Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Субсидия… Кемгә тейеш ул?
Коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡының артҡандан-артыуы шаҡ ҡатырыуҙан туҡтамай. Күптәрҙең башын ауырттырған мәсьәләгә әүерелде ул. Шуға күрә йәнә субсидия юллау тәртибе хаҡында иҫегеҙгә төшөрмәксебеҙ.

Әгәр коммуналь хеҙмәт өсөн айлыҡ түләм ғаиләнең дөйөм килеменән 22 проценттан күберәкте тәшкил итә икән, социаль ярҙамдың был төрөнә иҫәп тота алаһығыҙ. Бигерәк тә уға пенсияһы бәләкәй булғандар өмөт итә ала.
Юллауҙы нимәнән башларға?
Тәүҙә урындағы хакимиәттең социаль түләү­ҙәр бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Бүлек инспекторы субсидия ала алыу мөмкинлегегеҙҙе раҫ­ла­һа, документтар әҙерләгеҙ. Мәҫәлән, фа­тирҙа теркәлгән барлыҡ ғаилә ағзаларының паспорты, хеҙмәт кенәгәһе һәм шәхси иҫәп кар­точкаһының (СНИЛС-тың) күсермәләре бу­лырға тейеш. Шулай уҡ һаҡлыҡ кенәгәһе йәки банк картаһынан файҙаланыу тураһындағы килешеүҙең дә ҡулығыҙҙа булыуы мотлаҡ. “Паспорт өҫтәле”ндә ғаилә хәле тураһында белешмә һәм йорт кенәгәһенән күсермә алығыҙ.
Торлаҡҡа хоҡуғығыҙҙы раҫлаған документы­ғыҙ ҙа талап ителә. Яңғыҙ пенсионерҙарға айырылышыуы йәки иренең (ҡатынының) вафат булыуы тураһындағы таныҡлыҡ күсермәһен эшләтеү кәрәк.
Һуңғы алты айҙағы коммуналь хеҙмәт өсөн түләү буйынса квитанцияларығыҙҙы йыйығыҙ. Субсидия алыу өсөн бындай бурысығыҙ бул­маҫҡа тейеш. Йортта теркәлгән барлыҡ ғаилә ағзаларының эш урынынан килеме тураһында белешмә лә талап ителә.
Ҡулығыҙҙағы барлыҡ документтар менән яңы­нан социаль түләүҙәр буйынса бүлеккә мөрә­жәғәт итегеҙ. Анкета тултырып, субсидия бил­дәләһендәр өсөн ғариза яҙығыҙ.
Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ: аҡса күсереү өсөн иҫәп урындағы Һаҡлыҡ банкыһында асылырға тейеш. Яңғыҙаҡ пенсионерҙарҙан да, килем тураһындағы белешмәнән тыш, шундай уҡ документтар талап ителә.
Әгәр ғаилә ағзаларының береһе эшләмәһә һәм халыҡтың мәшғүллек үҙәгендә теркәлмәһә, субсидия тейеш түгел. Ә үҙе йөрөп документ йыя алмағандар социаль хеҙмәткәргә ышаныс ҡағыҙы яҙып, улар ярҙамында юллай ала.





Автор: М. ХАРИСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә