Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабырлыҡ һәм рух көсө юлдаш булһын
Сабырлыҡ һәм рух көсө юлдаш булһын Тырышып-тырышып шиғыр ятлауын, йырлауын ишетеп, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың был аҙымын оло батырлыҡҡа тиңләнем, рухи көсөнә һоҡландым.

Сибайҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Өфө ҡалаһының 13-сө махсуслаштырылған дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты базаһында дистанцияла белем биреү үҙәге асылыуына күп ваҡыт үтмәне. Бөгөн был үҙәктә көньяҡ-көнсығыш райондарҙан бөтәһе 70 бала белем ала, уларҙы 27 уҡытыусы уҡыта. “Мәғариф” өҫтөн­лөк­лө милли проекты сиктәрендә һәм инвалид балаларҙы уҡытыу буйынса федераль программаға ярашлы, уҡыу­сыларҙың барыһы ла бушлай компьютер менән тәьмин ителгән. Интернетҡа ла түләмәй улар. Һәр уҡыусының эш өҫтәле портатив компьютер, лазерлы принтер, сканер, веб-камера, махсус клавиатура, ҡо­лаҡ­сындар, микрофон-колонкалар менән йыһазландырылған. Инвалид балалар өйҙән сыҡмайынса, ғәҙәти белем биреү программаһына яраш­лы, онлайн-дәрестә ултыра. Бындай йүнәлештә белем алғандар мәктәпте 12 йылда тамамлай, дәрестәр 40 минутҡа иҫәпләнгән. Шуны ла әйтер­гә кәрәк: һәр уҡыусы өсөн уның диагнозына ярашлы шәхси белем биреү программаһы һәм план төҙөлгән.
Ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алғандар артабан белемдәрен камиллаштырыу өсөн үҙҙәре һайлаған уҡыу йортона уҡырға инә ала. Әгәр сәләмәтлектәре яҡшырып, тиҫтерҙә­ре менән бергә мәктәптә белем алырға мөмкинлектәре булһа, ундай­ҙар был исемлектән төшөп ҡала.
Ниндәй генә хәлдә булыуына ҡа­ра­маҫтан, бала һәр саҡ бала булып ҡала. Уның да йырлағыһы, һүрәт тө­шөр­гөһө, бейегеһе килә. Әйткәндәй, белем алыуҙың был формаһында дәрестәр теҙмәһендә тик физкульту­ра дәресе генә юҡ. Әммә уҡытыу­сылар дәрес барышында уҡыусылар өсөн махсус ял минуттары үткәрә, уларҙың ялын һәм буш ваҡытын ойоштороуға бар күңелен һала. Шуға күрә үҙәктә иҫәптә торған балалар­ҙың һәр береһенең үҙенең яратҡан шөғөлө бар. Мәҫәлән, Йылайыр районы ҡыҙы Айгизә Ҡаҙаҡҡолованың тауышы моңло, ул йырларға ярата. Аҡъярҙан Иҙел Хәкимов Республика көнөнә арналған шиғыр конкурсында Рәми Ғариповтың “Урал йөрәге” шиғырын һөйләп, Гран-при яуланы. Беренсе класта ғына уҡыуына ҡара­маҫтан, Сибайҙан Амалия Папян менән Дарья Абрамяндар ҙа бик матур итеп шиғыр һөйләп ишеттерҙе.
Дистанцияла белем биреү үҙәге­нең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Ғәлиә Илембәтова әй­те­­үенсә, мөмкинлектәре сикләнгән ба­лаларҙың һау-сәләмәт уҡыу­сыларға ҡарағанда ла белем алыуға теләк­тәре көслөрәк. Уларҙың ынтылыштарына, рух ныҡлығына һоҡланырға ғына ҡала. Уҡыу ни тиклем ауыр би­релеүгә ҡарамаҫтан, барыһы ла тырыша.
Бөгөн был үҙәк ҡаланың 6-сы мәк­тәбенең бер бүлмәһен ҡуртымға алған. Унда бер нисә уҡытыусы бер юлы дәрес бирә. Шуға күрә ҡайһы саҡта ауырыраҡ та була, сөнки һау­лыҡтарына бәйле бәғзе балалар тыныс шарттарҙа ғына уҡыуҙы хуп күрә. Киләсәктә уҡыу бүлмәләренең һаны артһа, уҡыусылар өсөн дә, уларға белем биргән уҡытыу­сыларға ла күпкә уңайлыраҡ булыр ине.
Яҙмыш тарафынан ҡыйырһы­ты­лып, әммә яҡындары эргәһендә яҡ­лау һәм аңлау тапҡан дистанцияла белем биреү үҙәгендә уҡыусыларҙың иң изге хыялдарының тормошҡа ашыуын, маҡсаттарына ынтылып, көслө булып ҡалыуҙарын теләйек. Иң мөһиме – улар менән көн дә шөғөл­ләнеп, белем бирергә тырышҡан ата-әсәләре һәм уҡытыусыларына оло йөрәк, сабырлыҡ һәм рух көсө юлдаш булһын. Бигерәк тә үҙәктең тәүге көнөнән үк эшләгән уҡытыусылар Ғәлиә Илембәтова, Әлиә Әбүбәке­рова, Миңлегөл Мәжитоваларға ҙур рәхмәтле улар.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә