Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йән тартмаһа ла, ҡан тарта
Йән тартмаһа ла, ҡан тарта Бер ваҡыт Мәскәүҙән хат килеп төштө. Уның йөкмәткеһе түбәндәгесә ине:
«Хөрмәтле Тәлғәт туған! Һеҙгә Ришат Сәғит улы Шаһманов яҙа. Беҙ бер үк фамилияла йөрөйбөҙ һәм, моғайын, бер нәҫелдәнбеҙҙер. Үкенескә ҡаршы, мин ырыуым тарихын ныҡлап белмәйем, сөнки атайым Сәғит Абдрахман улы Шаһманов вафат инде, ә туған-тыумаса менән бәйләнеш күптән өҙөлдө. Атайым бәләкәй сағымда олатайым Абдрахман Шаһманов тураһында, ул боронғо ла, данлыҡлы ла ырыуыбыҙҙың абруйлы кешеһе иҫәпләнгән, тип һөйләй торғайны. Олатайым мулла һәм бағымсы булған.
ХХ быуаттың 30-сы йылдарында репрессияға эләгеп, һәләк ителгән. Ул ваҡытта Боғорослан тирәһендә йәшәгән булһа кәрәк.
Мин Салауат ҡалаһында үҫтем. Әсәйем Рәхимә Ғариф ҡыҙы Шаһманова оҙаҡ йылдар ҡаланың 17-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. 1970 йылда Мәскәүгә уҡырға киттем, Мәскәү физика-техник институтын тамамланым. Шунан бирле илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәйем.
Осраҡлы рәүештә генә һеҙҙең Шаһмановтар нәҫеле тарихын өйрәнеүегеҙҙе, был хаҡта хатта китап яҙып, баҫтырып сығарыуығыҙҙы белеп ҡалдым. Шуға бәйле һеҙгә ысын рәхмәт һәм ихтирамымды еткергем килә. Минең улым үҫә, уға, үкенескә ҡаршы, үҙ нәҫелебеҙҙең ысын төплө тарихын һөйләүҙән мәхрүммен. Шуға күрә китабығыҙҙың бер данаһын почта аша ебәрһәгеҙ, бик тә рәхмәтле булыр инем.
Бынан тыш, бәлки, һеҙҙә минең олатайымдың исем-аты яҙылған Шаһмановтар нәҫеленең тармағы ла барҙыр. Шул турала ла ентекләберәк яҙһағыҙ ине”.


Ысынлап та, башҡорт халҡының тари­хи шәхесе, Тамъян ырыуы бейе, XVI быуатта көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыу­ҙары исеменән Иван Грозныйға Рус дәүләте менән Башҡортостан ара­һында ике яҡлы килешеү төҙөү, йәғни федерализмға нигеҙ һалышыу өсөн барған Шағәле Шаһман вариҫтары хә­ҙерге көндә Башҡортостан Респуб­ли­каһында ғына түгел, унан ситтә лә күп­ләп йәшәй. Шуларҙың бер тармағы Ырымбур өлкәһе Әсекәй районының Иҫке Ҡолшәриф, Яңы Ҡолшәриф, Иҫке Мөьмин, Яңы Мөьмин һәм Шаммасовка ауылдарында ғүмер итә. Тик Татар­стан­ға сиктәш булыу cәбәпле, был ауыл­дарҙың элекке мәҙрәсә-мәктәптәрендә лә, бөгөнгө уҡыу йорттарында ла баш­ҡорт балаларын татар телендә уҡытыу арҡаһында әлеге данлыҡлы нәҫел вә­килдәренең теле татарлашҡан, уларҙың милли үҙаңы үҙгәреш кисергән.
Үрҙә телгә алынған ауылдарҙы ни­геҙ­ләгәндәрҙең ата-бабалары Тамъян ырыуы башҡорттарынан бей һәм кенәз Шағәле Шаһман вариҫтары икәнлеген Р.М. Булгаков менән М.Х. Нәҙерғолов төҙөп, баҫтырып сығарған “Башкирские родословные” китабындағы бер шәжәрә ныҡлы дәлилләй. Ул — “Стәрлетамаҡ өйәҙенең 9-сы кантонындағы Тамъян олоҫо башҡорттары менән Боғорослан өйәҙенең Мөьмин ауылы башҡортта­ры­ның ҡан-ҡәрҙәшлеге тураһында Дәүләт­хужа улы Әлимғужа тарафынан яҙыл­ған, имам Ғабдулҡадирҙың улы Ғабдулхаҡ тарафынан күсереп алынған хат” тигән ҡулъяҙма ҡомартҡы.
Шәжәрәнән күренеүенсә, хәҙерге Әсе­кәй районындағы ҡан-ҡәрҙәш­тәребеҙ, башлыса, Шағәле Шаһ­мандың Бураш исемле улынан таралған: Шағәле Шаһ­ман (0) – Бураш (1) - Бикәй (2) – Килмәт (3) – Дуҫмөхәмәт (4) – Ҡолшәриф (5) .
Ҡолшәриф башҡорт кенәзенең бишенсе быуын вариҫы, йәғни тыуаяты булып сыға. Ҡолшәрифтең улдары – Мөьмин, Мөхсин һәм Мостафа. Мөьмин — хәҙерге Әсекәй районындағы Иҫке Мөьмин (Тамъян) ауылын нигеҙләүсе.
XIX быуат башында, 1809 йылда бер төркөм нәҫелдәштәре менән Боғо­рос­лан өйәҙенең Мөьмин ауылынан Иҙел-Нөгөш тамъяндарына ҡунаҡҡа килеп, ата-бабаларының шәжәрәһен күсереп, уны уҡымышлы нәҫелдәштәренән раҫ­лат­тырып алған Вәлит Мөьмин улының шәжәрә тармағы түбәндәгесә: Шағәле Шаһман – Бураш – Бикәй — Килмәт — Дуҫмөхәмәт — Ҡолшәриф – Мөьмин – Вәлит.
Нәҫелдәштәре, аҫаба башҡорттар икәнлектәрен раҫлап, шәжәрәгә үҙ тамғаларын ҡуйған. Улар – хәҙерге Кө­йөргәҙе районына ҡараған Түкән ауылынан Ҡаҙаҡбай Түкәнов, Мәләүез ра­йонының Иҫке Муса ауылынан Ғүмәр Мусин, Илкәнәй Теләүембәтов, Моҡас ауылынан Әлимғужа Дәүләтҡужин һ.б. Был шәхестәрҙең Шағәле Шаһман нәҫеленән икәнлеге, шәжәрәләре яҡшы билдәле.
1809 йылғы шул тарихи ҡомартҡыны 1902 йылда Вәлиттең бүләһе Ғабдул­хаҡ Ғабдулҡадир улы яңыртып күсереп яҙған.
Был шәжәрәләге мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөккә тап килеүен Ырымбур өлкә­һе тыуған яҡты өйрәнеү музейының элекке өлкән ғилми хеҙмәткәре С. По­повтың 1984 йылдың 5 апрелендә “Южный Урал” гәзитендә донъя күргән “Әсекәй районына халыҡтың күсенеүе» исемле мәҡәләһендәге түбәндәге юл­дар ҙа раҫлай: “Әсекәй районы билә­мә­ләре Оло Кинель һәм уның ҡушылдығы Бәләкәй Кинелдең үрге яғында урын­лашҡан. Халҡы күп милләтле: татар, башҡорт, урыҫ, мордва, сыуаш, украиндар йәшәй. Райондың иң боронғо халҡы булып башҡорттар, башлыса Ҡыпсаҡ менән Тамъян ҡәбиләләре башҡорттары иҫәпләнә. Оло Кинель буйын­дағы хәҙерге ҙур татар ауылдарынан иҫәпләнгән Әсекәй, Иҫке Солтанғол, Иҫке Ҡолшәриф – баш­ҡорт­тар тарафынан нигеҙләнгән ауылдар. Уларҙың исемдәре башҡорт старшиналары Әсекәй, Солтанғол, Ҡолшәриф һәм Мөьмин (Иҫке Мөьмин ауылы) исемдәре менән бәйле. Был ауылдарға татарҙарҙың күпләп килеп ултырыуы арҡаһында уларҙың төп халҡын тәшкил иткән башҡорттар, яйлап үҙ телен юғалтып, татар теленә күскән һәм милли теле буйынса татар булып иҫәпләнә. Шулай ҙа халыҡ хәтерендә был ауылдарҙы башҡорттар нигеҙләгәне һаҡланған. Мәҫәлән, Иҫке Мөьмин ауылының урын­дағы, йәғни рәсми булмаған исеме — Тамъян, Иҫке Солтанғол ауылыныҡы – Иҫке Башҡорт, йәғни иҫке башҡорт ауылы Иҫке Ҡолшәриф ауылының элекке исемдәре – Башҡорт, Иҫке ауыл. Яңы Ҡолшәриф ауылы Яңы Баш­ҡорт тип йөрөтөлә. Тағы шуныһы: Яңы Ҡолшәриф ауылын XVIII быуат­тың 80-се йылдарында Иҫке Ҡол­шәриф ауылы кешеләре нигеҙләгән. 1795 йылда унда типтәрҙәрҙең ике йынысынан да 35 кеше теркәлгән. Исемдәре үрҙә телгә алынған ауыл­дарҙың ҡасан барлыҡҡа килгәнен әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа XVII быуат­тың 70 – 80-се йылдарынан да һуң булмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, хәҙерге Әсекәй ауылы 1781 йылдан башлап билдәле”.
Иҫке Мөьмин, Иҫке Ҡолшәриф һәм Иҫке Солтанғол ауылдарының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында түбәндәге легенда ла һаҡланып ҡалған. Уны тәүҙә Ирек Нури улы Йәлилов тигән кеше яҙып алып, ҡулъяҙма вариантын әҙерләгән; һуңынан Хәлил Хәйбрахман улы Хәбиров әҙәби яҡтан эшкәрткән. Беҙ уның тексын башҡорт әҙәби теленә түбәндәгесә тәржемә иттек:
“XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында Ағиҙел, Дим йылғалары буйында башҡорттар йәшәгән. Уларҙың төп шөғөлө малсылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ булған. Бер ваҡыт Шәреғол (Ҡолшәрифтең ысын исеме) менән Арыҫланғол исемле малайҙар Ағиҙел ярында балыҡ ҡармаҡлап ул­тыр­ғанда, ҡайҙандыр бер кәмә килеп сыға. Ундағы кешеләр малайҙарҙы ур­лап алып китә. Оҙаҡ йөҙөп бара улар. Ниһайәт, бер ваҡыт Оло Иҙел (Волга) ярына килеп туҡтайҙар. Ниндәйҙер ҡалала малайҙарҙы быға саҡлы бел­мәгән-күрмәгән бер сауҙагәргә һатып ебәрәләр. Арыҫлан­ғол юлда үлеп ҡала. Һигеҙ йәшлек Шәреғол ҡол Шәрифкә (Ҡолшәриф) әйләнә.
Һигеҙ-ун йыл буйына сауҙагәр уны һа­тыу-алыу эшенә өйрәтә, алыҫ ҡала­лар­ға һәр саҡ үҙе менән бергә алып йөрөй. Шәреғол егәрле, уңған, тыңлау­сан, дө­рөҫ­лөк һөйөүсән була. Бер ва­ҡыт Рус­тең Ярославль ҡалаһындағы кенәзе төҫ-ҡиәфәте менән баһадир­ҙарға тартым егетте күреп ҡала ла хужаһынан һатып ала. Ҡолшәриф кенәз дружи­на­һында хеҙ­мәт итә башлай. Уны хәрби оҫталыҡ серҙәренә өйрәтәләр, бер аҙ ваҡыттан һуң егет күп алыштарҙа ҡатнашып, тиңһеҙ батырлыҡтар ҡыла. Бигерәк тә Рускә ҡаршы дошмандар менән алышта айы­рыуса ҡаһарманлыҡ, хәрби һәләт­лек, оҫталыҡ күрһәтә. Бер нисә тап­ҡыр яралана. Өлгөлө хәрби хеҙ­мәте өсөн кенәз уны ҡоллоҡтан азат итә. Ба­тыр­лығы, хәрби ҡаҙаныштары өсөн Ҡолшә­рифтең ҡулына ирекле, ҡайҙа теләһә, шунда ер биләп йәшәргә тулы хоҡуғы барлығы хаҡында грамота тапшыра.
Утыҙ биш йәшлек Ҡолшәриф тыу­ған яғын онотмай, туғандарын юллай башлай, бер аҙҙан уларҙы эҙләп таба. Был ваҡытта инде ата-әсәһе мәрхүм була, ә бер ту­ғандары Солтанғол, Мөьминғол һәм Мөтиғулла, өс апаһы – Йондоҙҡай, Ҡарлуғас, Ҡарасәс иҫән була. Ҡолшәриф аға­лары менән кәңәш-төңәш итеп, йәшәр урын эҙләй башлай. Ағиҙел буйында донъя көтөрлөк һәйбәт урын таба. Тик был ерҙәргә бер бай хужа икән. Ер өсөн улар араһында ыҙғыш сыға, Ҡолшәриф байҙы үлтерә. Уның күмәк туғандары үс алырға йыйына, шул арҡала ир-азамат тыуған яҡтарын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Быға тағы ла бер сәбәп өҫтәлә. Был яҡтарҙа Алабай тигән бай йәшәй, Айһылыу исемле бик сибәр берҙән-бер ҡыҙы була. Уның Ҡолшәрифкә күҙе төшә. Мөхәббәт­тәре тиң булып сыға. Әммә Алабай ҡыҙын ниндәйҙер бер билдәһеҙ әҙәмгә биргеһе килмәй. Ҡолшәриф Айһылыу­ҙы урлап алып китергә тигән ныҡлы ҡарарға килә.
Алабай йыйында Ҡолшәрифтең ғаи­лә­һен ер йөҙөнән юҡ итергә һүҙ бирә. Тоғро хеҙмәтсе Яҡтыйондоҙ, был тура­ла ишетеп ҡалып, Айһылыуға ба­ры­һын да түкмәй-сәсмәй еткерә. Ҡол­шәриф, тыуған яғын ҡалдырып, ғаиләһе менән башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Яҡты­йондоҙ ҙа уларҙан ҡалмай, һуңынан Ҡол­шә­рифтең бер туған ҡустыһы Мө­ти­ғуллаға кейәүгә сыға. Аралбай бер нисә йыл рәттән, үлгәнсе, уларҙы эҙләй, тик таба алмай.
Бер ваҡыт Мөтиғулла һыбай килеш бығаса бер тапҡыр ҙа күрмәгән бейек тау башына менә. Тауҙан уға иҫ кит­мәле хозурлыҡ асыла. Алдында, күҙ күреме ерҙә, урман йәйелеп ята, тау аҫтында тулы һыулы йылға аға, уның аръяғында сауҡалыҡ, күлдәр, алыҫта яландар күҙгә ташлана. Йыраҡ түгел бәләкәй генә йылға тулы һыулыһына ҡоя, ә унда тигеҙлек, тирә-яҡ – шау сәс­кә; йылғалар шул тиклем дә ба­лыҡҡа бай, хатта уларҙы ҡул менән тотоп алырлыҡ.
Мөтиғулла ҡайтып күргәндәре ха­ҡында туғандарына иҫе китеп һөйләй. Икенсе көнөнә күмәкләп яңы ерҙе күрергә баралар. Кеше аяғы баҫмаған был яҡты барыһы ла оҡшата, шунда ныҡлап төпләнергә тигән уртаҡ фекергә киләләр. Йорттар һалалар, мал-тыуар тота башлайҙар. Мөти­ғулла был ерҙәрҙе тәүләп күргән саҡта һыбай килеш торған тауҙы Мөтиғ тауы тип йөрөтә башлайҙар. Сылтырап аҡҡан бәләкәй йылғаға Ирауыҙ исеме ҡушыла. Йәйге эҫелә Айһылыу тәрән йылғала һыу инергә яратҡан, ул гелән: “Кинәндем”, – тиер булған. Шунан сығып йылға Кинә­ле (Кинель) тип йөрөтөлә башлаған.
Ауылды нигеҙләүҙә туғыҙ ғаилә ҡатнаша. Улар туғыҙ тирмә ҡороп йәшәй, аҙаҡ йорттар һала. Һуңынан бер туғандар, көтөүлек, бесәнлек ерҙәре тарайыу арҡаһында, айырылып башҡа сығырға ҡарар итә. Төпсөк ҡустылары Солтанғол яңы урынға күсеп ултыра. Ҡолшәриф уға үҙҙәре хужа булған ерҙәрҙең өстән бер өлөшөн бүлеп бирә. Ул ерҙәрҙә хәҙер Иҫке Солтанғол ауылы урынлашҡан. Бер аҙҙан Мөьминғол да, айырылып сығып, Мөьмин ауылын нигеҙләй.
Ҡолшәриф үҙе 97 йәшендә вафат була. Иҫке Ҡолшәриф зыяратында ерлә­нә. Мөтиғулла ҡустыһы һунарҙа һәләк була. Ҡолшәрифтең Салауат атлы улы 11 йәшендә мәрхүм булып ҡала”.
Ошо материалдар менән танышҡас, Ришат Шаһмановтың олатаһы тыу­мышы менән Әсекәй районының Иҫке Мөьмин (Тамъян) ауылынан икәнлегенә шик ҡалмай. Мәғлүмәт эҙләп, Интернет­ҡа мөрәжәғәт иттем һәм көтмәгәндә унда золом ҡорбандары исемлегенән ике дәлилгә тап булдым:
“Шагманов Абдурахман Габдурахманович. Родился в 1885 г. Проживал: Оренбургская область, Асекеевский район, Ст. Мукменово. Приговорен: в 1930 г. Реабилитирован в 1998 г.
Источник ИЦ УВД Оренбургской области”.
“Шагманова Халима Ахметшановна.
Родилась в 1893 г. Проживала: Оренбургская область, Асекеевский район, Ст. Мукменово. Приговорена: в 1930 г. Реабилитирована в 1998 г. Источник ИЦ УВД Оренбургской облас­ти”.
Аҙаҡ Абдрахман Ғабдрахман улы­ның Ришаттың олатаһы икәнлеге бил­дәле булды.
Күреүебеҙсә, беҙ юғарыла ентекле туҡталған дүрт сығанаҡ та – инфор­ма­торҙарҙың мәғлүмәте, шәжәрә, мәҡәлә һәм легенда – бер-береһен тулыландыра, асыҡлай. Шулай булғас, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районында ла башҡорт кенәзе Шағәле Шаһман вариҫтары бар һәм йәшәй тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Бер ауыл тарихы­на, унда йәшәгән төп нәҫелгә – Шағәле Шаһман нәҫеленә ҡарата бына шундай ҡыҫҡаса байҡау тулыһынса ысынбар­лыҡ­ҡа тап килә, сөнки Ришат Шаһма­нов­тың ата-бабалары ҡасандыр баш­ҡорт булғанлығын шәжәрәләр ҙә, тарихи документтар ҙа, шул иҫәптән 1816, 1834 һәм 1859 йылдарҙағы рәүиз ҡағыҙҙары ла ышаныслы иҫбатлай.
Шулай итеп, мин фамилиялашым­дың һорауына яуап таба алдым: ул беҙ­ҙең Шағәле Шаһман нәҫеленән булып сыҡты. Эйе, башҡорт тарханының Бу­раш атлы улынан тармаҡланған уның быуындар сылбыры. Ә минеке – Буралы атлы улынан. Бөйөк бабабыҙҙың хөрмәтенә икебеҙ ҙә Шаһманов фами­лияһын йөрөтәбеҙ. Ришат Сәғит улына түбәндәге шәжәрә тармағын яҙып ­ебәрҙем: Таман бей (0) – Тамъян бей (1) – Ҡара Манғытай бей (2) – Ҡалдар бей (3) – Манғытай бей (4) – Балуан бей (5) — Ҡырай бей (6) – Шаһман бей (7) – Шағәле Шаһман кенәз (8) – Бураш (9) – Бикәй (11) – Килмәт (12) – Дуҫмөхәмәт (13) – Мөьмин (14) – Ғабдрахман (15) – Абдрахман (16) – Сәғит (17) – Ришат (18).
Әсекәй районының Иҫке Мөьмин (Тамъян) ауылында йәшәгән Шаһма­новтар аҫаба башҡорт булған. 1917 – 1922 йылдарҙағы Әхмәтзәки Вәлиди етәксе­легендәге Башҡорт милли-азатлыҡ хә­рәкәтендә бик әүҙем ҡатнашҡандар. Шуның өсөн большевиктар уларҙы эҙәрлекләй. Шаһмановтар, бауы өҙөл­гән тиҫбе бөртөктәреләй, төрлөһө төрлө яҡҡа сәселә. Бер аҙы Ырымбур өлкә­һенең Матвеевка районының Грачевка ауылына күсеп китә. Мөьмин уланда­рының байтағы башҡа фамилия йөрөтә. Улар Әсекәй районының үрҙә телгә алынған ауылдарында әле лә иҫән-һау йәшәп ята һәм милләттәрен татар тип яҙҙырыуҙы хәйерле күрә.
Шағәле Шаһман нәҫеленең был тар­ма­ғы яҙмышы фажиғәле лә, әрнеүле лә. Берәй заман үҙ асылына ҡайтырмы икән нәҫелдәштәрем? Улар араһынан Ришат Сәғит улы кеүек, ысын дөрөҫлөктө эҙ­ләп, нәҫел ебен юллаусылар табылырмы икән?








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 17.01.2015, 17:12
    Бик ҙур эш башҡарған автор, маладис !
    " В Якутии составят электронную родословную всего населения..
    lenta.ru
    В Якутии в 2015 году начнется составление электронной родословной всего населения республики."
    Бына шундай мәғлүмәт уҡырға тура килгәйне гәзиттә.Был эште Тәлғәт батыр яҡуттарҙан да алда башлаған,маладис !






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872