Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аҡбуҙат” әкиәт иленә әйҙәй
Өфө районындағы Шамонин ауылында тағы бер балалар баҡсаһы асылды. Ул да, тәүгеһе кеүек үк, 160 урынға иҫәпләнгән, шулай ҙа 200-ләп сабыйҙы һыйындырыр, моғайын, сөнки күрше ауылдарҙан да күптәр сираты еткәнен көтә.

Шуныһын билдәләргә кә­рәк: бер нисә йыл элек кенә был урында хатта бер таяу ҙа юҡ ине. Республика ҡаҙнаһынан 90 миллион һумдан ашыу аҡса бү­ленгәс, төҙөүселәр ең һыҙғанып эшкә тотоноп, алһыҙ-ялһыҙ йыл ярымда ике ҡатлы заманса бинаны һалып бөттө, биләмәне лә төҙөк­лән­де­реп, баҡсаға илткән юлды ла өл­гөрт­тө. Һигеҙ төркөм өсөн йоҡо, уйын бүлмәләре генә түгел, һәйбәт итеп йыһазлан­ды­рылған физкультура, музыка залдары ла бар бында.
“Аҡбуҙат” тип аталған яңы баҡса тыштан да бик матур биҙәлгән. Балалар әйтмешләй, әкиәт донъя­һы­на оҡшаған. Әүһәләйҙәр, һыр­ғалаҡ­тар, уйын өсөн аласыҡтар – барыһы ла бәләкәстәрҙең зауы­ғына ярашлы. Биләмәлә хәүеф­һеҙлек тәьмин итеү маҡса­тында даими видеокүҙәтеү алып барылыуын да әйтеп үтеү урынлы.
Шамонинда йәшәгәндәрҙең күп­селеге Өфөгә йөрөп эшләй, шуға балалар баҡсаһы мәсьәләһе был ауыл өсөн ифрат мөһим. Хәҙер инде ауырлыҡтар – артта. Өҫтә­үенә 50-гә яҡын кешегә артабан баш ҡала юлын көн дә тапайһы түгел, уларға үҙ ауылында эш урыны булды. Милли мәнфәғәтте иҫәпкә алып, “Аҡбуҙат”та дәрес­тәрҙе башлыса башҡорт телендә ойошторорға ҡарар иткәндәр.


Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә