Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Парлы итеп яратылғанбыҙ
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына ҡаратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарҙы
Кемдәр генә, кемдәр йыуатыр...


Радионан талғын ғына йыр ағыла, уны ишеткән һайын күңелде һағыш биләй. Юҡ, Аллаға шөкөр, үҙем яңғыҙ булғандан түгел, тормош йәме – өс балабыҙ, аңлаған, һәр ваҡыт ғаиләм тип өҙөлөп торған ирем бар. Ауылымдағы ғына түгел, республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән таныш-белеш, дуҫтар, туғандар араһындағы яңғыҙаҡтарҙың аһ-зары, күңел төшөнкөлөгө мине һәр ваҡыт хафаға һала.

Уларҙың күбеһе оло йәштә булыуын иҫәпкә ал­ғанда, ниндәйҙер сара үткәреп, осраштырып, аралаштырыу тигән уй булһа ла, нисектер был эште аҙаҡҡа ҡалдыра килдем. Уй-ниәтте белгәндәй, яңғыҙаҡтар: “Беҙҙең өсөн берәй кисә үткәр, гөрләтеп донъя көткөбөҙ, кемгәлер кәрәкле кеше булып йәшәгебеҙ килә”, – тип ниңәлер тап миңә мөрәжәғәт итә ине. Күптән түгел бер ауылдашымдың: “Апай, тап миңә берәй кәләш, әгәр ғаиләле булһам, эсеп йөрөмәҫ, аҡсамды юҡ-барға тотонғансы, өйөмә алып ҡайтыр инем”, – тиеүе күңел ҡылдарын тағы ҡуҙғатты.
Мин башламаһам, кем һуң тигән маҡсат менән Әбйәлил районының Шәрип ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһында йәшәгән Фәймә (Айгөл) Батыр ҡыҙы Ниғмәтуллинаға мөрәжәғәт иттем. Бынан өс йыл элек яңғыҙаҡтарға үҙ парын табырға ярҙам ниәтенән “Аулаҡ өй” исемле ойошма асып ебәргәнен ишеткәйнем. “Сәләм” тапшырыуын­дағы сығыштарын даими тыңлайым, быйыл респуб­ликалағы 27 димсе араһынан гран-приға лайыҡ булғанын белгәнгә лә, кәңәш өсөн унан да ҡулай кеше тапманым. Билал мәҙәниәт йортонда осрашыу үткәрәйек тигән саҡырыуҙы Фәймә (Айгөл) бик шатланып ҡабул итте.
“Аулаҡ өй” кисәһе көнө яҡынлашҡан һайын, кеше йыйылмаҫ, яңғыҙаҡтар беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итмәҫ тигән икеләнеүҙәр солғап алды. Бил­дәләнгән мәл килеп етте. Мә­ҙәниәт йорто директоры Иршат Юлмөхәмәтов, ауыл хакимиәте башлығы Мәжит Заманов, аш-һыу хәстәрләгән ҡатын-ҡыҙҙар менән түҙемһеҙләнеп ҡунаҡтар­ҙы көтәбеҙ. Башланды. Берәм­ләп, икешәрләп тә, машина ме­нән, автобустарға тейәлеп тә килгән ҡунаҡтарҙы күреп, бар икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Бе­рәмләп һанайбыҙ. Берәү, икәү, өсәү – бөтәһе етмештән ашыу яңғыҙаҡ йыйылғас, мәҙәниәт йорто кесерәйеп ҡал­ғандай тойолдо. Ләкин беҙҙең күңел тар түгел: һәр кемгә айырым иғтибар бүленде, ашнаҡсы ҡыҙҙар йылы аш-һыуын, сәйен тәҡдим итте, залда күңелле көй ағылды. Килгән ҡунаҡтар араһында таныштар күп икән. Уларҙы бер үк хис, бер хәсрәт туғанлаштырып та бөткән, тиһәң дә хата булмаҫ, үҙ-ара әңгәмә ҡора башланылар. Халыҡты Фәймә айырым бүлмәлә ҡабул итте. Унда улар анкета тултырҙы, кисәнең барышы менән танышты.
Мин дә шым ғына ҡабул итеү бүлмәһендә ултырам, яңы танышымдың ихлас һүҙҙәре, төплө фекерҙәре уйға һала. “Бөгөн беҙ 133-сө тапҡыр “Аулаҡ өй”гә йыйылдыҡ” тигән һүҙҙәре һушымды ала яҙҙы. Әйтеүе генә анһат, һәр аҙна республиканың ете районында үткәрелә сара. Кисәгә йөҙҙән ашыу кеше килә, һәр кемгә айырым иғтибар, күңел йылыһы кәрәк. Бөтәһе лә уны ихлас, бар күңелен һалып тыңлай. Егерме өс йылдан ашыу Белорет ҡалаһының лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләүе юҡҡа түгелдер уның, ете райондан килгән ҡырҡ ата балаһын тыңлата белергә һәләт тә, түҙемлек тә кәрәк бит әле. Төрлө уй-ниәт менән килгәндәр бында: кемдер үҙ яртыһын табырға, икенселәр аралашырға, өсөнсөләр ошо мөмкинлектән файҙаланып, бар донъяһын онотоп, кәйеф-сафа ҡорорға...
Үҙем менән таныштырып (ошоға тиклем телефон аша ғына аралашҡайныҡ), янына барам. Тауышын ғына ишетеп тә кешенең кем икәнен айырып бөтәһең. Тап күҙ алдыма килтергәнсә, мөләйем йөҙ, ихлас әңгәмәсе, нескә генә иңенә күпме кешенең яҙмышын үҙенекеләй ҡабул итеп алған ҡатын-ҡыҙ тора алдымда. Ипләп кенә һүҙ башлайым, кеше бигерәк күп бит, атҡарып сығара алырһыңмы эшеңде, тим. Фәймә ихлас, эскерһеҙ көлә: “Эй, апай, беҙ бит, бынан өс йыл элек эш башлағанда 18 кеше булһаҡ, хәҙер 150-нән аштыҡ, был ғына аҙ әле”, – ти.
Кисә башланды. Урыны менән йор һүҙле лә, шаян да була белгән танышым үҙ парҙарын табып ғаилә ҡороу өсөн генә түгел, ә күңел асырға, аралашырға, һөнәрҙәрен һәм һәләттәрен күрһәтергә килгәндәр менән йә уйын үткәрә, йә йырлата, бейетә. Залға күҙ һалам, йыйындағы иң йәш кешегә 27 булһа, иң оло­һона 83 йәш икән. Ошоға тиклем физик мөмкинлек­тәре сикләнгәндәр өсөн дә кисәләр үткәрелгән, бөгөн дә улар беҙҙә ҡунаҡта. Өс йыл эсендә 155 пар өйләнешкән, шуларҙың һигеҙе – физик мөмкинлек­тәре сикләнгән кешеләр. Ун бер сабый тыуған. Былар барыһы ла Фәймәнең – изге башланғысы, яңғыҙҙарҙы парлы итеү, уларҙың яҡты өмөттәрен тормошҡа ашырыу һәм эшенең һөҙөмтәһе.
Билал мәҙәниәт йортондағы кисә октябрҙең һуңғы аҙнаһында тамамланыу алдынан аноним йәшниктәр­гә күҙ һалабыҙ, әйтерһең дә, күмәкләп һөйләшкәндәр – “Ике аҙнанан һуң “Аулаҡ өй”гә Билалға киләйек” тигән тәҡдимдәр һәр бер ҡағыҙ битендә урын алған. Алып барыусылар, ауыл хакимиәте башлығы менән йәнә кәңәшмәгә йыйылабыҙ. Тимәк, ике аҙнаға хушлашабыҙ ҙа тағы ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ.
Ошо ваҡыт эсендә күпме кеше менән телефондан аралашыу, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү “Аулаҡ өй”ҙөң кәрәк­леген тағы ла бер тапҡыр раҫланы.
Икенсе осрашыуға тағы ла дәртләнеберәк, ихласы­раҡ әҙерләнәбеҙ. Тәүге тапҡыр кеше күп булды, был юлы ул тиклем йыйылмаҫ, тигән уйҙабыҙ бөтәбеҙ ҙә. Шул уҡ ихлас ҡаршы алыу, араларында элекке таныштар ҙа бар, улар менән бер тапҡыр күрешкән белеш, икенсе тапҡыр таныш, тип ихлас аралашабыҙ. Тик арала Белорет ҡалаһынан 83 йәшлек Хәмит ағайыбыҙ ғына күренмәй. Фәймәгә, теге ағайыбыҙ килмәгән, оло кеше йыбанғандыр инде, тим. Юҡ, ҡайҙа ул йыбаныу, үҙ парын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны бит Хәмит ағай, ул өйләнде, бөтәгеҙгә лә сәләм әйтеп ҡалды, ти.
Зал алҡыштарға күмелде. Ул ғына түгел, тәүге кисәнән һуң тағы ла ете пар барлыҡҡа килгән, залда тағы шау-шыу ҡупты. Ишембай районынан бер ағайыбыҙ ҙа Уча­лы һылыуы менән сәс­тәрен сәскә бәйләгән икән. Улар ҙа, “Аулаҡ өй” етәксе­һенә шылтыратып, рәх­мәтен бел­дергән. Ике парға һүҙ бирелә – улар ошоға тиклем “Аулаҡ өй”ҙә йөрөп, бер-береһен тап­ҡан йәш йөрәктәр икән. Баҡтиһәң, бында парын табып өйләнеш­кән­дәрҙең артабан ки­сә­гә килеп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, хушлашып китеүе йолаға ингән.
Бөгөн дә кеше бихисап, иҫәпләйбеҙ: 70 кешене күп күрһәк, был юлы унан да артҡанбыҙ – йәмғеһе 111! Тағы ла ете райондан, атап әйткәндә, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Ишембай, Учалы, Йылайыр, Хәй­булла райондарынан, Сибай, Магнитогорск ҡала­ларынан килеүселәр менән аралашам. Кемдәр генә юҡ бында: килен күҙләп килгән ҡәйнәләр ҙә, буйҙаҡ туғандары өсөн пар эҙләүселәр ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә шул тиклем сибәр, белемле, етмәһә, һәр яҡтан оҫта, талантлы. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ араларында. Уларҙың бик аҙҙары ғына тол булһа, күпселеге айырылған йә бөтөнләй кейәүгә сыҡмаған. Тик күбеһенең, күсеп килергә риза түгел­мен, тигәне генә күңелде ҡыра. Ир-егеттәрҙең кәрәк саҡта юғалып ҡалыуы, ситтәрәк йөрөүе, әлеге лә бая­ғы, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың уларға ҡарағанда үтке­рерәк тә, саяраҡ та булыуынан киләлер. Ҡыйыуыраҡ булы­ғыҙ, тип әйтке килә ундайҙарға, бәлки, икенсе яртығыҙ Фәймә Ниғмәтуллинаның бар күңелен һалып эшләгән “Аулаҡ өй”өндәлер. Кисәгә килергә баҙнат итмәгән­дәр, әммә үҙ парын табырға теләгәндәр 8-965 -939-72-00 телефонына шылтырата ала. Беҙ ойошторған кисәлә үҙ яртығыҙҙы табырһығыҙ, тип ышанабыҙ, сөнки Хоҙай бөтәбеҙҙе лә парлы итеп яралтҡан.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 48

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 38

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 33

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 49

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 40

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 49

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 52

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 34

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 39