Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нигеҙҙәре ырыҫлы, эштәре ырамлы
Нигеҙҙәре ырыҫлы, эштәре ырамлы — Әйҙүк, маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, — тип ҡаршыланы беҙҙе хужабикә.
— Маҡтар, данлар эшегеҙ булғас, уныһы беҙҙән ҡалмаҫ, — тим, гәзиттә өлгөлө, тырыш ғаилә тураһында яҙырымды уйлап.
— Хужалыҡ итеү нимә ул, — ти Тәскирә, шат йылмайып, — ейәнебеҙ бар!
— Шунан да ҙур шатлыҡ буламы донъяла! Бына бит, “Башҡортостан” һеҙҙең нигеҙгә ныҡлыҡ, ырыуығыҙға ырыҫ алып килгән...


Яңы тыуған сабыйға Ильяс тип исем ҡушырға ниәтләйҙәр икән. Атай кеше – Ғәлләмовтарҙың ке­йәүе Илнар – осоп ҡына йөрөй инде. Ҡанаты булһа, биллаһи, һөйгәне Ай­һылыу менән бәпесе ҡырына осоп ҡына барып етер ине!
Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, ишле ғаиләнең йорт-ҡаралтыһының төҙөклөгө, үҙен­сә­леге хайран итте. Тәү ҡарашҡа өйҙән сыҡмайынса ғына йомошто үтәп булыуы, хатта мунсаһын да инеүе ауыл өсөн бигүк хас түгел дә һымаҡ. Ләкин бит киләсәк нәҡ шундай проект­тарҙы көтә. Юғиһә, ауыл менән ҡала тормошо шарт­­тарын тигеҙ­ләү тураһында ярты быуаттан ашыу һөйләнелә.
Шарттар менән аңлашыла. Ә бына эшкә килгән­дә... Ай-һай, тиҙ генә булырмы икән? Ғәлләмовтар ҙа крәҫтиән аҙыҡ-түлек етеште­рергә тейеш тип иҫәп­ләй. Тимәк, был йәһәттән ҡала менән ауылды тигеҙләп булмай. Үҙҙәре лә өйлә­нешкәндән бирле бар бәхетте эш­тә, балалар үҫтереүҙә күрә. Бер-­бер артлы биш балаһы – Радик, Айһылыу, Алһыу, Да­нир, Данис – тыуып, ҡул араһына инә бара. Бөгөн иһә улар — олатай менән өләсәй. Тырышлыҡ тигәндән, фермер хужалығы ойошторғансы уҡ дүрт баш һыйыр аҫрайҙар.
Нигеҙҙәре ырыҫлы, эштәре ырамлы– Шәхси хужалыҡты киңәйтәбеҙ тип, үгеҙ, таналар алып ҡарағайныҡ. Иткә һимертеп һатыу өсөн, – ти Илгиз. – Ләкин аҡсаһын тотондоҡ та бөттөк. Ә теге дүрт һыйырҙан көнөнә 40-ар литр һөт тапшырабыҙ. Әһә, тибеҙ, һыйыр аҫрарға кәрәк...
Бынан өс йыл элек улар ҡалған таналарын һыйыр итеп, тәүҙә 10 башҡа, һуңынан 15-кә еткерә. Фермер хужалығы ойошторорға ҡарар иткәс, тағы ла ишәйтәләр. Бөгөн Ғәлләмовтарҙың 50 баш һауын һыйыры, биш танаһы, аты бар. Элекке колхоз фермаһының ике бинаһын яйлап түләү шарты менән алғандар. Оҙайлы кредит юлла­ғандар. Әле килеп “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһына ҡушы­лыр өсөн документтар әҙерләгән­дәр. Барлығы 115 гектар ерҙәре бар. Шуның 52 гектарын көтөүлек билә­һә, 13-өн – бесәнлек. Ҡалғанында иген культуралары үҫтерәләр.
– Киләсәктә тоҡомло малға иғтибарҙы артты­рырға ине, – ти Ил­гиз Рәйес улы. – Үҙебеҙгә тип тырышҡас, эш тә бара. Ғаилә етеш йәшәһә, ил дә көслө була бит...
Форсаттан файҙаланып, Ғәллә­мов­тар ауылдаштарына, район етәк­селеге, республика халҡына рәхмәтен еткерергә ҡушты. Эш шунда: Данир улдары ҡаты ауырып киткәс, уны Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, Мәскәүҙә дауаларға тура килә.
– Барлыҡ район, республика халҡы ярҙам итте. Бөгөн, Аллаға шөкөр, улыбыҙ һауыҡты, – тип шатлана Тәскирә. – Балаларҙың иҫәнлек­-һаулығынан да ҙур байлыҡ юҡ донъяла!
Әсә һүҙҙәренә нимәлер өҫтәүҙең кәрәге юҡ. Донъяла йәшәүҙең мәғә­нәһе шуның менән әйтелгән...




Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ Район: Әлшәй районы, Никифар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә