— Әйҙүк, маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, — тип ҡаршыланы беҙҙе хужабикә.
— Маҡтар, данлар эшегеҙ булғас, уныһы беҙҙән ҡалмаҫ, — тим, гәзиттә өлгөлө, тырыш ғаилә тураһында яҙырымды уйлап.
— Хужалыҡ итеү нимә ул, — ти Тәскирә, шат йылмайып, — ейәнебеҙ бар!
— Шунан да ҙур шатлыҡ буламы донъяла! Бына бит, “Башҡортостан” һеҙҙең нигеҙгә ныҡлыҡ, ырыуығыҙға ырыҫ алып килгән...Яңы тыуған сабыйға Ильяс тип исем ҡушырға ниәтләйҙәр икән. Атай кеше – Ғәлләмовтарҙың кейәүе Илнар – осоп ҡына йөрөй инде. Ҡанаты булһа, биллаһи, һөйгәне Айһылыу менән бәпесе ҡырына осоп ҡына барып етер ине!
Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, ишле ғаиләнең йорт-ҡаралтыһының төҙөклөгө, үҙенсәлеге хайран итте. Тәү ҡарашҡа өйҙән сыҡмайынса ғына йомошто үтәп булыуы, хатта мунсаһын да инеүе ауыл өсөн бигүк хас түгел дә һымаҡ. Ләкин бит киләсәк нәҡ шундай проекттарҙы көтә. Юғиһә, ауыл менән ҡала тормошо шарттарын тигеҙләү тураһында ярты быуаттан ашыу һөйләнелә.
Шарттар менән аңлашыла. Ә бына эшкә килгәндә... Ай-һай, тиҙ генә булырмы икән? Ғәлләмовтар ҙа крәҫтиән аҙыҡ-түлек етештерергә тейеш тип иҫәпләй. Тимәк, был йәһәттән ҡала менән ауылды тигеҙләп булмай. Үҙҙәре лә өйләнешкәндән бирле бар бәхетте эштә, балалар үҫтереүҙә күрә. Бер-бер артлы биш балаһы – Радик, Айһылыу, Алһыу, Данир, Данис – тыуып, ҡул араһына инә бара. Бөгөн иһә улар — олатай менән өләсәй. Тырышлыҡ тигәндән, фермер хужалығы ойошторғансы уҡ дүрт баш һыйыр аҫрайҙар.
– Шәхси хужалыҡты киңәйтәбеҙ тип, үгеҙ, таналар алып ҡарағайныҡ. Иткә һимертеп һатыу өсөн, – ти Илгиз. – Ләкин аҡсаһын тотондоҡ та бөттөк. Ә теге дүрт һыйырҙан көнөнә 40-ар литр һөт тапшырабыҙ. Әһә, тибеҙ, һыйыр аҫрарға кәрәк...
Бынан өс йыл элек улар ҡалған таналарын һыйыр итеп, тәүҙә 10 башҡа, һуңынан 15-кә еткерә. Фермер хужалығы ойошторорға ҡарар иткәс, тағы ла ишәйтәләр. Бөгөн Ғәлләмовтарҙың 50 баш һауын һыйыры, биш танаһы, аты бар. Элекке колхоз фермаһының ике бинаһын яйлап түләү шарты менән алғандар. Оҙайлы кредит юллағандар. Әле килеп “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһына ҡушылыр өсөн документтар әҙерләгәндәр. Барлығы 115 гектар ерҙәре бар. Шуның 52 гектарын көтөүлек биләһә, 13-өн – бесәнлек. Ҡалғанында иген культуралары үҫтерәләр.
– Киләсәктә тоҡомло малға иғтибарҙы арттырырға ине, – ти Илгиз Рәйес улы. – Үҙебеҙгә тип тырышҡас, эш тә бара. Ғаилә етеш йәшәһә, ил дә көслө була бит...
Форсаттан файҙаланып, Ғәлләмовтар ауылдаштарына, район етәкселеге, республика халҡына рәхмәтен еткерергә ҡушты. Эш шунда: Данир улдары ҡаты ауырып киткәс, уны Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, Мәскәүҙә дауаларға тура килә.
– Барлыҡ район, республика халҡы ярҙам итте. Бөгөн, Аллаға шөкөр, улыбыҙ һауыҡты, – тип шатлана Тәскирә. – Балаларҙың иҫәнлек-һаулығынан да ҙур байлыҡ юҡ донъяла!
Әсә һүҙҙәренә нимәлер өҫтәүҙең кәрәге юҡ. Донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе шуның менән әйтелгән...