“Аҡбуҙат” әкиәт иленә әйҙәй21.01.2015
Өфө районындағы Шамонин ауылында тағы бер балалар баҡсаһы асылды. Ул да, тәүгеһе кеүек үк, 160 урынға иҫәпләнгән, шулай ҙа 200-ләп сабыйҙы һыйындырыр, моғайын, сөнки күрше ауылдарҙан да күптәр сираты еткәнен көтә.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: бер нисә йыл элек кенә был урында хатта бер таяу ҙа юҡ ине. Республика ҡаҙнаһынан 90 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгәс, төҙөүселәр ең һыҙғанып эшкә тотоноп, алһыҙ-ялһыҙ йыл ярымда ике ҡатлы заманса бинаны һалып бөттө, биләмәне лә төҙөкләндереп, баҡсаға илткән юлды ла өлгөрттө. Һигеҙ төркөм өсөн йоҡо, уйын бүлмәләре генә түгел, һәйбәт итеп йыһазландырылған физкультура, музыка залдары ла бар бында.
“Аҡбуҙат” тип аталған яңы баҡса тыштан да бик матур биҙәлгән. Балалар әйтмешләй, әкиәт донъяһына оҡшаған. Әүһәләйҙәр, һырғалаҡтар, уйын өсөн аласыҡтар – барыһы ла бәләкәстәрҙең зауығына ярашлы. Биләмәлә хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында даими видеокүҙәтеү алып барылыуын да әйтеп үтеү урынлы.
Шамонинда йәшәгәндәрҙең күпселеге Өфөгә йөрөп эшләй, шуға балалар баҡсаһы мәсьәләһе был ауыл өсөн ифрат мөһим. Хәҙер инде ауырлыҡтар – артта. Өҫтәүенә 50-гә яҡын кешегә артабан баш ҡала юлын көн дә тапайһы түгел, уларға үҙ ауылында эш урыны булды. Милли мәнфәғәтте иҫәпкә алып, “Аҡбуҙат”та дәрестәрҙе башлыса башҡорт телендә ойошторорға ҡарар иткәндәр.