Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормош матур йәшәй белгәнгә...
Тормош матур йәшәй белгәнгә... Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә эскелектән йылына 80 мең кеше вафат бу­ла. Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы­ның өстән бер өлөшө тигән һүҙ был. Хәл нисек кенә аяныслы бул­маһын, халыҡтың ҡасан да булһа айығырына барыбер ҙә өмөт бар.

Хәмер эсмә, донъя көт

Рәсәйҙә бынан бер нисә быуат элек үк эскелеккә ҡаршы көрәшеп ҡараған­дар. Һыра һатыусыларҙың хатта ҡул­дарын да өҙгәндәр. Заман башҡа — заң башҡа: бөгөн эскелеккә ҡаршы ҡану­ниәт­кә генә таянып көрәшәләр. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселек көсө менән дә ҡайһы бер уңыштарға өлгәшелә.
Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы бынан бер нисә йыл элек башлан­ғайны. Бәйгенең киң таралыуы халыҡ­тың уны хуплауы тураһында һөйләй. Шарттар ҙа, алымдар ҙа ишәйә. Конкурс бит отчет биреү өсөн генә үткә­релмәй. Йәмғиәт, ысынлап та, үҙенең ниндәй һаҙға батҡанын аңлай башланы, күрәһең…
Ишембай районының Һайран ауылында айыҡ тормош өсөн көрәште “Баш­ҡортостан” гәзите яҡтыртҡайны инде. Бер йыл эсендә ошо йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылғаны, үҫеш бармы-юҡмы икәнлеге һиҙелә лә инде.
Һайран ауыл хакимиәте башлығы Әми­нә Мәһәҙиеваға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Вәлишина ныҡлы терәк икән. “Уң ҡулым”, – тип маҡтап та ебәрә Әминә Зәкәрәй ҡыҙы. Ысынлап та, шундай ҙур ауылда “йәшел йы­лан”дан еңел генә ҡотолоп булмай шул. Иртәме-кисме, Лилиә Вәлишина гел халыҡ араһында: кемделер иҫкәртә йә хуплай. Эсеп-туҙып йөрөүселәргә көн юҡ. Әле ағыуланып өлгөрмәгән йәштәрҙе лә онотмай рәйес. Ҡыҙ һәм егеттәр – йә спорт залында, йә төрлө өмә­ләрҙә. Тик бына көслө затҡа “буш ва­ҡыт” ҡына йыш эләкмәй. Ир-ат мал араһында, ҡайһы берҙәре ситтә эштә.
Ауылда саҡ ҡына “ҡыйыш тейәүсе” табылдымы, ҡатын-ҡыҙҙар советы “һә” тигәнсә йыйылып кәңәшләшә лә тәртип боҙоусының өйөнә юл тота. Әгәр ҙә хәмер һатыу осрағы һиҙелһә, тейешле тикшереү үткәрелә. Бер ҡараһаң, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте етерлек, үҙ донъя­һы бар. Тик әлеге совет вәкилдәренең (уның өсөн эш хаҡы алмаһа ла!) айыҡ йәштәр, айыҡ ауыл тип янып йөрөүҙәре һоҡландыра.
Тормош матур йәшәй белгәнгә...Үҙгәрештәргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙ­ҙар Һайран ауылында бер нисә хәмер һатыу нөктәһе барлығы хаҡында хә­бәр иткәйне. Был күренеш юҡҡа сыҡ­ҡан. Тимәк, эскелеккә ҡар­шы ысынлап та көрәшеп була!

“Кәштәнән алығыҙ!”

Стәрленән сығыу менән юл буйын­дағы Рощинский ауылына инмәй үтеү мөм­кин түгел: ундағы бөхтәлек, таҙа­лыҡ арбамай ҡалмай. Бында йәшәгән халыҡтың күңеле лә матур шул: бер­ҙәм, татыу һәм ты­рыш кешеләр йәшәй. Тик бө­төн Рәсәйҙе сор­наған эскелек проблема­һы әлеге ауылды ла урап үтмәгән, бәхеткә күрә, был кү­ре­неш тарихта ғына ҡалған икән.
Ауыл халҡын тауары ме­нән бөтә республикаға бил­дәле “Рощинский” сов­хозы магазины хеҙ­мәт­ләндерә. (Күп­селек нәҡ ошо хужалыҡта эш урыны тапҡан). Бынан бер нисә йыл элек совхоз етәк­се­леге магазиндарҙа иҫерт­кес эсемлектәр һа­тыуҙы бөтөн­ләй тыя. Хатта һыра ла эҙләп табырмын тимә.
— Етте! Кәштәләрҙән ара­ҡыны алығыҙ! – ти бер көн кәңәшмәлә Әнүәр Абдра­фи­ҡов. Хужаның яҡ­шы ниәтен шунда уҡ кү­тәреп алалар. Шул көн­дән башлана ла инде Рощинскийҙа айыҡ тормошҡа йүнә­леш. Эх, шундай талапсан етәк­селәр күберәк булһын ине лә бит…
“Айыҡ ауыл” конкурсында рощин­скийҙар ихлас ҡатнаша. Халыҡтың ялын, буш ваҡытын ойоштороуға бөтә көстө йүнәлткәндәр. Йәйен спорт май­ҙансығында туп типһәләр, ҡышын мәҙә­ниәт йорто сәхнәһенән төшмәйҙәр, клуб­тың спорт залы һәр саҡ асыҡ. Ауыл халҡына көнләшерлек тә: хеҙмәт урыны бар, эш хаҡы мул, ҡайтышлай уҡ үҙе етештергән продукцияны һатып ала, киске аштан һуң ауылдаштары менән клубта концерт ҡарай, волейбол һуға. Бәхетле тормош өсөн тағы ни кәрәк?!
Әйтелгәндәргә урындағы хакимиәт­тең тәртип боҙоусыларҙың өйҙәренә йөрөүен, егеттәрҙе фатиха биреп әр­мегә оҙатыуын һәм башҡа бик күп ма­тур күренештәрҙе лә өҫтәргә булыр ине. Халыҡ менән етәкселектең берҙәм эшләүе, берҙәм йәшәүе ҙур көскә эйә!
…“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатна­шыусыларҙы баһалаған комиссия ағза­ларының эшен күҙәткәндә, шуны аң­ла­ным: араҡыны кәштәнән алып ҡына яуаплылыҡ төшмәй, типһә тимер өҙөрлөк айыҡ ир-егеткә хеҙмәт урыны, буш ваҡыт уҙғарыу сараһын да күҙал­ларға кәрәк. Шул саҡта ғына сәләмәт тормош башлана. Ә бөгөн телгә алын­ған ауылдар был йәһәттән алда бара. Тимәк, һайрандарҙың да, рощинский­ҙарҙың да киләсәге ышаныслы!





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай – Стәрлетамаҡ райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә