Байым ауылы биләмәһе депутаты Исрафил Рәхмәтулла улы Йәнсәйетов күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул Әбйәлил районындағы 150 депутат араһынан беренсе булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булды. Республика көнө байрамында Асҡарҙа үткән тантанала Башҡарма комитет рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Румил Аҙнабаев был бүләкте шәхсән тапшырҙы. Әлеге миҙал милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн бирелә. Заман талаптарын иҫкә алып, тыуған ауылының, халҡының яҙмышын йөрәге аша үткәреп, алдына ҡуйған хыял-маҡсаттарын тормошҡа ашыра белә ул. Был миҙалғаса юл егерме дүрт йыллыҡ депутат эшмәкәрлегенән, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булған рухи донъябыҙҙы нығытыуҙан тора. Ошо дәүерҙе байҡап ҡарайыҡ. — Мәктәпте тамамлағас та беренсе уҡытыусым Таңсулпан Сәләх ҡыҙы Юнысова күңелемә һалған дәрт-осҡон менән Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының механика бүлегенә уҡырға юлландым, — тип һүҙен башланы Исрафил ағай.
Уҡып бөткәс, ун ике йыл механик, дүрт йыл Рәхмәт-Яйҡар бригадаһында етәксе булып эшләй ул. Төплө фекерле, халыҡ менән һәйбәт мөғәмәлә итеүен, сәләмәт рухлы ғаиләнән сығып, үҙ тиңен табып, өлгөлө ғаилә ҡороп йәшәүен иҫәпкә алып, Исрафил Йәнсәйетовты Байым ауыл биләмәһенә депутат итеп һайлайҙар.
Атаһы Рәхмәтулла апа (беҙҙең яҡта атайҙан оло кешене шулай атайҙар. — Авт.) – һуғыш ветераны, әсәһе Мәғәтифә инәй — хеҙмәт ветераны. Рәхмәт ауылында өлгөлө ғаиләләрҙең береһе улар. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һәр ҡайһыһы һөнәрле булып, дөрөҫ юлда йәшәй, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Тырышып эшләргә, төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға, хәләл көс менән мал табырға, кешеләргә ярҙам итеп йәшәргә тигән өгөт-нәсихәтте васыят итеп тоталар.
Депутат булып һайланғас та, күп уйлап тормай, ике ауылдың быуаларын быуҙырта, зыяраттарын кәртәләтеп, кәрәк-яраҡ менән йыһазландырта.
Рәхмәт ауылында элек-электән алсаҡ, киң күңелле, илһөйәр, малтабар, йыр-бейеүгә һәләтле кешеләр йәшәй. Берҙәм халыҡты ойоштороуы ла ауыр түгел. Ауылдың шифалы Һыуһар ҡойоһо — тәмле һыуы менән тирә-яҡта дан алған мөғжизә ул! Тәбиғәт тарафынан бирелгән хозурлыҡты һаҡлау зарур. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт бысратмаһын өсөн ошо ҡойоно ла кәртәләтеп ҡуя. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа был ваҡиғаның тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Ауыл көтөүенә һыу һаҡлау өсөн Исмәғил йылғаһын, Өйташ, Киләм, Тайбатҡан тауҙарындағы ҡойоларҙы ла кәртәләтеп, быуалар быуыла.
Рәхмәт ауылы туҡталышынан мәктәпкә хәтлем юлды ла төҙөлөш-ремонтлау идаралығы хужаһы Мирхәт Рәжәповтың ярҙамы менән депутатыбыҙ рәтләтеп ебәрә. Ҡышҡы бурандарҙа ҡалын ҡар һалып, юл өҙөлөп ҡала торғайны, хәҙер был мәшәҡәт ауыл халҡын борсомай.
Бына ун биш йылға яҡын шашка-шахмат турнирҙары ойошторолоп килә. Бригада етәксеһе булғанда ферма эшселәре башлап ебәргән турнир мәктәп уҡыусылары араһында дауам итә. Мәҫәлән, 2002 йылда ауылда һуғышта ҡатнашҡан бер генә ветеран, Рәхмәтулла Әхтәм улы Йәнсәйетов, иҫән ине. Балалар ярышы уның исемендәге призға барҙы. Бағыусылары — Исрафил ағай менән ҡустыһы Исмәғил. 2004 йылдағы ярыш оҙаҡ йылдар Рәхмәт-Яйҡар ауылдарында бригада етәксеһе булып эшләгән Ғәли Баһауетдинов исемендәге призға ойошторолдо.
2005 йылда Бөйөк Еңеүгә 60 йыл тулыу айҡанлы Исрафил Рәхмәтулла улы һуғышта ҡатнашҡандарҙың батырлығын мәңгеләштереү сараһын күрә.
— Биш йыл юллап йөрөргә тура килде. Дөрөҫ исемлек төҙөр өсөн ауылдағы оло быуын кешеләре менән күп аралаштым, кәңәшләштем. Яу яланында ятып ҡалғандары, ҡайтҡандары тураһында һораштым. 53 һуғыш батырын теүәлләй алдым. Һәр бер өйҙән картуф йыйып, һатып, аҡса тупланыҡ. Ауыл халҡының көсө күп һалынды обелиск ҡуйыуҙа, – тип рәхмәтен әйтә ырыуҙаштарына. – Ул ваҡытта Байым ауыл хакимиәте башлығы Ишморат Ҡалдаманов та ныҡ ярҙам күрһәтте, – ти Исрафил ағай.
Ауылыбыҙҙың тарихы бай. Былтыр Рәхмәттә тәүге белем биреү усағы асылыуға 150 йыл тулыуға арналған ҙур байрам үтте. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе, 6-сы кантон башлығы Шәйәхмәт Сибаевтың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 1864 йылда Верхнеурал өйәҙендә өс урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Уларҙың береһе булып Рәхмәт ауылы һайланыуы юҡҡа түгел, ауыл халҡының элек-электән мәҙәниле, көслө рухлы, йәшәйеш-мөхите алдынғы, берҙәм һәм ҡотло булып танылғанына күрә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алғайны беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ошо ауылдың ҡыҙы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова тантанала.
Мәңгелек ҡиммәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырыу — беҙҙең бурыс. Депутаттарыбыҙ рухи донъябыҙҙы нығытыу, үҫтереү юлдарын да эҙләй. Сибай кантонға бағышланған иҫтәлекле таҡтаташты мәктәпкә ҡуйҙыртыу өсөн оҙон юлдар үтергә тура килә. Өфөнән рөхсәт алырға кәрәк, эстәлеге, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө, шымартылыуы — һәммәһе тураһында ла уйларға кәрәк. Әйтеүе генә анһат. Ниһайәт, мәктәпте төҙөп бөтөрөүҙәренә таҡтаташ та әҙер була һәм тантаналы рәүештә асыла.
Рәхмәт мәктәбендә уҡыған Венер Шаһимәрҙәнов Грузия-Көньяҡ Осетия һуғышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Уның иҫтәлегенә арналған таҡтаташ киләсәк быуында тыуған илгә һөйөү тойғоһон көсәйтә, нығыта. Ил именлеге өсөн ғүмерен биргән яҡташыбыҙ исемендәге призға мәктәптә волейбол ярыштары уҙғарыла.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында иһә Байым ауыл Советы етәксеһе һәм район Советы депутаттары ярҙамында “Баҡса” конкурсын башлап ебәрә Исрафил ағай.
— Ярыш беҙҙең ауылға төшкән йәш килендәрҙе дәртләндереү, ауыл тормошон матурайтыу, йорт-ҡураны ҡарап тотоу, баҡса үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Ун йыл дауам итә инде был йола, — тип һөйләй был башланғыс тураһында тынғыһыҙ депутат. Шуға ла урамдар таҙа, баҡсаларҙа кесерткән-маҙар күрмәҫһең, төрлө йәшелсә, еләк-емеш, сәскәләр үҫә, йорт-ҡуралар матур итеп биҙәлгән. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә 50 йыл тулыуға арналған байрам үҙе бер һабантуйға бәрәбәр. Рәхмәт, Яйҡар, Аһылай (Өскүл) ауылдары халҡы ҡатнашлығында уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үтә ул.
Ошо сараларҙы ойоштороп йөрөгәндә төрлө ауылдарҙа булырға тура килә Исрафил Рәхмәтулла улына. Бөтәһен дә сағыштырып ҡарап, Рәхмәт конкурстарҙа ҡатнашҡан ауылдарҙың береһенән дә кәм түгел тигән һығымтаға килә. 2011 йылда ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡатнашлығында уҙған ауыл йыйылышында республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашайыҡ тигән тәҡдим индерә.
Ҡоро күрһәткестәр өсөн тырышмай ауылдаштарым. Сәмләнеп, дәртләнеп, ысын мәғәнәһендә бөтә яҡлап та өлгө булырға теләп йәшәй рәхмәттәр. Былтыр ғына үткән урам байрамдары тураһында әйтмәй булмай. Ауылдың йәше-ҡарты ҡатнашты унда. Ҡул эштәре күргәҙмәһе, һый-хөрмәт әҙерләү булһынмы — һәр нәмә маҡтауға лайыҡ ине. Матур башҡорт милли кейемдәрендә ауылдаштарым йыр-бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтте. Урамдарҙан байрам сәхнәгә күсте. Был сараға мәртәбәле ҡунаҡтар — профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова, Истанбул университеты деканы, филология фәндәре докторы, башҡорт теле уҡытыусыһы Исмәт Бинәр, йырсы Абдулла Солтанов, Сибай кантон нәҫелдәре – баймаҡтар килеп рәхмәттәрҙе тәбрикләне.
Республика кимәлендә уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында 87 ауыл ҡатнашҡайны. Унда еңеү ауылдаштарымды тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Фирҙәүес Хисамитдинова, ҙур матди ярҙам күрһәтеп, былтыр “Аҡмәсет”те асыуға булышлыҡ итте. Ауылдаштар дәррәү күтәрелеп сыҡты был эшкә. Рәхмәттәрҙе ҡотларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт, мәсеттең архитекторы Асҡар бей, Төркиә, Азербайжан, Алтай яҡтарынан ҡунаҡтар килгәйне.
Былтыр обелиск эргәһендә Еңеүгә 70 йыл тулыу хөрмәтенә парк булдырыу буйынса ҙур өмә уҙғарылды. Бында 530 төп ылыҫлы ағас ултыртылды.
Әйткәндәй, Исрафил Йәнсәйетов — яҡын-тирәлә ятҡан Яйҡар, Йәнекәй, Батал, Өскүл ауылдарын хеҙмәтләндергән янғын һүндереү командаһының етәксеһе лә. Иғтибарлы, ихтирамлы депутат ҡына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап Рәхмәт мәктәбенә уҡытырға килгән Гөлниса Әнүәр ҡыҙы менән матур, татыу ғаилә ҡороп ебәрәләр. Береһенән-береһе сибәр, аҡыллы дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Депутатлыҡ эшмәкәрлегендә ҡатыны беренсе кәңәшсеһе, ярҙамсыһы була. Гөлниса Әнүәр ҡыҙына “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәһе тапшырылды.
— Эштәр күп әле, — тип пландар ҡора депутат Йәнсәйетов, — газ үткәреп бөтөргә, янғын һүндереү машинаһына гараж, командаға формалар кәрәк, паркка исем яҙҙыраһы бар. Ә иң мөһиме — асфальт юл һалдырыу.
Гүзәл ҮТӘБАЕВА,
Рәхмәт ауылы
ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.