Субсидия… Кемгә тейеш ул?17.01.2015
Коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡының артҡандан-артыуы шаҡ ҡатырыуҙан туҡтамай. Күптәрҙең башын ауырттырған мәсьәләгә әүерелде ул. Шуға күрә йәнә субсидия юллау тәртибе хаҡында иҫегеҙгә төшөрмәксебеҙ.
Әгәр коммуналь хеҙмәт өсөн айлыҡ түләм ғаиләнең дөйөм килеменән 22 проценттан күберәкте тәшкил итә икән, социаль ярҙамдың был төрөнә иҫәп тота алаһығыҙ. Бигерәк тә уға пенсияһы бәләкәй булғандар өмөт итә ала.
Юллауҙы нимәнән башларға?
Тәүҙә урындағы хакимиәттең социаль түләүҙәр бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Бүлек инспекторы субсидия ала алыу мөмкинлегегеҙҙе раҫлаһа, документтар әҙерләгеҙ. Мәҫәлән, фатирҙа теркәлгән барлыҡ ғаилә ағзаларының паспорты, хеҙмәт кенәгәһе һәм шәхси иҫәп карточкаһының (СНИЛС-тың) күсермәләре булырға тейеш. Шулай уҡ һаҡлыҡ кенәгәһе йәки банк картаһынан файҙаланыу тураһындағы килешеүҙең дә ҡулығыҙҙа булыуы мотлаҡ. “Паспорт өҫтәле”ндә ғаилә хәле тураһында белешмә һәм йорт кенәгәһенән күсермә алығыҙ.
Торлаҡҡа хоҡуғығыҙҙы раҫлаған документығыҙ ҙа талап ителә. Яңғыҙ пенсионерҙарға айырылышыуы йәки иренең (ҡатынының) вафат булыуы тураһындағы таныҡлыҡ күсермәһен эшләтеү кәрәк.
Һуңғы алты айҙағы коммуналь хеҙмәт өсөн түләү буйынса квитанцияларығыҙҙы йыйығыҙ. Субсидия алыу өсөн бындай бурысығыҙ булмаҫҡа тейеш. Йортта теркәлгән барлыҡ ғаилә ағзаларының эш урынынан килеме тураһында белешмә лә талап ителә.
Ҡулығыҙҙағы барлыҡ документтар менән яңынан социаль түләүҙәр буйынса бүлеккә мөрәжәғәт итегеҙ. Анкета тултырып, субсидия билдәләһендәр өсөн ғариза яҙығыҙ.
Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ: аҡса күсереү өсөн иҫәп урындағы Һаҡлыҡ банкыһында асылырға тейеш. Яңғыҙаҡ пенсионерҙарҙан да, килем тураһындағы белешмәнән тыш, шундай уҡ документтар талап ителә.
Әгәр ғаилә ағзаларының береһе эшләмәһә һәм халыҡтың мәшғүллек үҙәгендә теркәлмәһә, субсидия тейеш түгел. Ә үҙе йөрөп документ йыя алмағандар социаль хеҙмәткәргә ышаныс ҡағыҙы яҙып, улар ярҙамында юллай ала.