағай.
Ауылыбыҙҙың тарихы бай. Былтыр Рәхмәттә тәү­ге белем биреү усағы асы­лыуға 150 йыл ту­лыу­ға арналған ҙур байрам үтте. Арҙаҡлы шәхес­тәре­беҙҙең береһе, 6-сы кантон баш­лығы Шәйәх­мәт Сибаевтың эшмә­кәр­леге һөҙөмтәһендә 1864 йыл­да Верхнеурал өйәҙендә өс урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Уларҙың береһе булып Рәхмәт ауылы һайланыуы юҡҡа түгел, ауыл халҡының элек-электән мәҙәниле, көслө рухлы, йә­шә­йеш-мөхите алдынғы, берҙәм һәм ҡотло булып танылғанына күрә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алғайны беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ошо ауылдың ҡыҙы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова тантанала.
Мәңгелек ҡиммәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырыу — беҙҙең бурыс. Депутаттарыбыҙ рухи донъябыҙҙы нығытыу, үҫтереү юлдарын да эҙләй. Сибай кантонға бағышланған иҫ­тәлекле таҡтаташты мәктәпкә ҡуй­ҙыртыу өсөн оҙон юлдар үтергә тура килә. Өфөнән рөхсәт алырға кәрәк, эстәлеге, хәрефтәрҙең ҙур­лы­ғы, төҫө, шымартылыуы — һәммәһе тура­һында ла уйларға кәрәк. Әйтеүе генә анһат. Ниһайәт, мәктәпте төҙөп бөтөрөүҙәренә таҡтаташ та әҙер була һәм тантаналы рәүештә асыла.
Рәхмәт мәктәбендә уҡыған Венер Шаһи­мәрҙәнов Грузия-Көньяҡ Осетия һуғышында хәрби бурысын үтә­гәндә һәләк була. Уның иҫтәлегенә арналған таҡтаташ киләсәк быуында тыуған илгә һөйөү тойғоһон көсәйтә, нығыта. Ил именлеге өсөн ғүмерен биргән яҡташыбыҙ исемендәге призға мәктәптә волейбол ярыштары уҙғарыла.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында иһә Байым ауыл Советы етәксеһе һәм район Советы депутаттары ярҙамында “Баҡса” кон­курсын башлап ебәрә Исрафил ағай.
— Ярыш беҙҙең ауылға төшкән йәш килендәрҙе дәртләндереү, ауыл тормошон матурайтыу, йорт-ҡураны ҡарап тотоу, баҡса үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Ун йыл дауам итә инде был йола, — тип һөйләй был башланғыс тураһында тынғыһыҙ депутат. Шуға ла урамдар таҙа, баҡсаларҙа кесерткән-маҙар күрмәҫһең, төрлө йәшелсә, еләк-емеш, сәскәләр үҫә, йорт-ҡуралар матур итеп биҙәл­гән. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә 50 йыл тулыуға арналған байрам үҙе бер һабантуйға бәрәбәр. Рәхмәт, Яйҡар, Аһылай (Өс­күл) ауылдары халҡы ҡатнашлығында уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үтә ул.
Ошо сараларҙы ойоштороп йөрөгәндә төрлө ауыл­дарҙа булырға тура килә Исрафил Рәхмәтулла улына. Бөтәһен дә сағыштырып ҡарап, Рәхмәт конкурстарҙа ҡатнашҡан ауылдарҙың бе­реһенән дә кәм түгел тигән һығымтаға килә. 2011 йылда ветерандар, ҡатын-ҡыҙ­ҙар советы ҡатнашлығында уҙ­ған ауыл йыйылышында республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатна­шайыҡ тигән тәҡдим индерә.
Ҡоро күрһәткестәр өсөн тырышмай ауылдаштарым. Сәмләнеп, дәрт­ләнеп, ысын мәғәнәһендә бөтә яҡлап та өлгө булырға теләп йәшәй рәхмәттәр. Былтыр ғына үткән урам байрамдары тураһында әйтмәй булмай. Ауылдың йәше-ҡарты ҡатнашты унда. Ҡул эш­тәре күргәҙмәһе, һый-хөрмәт әҙерләү булһынмы — һәр нәмә маҡтауға лайыҡ ине. Матур башҡорт милли ке­йем­дәрендә ауылдаштарым йыр-бейеүгә оҫталыҡ­тарын күрһәтте. Урамдарҙан байрам сәхнәгә күсте. Был сараға мәртәбәле ҡу­наҡ­тар — профессор, филология фән­дәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова, Истанбул уни­верситеты деканы, филология фәндә­ре докторы, башҡорт теле уҡытыусыһы Исмәт Бинәр, йырсы Абдулла Солтанов, Сибай кантон нәҫелдәре – баймаҡтар килеп рәхмәт­тәрҙе тәбрикләне.
Республика кимәлендә уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында 87 ауыл ҡат­наш­ҡайны. Унда еңеү ауыл­даштарымды тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Фир­ҙәүес Хисамитдинова, ҙур матди ярҙам күрһәтеп, былтыр “Аҡмәсет”те асыуға булышлыҡ итте. Ауылдаштар дәррәү күтәрелеп сыҡты был эшкә. Рәхмәттәрҙе ҡот­ларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт, мәсеттең архитекторы Асҡар бей, Төркиә, Азербайжан, Алтай яҡтарынан ҡунаҡтар килгәйне.
Былтыр обелиск эргәһендә Еңеүгә 70 йыл тулыу хөр­мәтенә парк булдырыу буйынса ҙур өмә уҙғарылды. Бында 530 төп ылыҫлы ағас ултыртылды.
Әйткәндәй, Исрафил Йән­сәйетов — яҡын-тирәлә ятҡан Яйҡар, Йәне­кәй, Батал, Өскүл ауылдарын хеҙ­мәт­ләндергән янғын һүндереү команда­һының етәксеһе лә. Иғтибарлы, ихтирамлы депутат ҡына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап Рәхмәт мәктәбенә уҡытырға килгән Гөлниса Әнүәр ҡыҙы менән матур, татыу ғаилә ҡороп ебәрәләр. Береһенән-береһе сибәр, аҡыллы дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Депутатлыҡ эшмәкәрлегендә ҡатыны беренсе кәңәшсеһе, ярҙамсыһы була. Гөлниса Әнүәр ҡыҙына “Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы” билдәһе тапшырылды.
— Эштәр күп әле, — тип пландар ҡора депутат Йәнсәйетов, — газ үткәреп бөтөргә, янғын һүндереү машинаһына гараж, коман­даға формалар кәрәк, паркка исем яҙҙыраһы бар. Ә иң мөһиме — асфальт юл һалдырыу.

Гүзәл ҮТӘБАЕВА,
Рәхмәт ауылы
ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 140

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 488

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 229

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 933

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 699

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 276

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 697

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 457

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 531

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 358

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 538