Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә эскелектән йылына 80 мең кеше вафат була. Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡының өстән бер өлөшө тигән һүҙ был. Хәл нисек кенә аяныслы булмаһын, халыҡтың ҡасан да булһа айығырына барыбер ҙә өмөт бар.Хәмер эсмә, донъя көтРәсәйҙә бынан бер нисә быуат элек үк эскелеккә ҡаршы көрәшеп ҡарағандар. Һыра һатыусыларҙың хатта ҡулдарын да өҙгәндәр. Заман башҡа — заң башҡа: бөгөн эскелеккә ҡаршы ҡануниәткә генә таянып көрәшәләр. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселек көсө менән дә ҡайһы бер уңыштарға өлгәшелә.
Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы бынан бер нисә йыл элек башланғайны. Бәйгенең киң таралыуы халыҡтың уны хуплауы тураһында һөйләй. Шарттар ҙа, алымдар ҙа ишәйә. Конкурс бит отчет биреү өсөн генә үткәрелмәй. Йәмғиәт, ысынлап та, үҙенең ниндәй һаҙға батҡанын аңлай башланы, күрәһең…
Ишембай районының Һайран ауылында айыҡ тормош өсөн көрәште “Башҡортостан” гәзите яҡтыртҡайны инде. Бер йыл эсендә ошо йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылғаны, үҫеш бармы-юҡмы икәнлеге һиҙелә лә инде.
Һайран ауыл хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиеваға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Вәлишина ныҡлы терәк икән. “Уң ҡулым”, – тип маҡтап та ебәрә Әминә Зәкәрәй ҡыҙы. Ысынлап та, шундай ҙур ауылда “йәшел йылан”дан еңел генә ҡотолоп булмай шул. Иртәме-кисме, Лилиә Вәлишина гел халыҡ араһында: кемделер иҫкәртә йә хуплай. Эсеп-туҙып йөрөүселәргә көн юҡ. Әле ағыуланып өлгөрмәгән йәштәрҙе лә онотмай рәйес. Ҡыҙ һәм егеттәр – йә спорт залында, йә төрлө өмәләрҙә. Тик бына көслө затҡа “буш ваҡыт” ҡына йыш эләкмәй. Ир-ат мал араһында, ҡайһы берҙәре ситтә эштә.
Ауылда саҡ ҡына “ҡыйыш тейәүсе” табылдымы, ҡатын-ҡыҙҙар советы “һә” тигәнсә йыйылып кәңәшләшә лә тәртип боҙоусының өйөнә юл тота. Әгәр ҙә хәмер һатыу осрағы һиҙелһә, тейешле тикшереү үткәрелә. Бер ҡараһаң, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте етерлек, үҙ донъяһы бар. Тик әлеге совет вәкилдәренең (уның өсөн эш хаҡы алмаһа ла!) айыҡ йәштәр, айыҡ ауыл тип янып йөрөүҙәре һоҡландыра.
Үҙгәрештәргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙар Һайран ауылында бер нисә хәмер һатыу нөктәһе барлығы хаҡында хәбәр иткәйне. Был күренеш юҡҡа сыҡҡан. Тимәк, эскелеккә ҡаршы ысынлап та көрәшеп була!
“Кәштәнән алығыҙ!”Стәрленән сығыу менән юл буйындағы Рощинский ауылына инмәй үтеү мөмкин түгел: ундағы бөхтәлек, таҙалыҡ арбамай ҡалмай. Бында йәшәгән халыҡтың күңеле лә матур шул: берҙәм, татыу һәм тырыш кешеләр йәшәй. Тик бөтөн Рәсәйҙе сорнаған эскелек проблемаһы әлеге ауылды ла урап үтмәгән, бәхеткә күрә, был күренеш тарихта ғына ҡалған икән.
Ауыл халҡын тауары менән бөтә республикаға билдәле “Рощинский” совхозы магазины хеҙмәтләндерә. (Күпселек нәҡ ошо хужалыҡта эш урыны тапҡан). Бынан бер нисә йыл элек совхоз етәкселеге магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы бөтөнләй тыя. Хатта һыра ла эҙләп табырмын тимә.
— Етте! Кәштәләрҙән араҡыны алығыҙ! – ти бер көн кәңәшмәлә Әнүәр Абдрафиҡов. Хужаның яҡшы ниәтен шунда уҡ күтәреп алалар. Шул көндән башлана ла инде Рощинскийҙа айыҡ тормошҡа йүнәлеш. Эх, шундай талапсан етәкселәр күберәк булһын ине лә бит…
“Айыҡ ауыл” конкурсында рощинскийҙар ихлас ҡатнаша. Халыҡтың ялын, буш ваҡытын ойоштороуға бөтә көстө йүнәлткәндәр. Йәйен спорт майҙансығында туп типһәләр, ҡышын мәҙәниәт йорто сәхнәһенән төшмәйҙәр, клубтың спорт залы һәр саҡ асыҡ. Ауыл халҡына көнләшерлек тә: хеҙмәт урыны бар, эш хаҡы мул, ҡайтышлай уҡ үҙе етештергән продукцияны һатып ала, киске аштан һуң ауылдаштары менән клубта концерт ҡарай, волейбол һуға. Бәхетле тормош өсөн тағы ни кәрәк?!
Әйтелгәндәргә урындағы хакимиәттең тәртип боҙоусыларҙың өйҙәренә йөрөүен, егеттәрҙе фатиха биреп әрмегә оҙатыуын һәм башҡа бик күп матур күренештәрҙе лә өҫтәргә булыр ине. Халыҡ менән етәкселектең берҙәм эшләүе, берҙәм йәшәүе ҙур көскә эйә!
…“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусыларҙы баһалаған комиссия ағзаларының эшен күҙәткәндә, шуны аңланым: араҡыны кәштәнән алып ҡына яуаплылыҡ төшмәй, типһә тимер өҙөрлөк айыҡ ир-егеткә хеҙмәт урыны, буш ваҡыт уҙғарыу сараһын да күҙалларға кәрәк. Шул саҡта ғына сәләмәт тормош башлана. Ә бөгөн телгә алынған ауылдар был йәһәттән алда бара. Тимәк, һайрандарҙың да, рощинскийҙарҙың да киләсәге ышаныслы!