Бер ваҡыт Мәскәүҙән хат килеп төштө. Уның йөкмәткеһе түбәндәгесә ине:
«Хөрмәтле Тәлғәт туған! Һеҙгә Ришат Сәғит улы Шаһманов яҙа. Беҙ бер үк фамилияла йөрөйбөҙ һәм, моғайын, бер нәҫелдәнбеҙҙер. Үкенескә ҡаршы, мин ырыуым тарихын ныҡлап белмәйем, сөнки атайым Сәғит Абдрахман улы Шаһманов вафат инде, ә туған-тыумаса менән бәйләнеш күптән өҙөлдө. Атайым бәләкәй сағымда олатайым Абдрахман Шаһманов тураһында, ул боронғо ла, данлыҡлы ла ырыуыбыҙҙың абруйлы кешеһе иҫәпләнгән, тип һөйләй торғайны. Олатайым мулла һәм бағымсы булған.
ХХ быуаттың 30-сы йылдарында репрессияға эләгеп, һәләк ителгән. Ул ваҡытта Боғорослан тирәһендә йәшәгән булһа кәрәк.
Мин Салауат ҡалаһында үҫтем. Әсәйем Рәхимә Ғариф ҡыҙы Шаһманова оҙаҡ йылдар ҡаланың 17-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. 1970 йылда Мәскәүгә уҡырға киттем, Мәскәү физика-техник институтын тамамланым. Шунан бирле илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәйем.
Осраҡлы рәүештә генә һеҙҙең Шаһмановтар нәҫеле тарихын өйрәнеүегеҙҙе, был хаҡта хатта китап яҙып, баҫтырып сығарыуығыҙҙы белеп ҡалдым. Шуға бәйле һеҙгә ысын рәхмәт һәм ихтирамымды еткергем килә. Минең улым үҫә, уға, үкенескә ҡаршы, үҙ нәҫелебеҙҙең ысын төплө тарихын һөйләүҙән мәхрүммен. Шуға күрә китабығыҙҙың бер данаһын почта аша ебәрһәгеҙ, бик тә рәхмәтле булыр инем.
Бынан тыш, бәлки, һеҙҙә минең олатайымдың исем-аты яҙылған Шаһмановтар нәҫеленең тармағы ла барҙыр. Шул турала ла ентекләберәк яҙһағыҙ ине”.Ысынлап та, башҡорт халҡының тарихи шәхесе, Тамъян ырыуы бейе, XVI быуатта көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары исеменән Иван Грозныйға Рус дәүләте менән Башҡортостан араһында ике яҡлы килешеү төҙөү, йәғни федерализмға нигеҙ һалышыу өсөн барған Шағәле Шаһман вариҫтары хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, унан ситтә лә күпләп йәшәй. Шуларҙың бер тармағы Ырымбур өлкәһе Әсекәй районының Иҫке Ҡолшәриф, Яңы Ҡолшәриф, Иҫке Мөьмин, Яңы Мөьмин һәм Шаммасовка ауылдарында ғүмер итә. Тик Татарстанға сиктәш булыу cәбәпле, был ауылдарҙың элекке мәҙрәсә-мәктәптәрендә лә, бөгөнгө уҡыу йорттарында ла башҡорт балаларын татар телендә уҡытыу арҡаһында әлеге данлыҡлы нәҫел вәкилдәренең теле татарлашҡан, уларҙың милли үҙаңы үҙгәреш кисергән.
Үрҙә телгә алынған ауылдарҙы нигеҙләгәндәрҙең ата-бабалары Тамъян ырыуы башҡорттарынан бей һәм кенәз Шағәле Шаһман вариҫтары икәнлеген Р.М. Булгаков менән М.Х. Нәҙерғолов төҙөп, баҫтырып сығарған “Башкирские родословные” китабындағы бер шәжәрә ныҡлы дәлилләй. Ул — “Стәрлетамаҡ өйәҙенең 9-сы кантонындағы Тамъян олоҫо башҡорттары менән Боғорослан өйәҙенең Мөьмин ауылы башҡорттарының ҡан-ҡәрҙәшлеге тураһында Дәүләтхужа улы Әлимғужа тарафынан яҙылған, имам Ғабдулҡадирҙың улы Ғабдулхаҡ тарафынан күсереп алынған хат” тигән ҡулъяҙма ҡомартҡы.
Шәжәрәнән күренеүенсә, хәҙерге Әсекәй районындағы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ, башлыса, Шағәле Шаһмандың Бураш исемле улынан таралған: Шағәле Шаһман (0) – Бураш (1) - Бикәй (2) – Килмәт (3) – Дуҫмөхәмәт (4) – Ҡолшәриф (5) .
Ҡолшәриф башҡорт кенәзенең бишенсе быуын вариҫы, йәғни тыуаяты булып сыға. Ҡолшәрифтең улдары – Мөьмин, Мөхсин һәм Мостафа. Мөьмин — хәҙерге Әсекәй районындағы Иҫке Мөьмин (Тамъян) ауылын нигеҙләүсе.
XIX быуат башында, 1809 йылда бер төркөм нәҫелдәштәре менән Боғорослан өйәҙенең Мөьмин ауылынан Иҙел-Нөгөш тамъяндарына ҡунаҡҡа килеп, ата-бабаларының шәжәрәһен күсереп, уны уҡымышлы нәҫелдәштәренән раҫлаттырып алған Вәлит Мөьмин улының шәжәрә тармағы түбәндәгесә: Шағәле Шаһман – Бураш – Бикәй — Килмәт — Дуҫмөхәмәт — Ҡолшәриф – Мөьмин – Вәлит.
Нәҫелдәштәре, аҫаба башҡорттар икәнлектәрен раҫлап, шәжәрәгә үҙ тамғаларын ҡуйған. Улар – хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡараған Түкән ауылынан Ҡаҙаҡбай Түкәнов, Мәләүез районының Иҫке Муса ауылынан Ғүмәр Мусин, Илкәнәй Теләүембәтов, Моҡас ауылынан Әлимғужа Дәүләтҡужин һ.б. Был шәхестәрҙең Шағәле Шаһман нәҫеленән икәнлеге, шәжәрәләре яҡшы билдәле.
1809 йылғы шул тарихи ҡомартҡыны 1902 йылда Вәлиттең бүләһе Ғабдулхаҡ Ғабдулҡадир улы яңыртып күсереп яҙған.
Был шәжәрәләге мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөккә тап килеүен Ырымбур өлкәһе тыуған яҡты өйрәнеү музейының элекке өлкән ғилми хеҙмәткәре С. Поповтың 1984 йылдың 5 апрелендә “Южный Урал” гәзитендә донъя күргән “Әсекәй районына халыҡтың күсенеүе» исемле мәҡәләһендәге түбәндәге юлдар ҙа раҫлай: “Әсекәй районы биләмәләре Оло Кинель һәм уның ҡушылдығы Бәләкәй Кинелдең үрге яғында урынлашҡан. Халҡы күп милләтле: татар, башҡорт, урыҫ, мордва, сыуаш, украиндар йәшәй. Райондың иң боронғо халҡы булып башҡорттар, башлыса Ҡыпсаҡ менән Тамъян ҡәбиләләре башҡорттары иҫәпләнә. Оло Кинель буйындағы хәҙерге ҙур татар ауылдарынан иҫәпләнгән Әсекәй, Иҫке Солтанғол, Иҫке Ҡолшәриф – башҡорттар тарафынан нигеҙләнгән ауылдар. Уларҙың исемдәре башҡорт старшиналары Әсекәй, Солтанғол, Ҡолшәриф һәм Мөьмин (Иҫке Мөьмин ауылы) исемдәре менән бәйле. Был ауылдарға татарҙарҙың күпләп килеп ултырыуы арҡаһында уларҙың төп халҡын тәшкил иткән башҡорттар, яйлап үҙ телен юғалтып, татар теленә күскән һәм милли теле буйынса татар булып иҫәпләнә. Шулай ҙа халыҡ хәтерендә был ауылдарҙы башҡорттар нигеҙләгәне һаҡланған. Мәҫәлән, Иҫке Мөьмин ауылының урындағы, йәғни рәсми булмаған исеме — Тамъян, Иҫке Солтанғол ауылыныҡы – Иҫке Башҡорт, йәғни иҫке башҡорт ауылы Иҫке Ҡолшәриф ауылының элекке исемдәре – Башҡорт, Иҫке ауыл. Яңы Ҡолшәриф ауылы Яңы Башҡорт тип йөрөтөлә. Тағы шуныһы: Яңы Ҡолшәриф ауылын XVIII быуаттың 80-се йылдарында Иҫке Ҡолшәриф ауылы кешеләре нигеҙләгән. 1795 йылда унда типтәрҙәрҙең ике йынысынан да 35 кеше теркәлгән. Исемдәре үрҙә телгә алынған ауылдарҙың ҡасан барлыҡҡа килгәнен әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа XVII быуаттың 70 – 80-се йылдарынан да һуң булмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, хәҙерге Әсекәй ауылы 1781 йылдан башлап билдәле”.
Иҫке Мөьмин, Иҫке Ҡолшәриф һәм Иҫке Солтанғол ауылдарының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында түбәндәге легенда ла һаҡланып ҡалған. Уны тәүҙә Ирек Нури улы Йәлилов тигән кеше яҙып алып, ҡулъяҙма вариантын әҙерләгән; һуңынан Хәлил Хәйбрахман улы Хәбиров әҙәби яҡтан эшкәрткән. Беҙ уның тексын башҡорт әҙәби теленә түбәндәгесә тәржемә иттек:
“XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында Ағиҙел, Дим йылғалары буйында башҡорттар йәшәгән. Уларҙың төп шөғөлө малсылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ булған. Бер ваҡыт Шәреғол (Ҡолшәрифтең ысын исеме) менән Арыҫланғол исемле малайҙар Ағиҙел ярында балыҡ ҡармаҡлап ултырғанда, ҡайҙандыр бер кәмә килеп сыға. Ундағы кешеләр малайҙарҙы урлап алып китә. Оҙаҡ йөҙөп бара улар. Ниһайәт, бер ваҡыт Оло Иҙел (Волга) ярына килеп туҡтайҙар. Ниндәйҙер ҡалала малайҙарҙы быға саҡлы белмәгән-күрмәгән бер сауҙагәргә һатып ебәрәләр. Арыҫланғол юлда үлеп ҡала. Һигеҙ йәшлек Шәреғол ҡол Шәрифкә (Ҡолшәриф) әйләнә.
Һигеҙ-ун йыл буйына сауҙагәр уны һатыу-алыу эшенә өйрәтә, алыҫ ҡалаларға һәр саҡ үҙе менән бергә алып йөрөй. Шәреғол егәрле, уңған, тыңлаусан, дөрөҫлөк һөйөүсән була. Бер ваҡыт Рустең Ярославль ҡалаһындағы кенәзе төҫ-ҡиәфәте менән баһадирҙарға тартым егетте күреп ҡала ла хужаһынан һатып ала. Ҡолшәриф кенәз дружинаһында хеҙмәт итә башлай. Уны хәрби оҫталыҡ серҙәренә өйрәтәләр, бер аҙ ваҡыттан һуң егет күп алыштарҙа ҡатнашып, тиңһеҙ батырлыҡтар ҡыла. Бигерәк тә Рускә ҡаршы дошмандар менән алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ, хәрби һәләтлек, оҫталыҡ күрһәтә. Бер нисә тапҡыр яралана. Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн кенәз уны ҡоллоҡтан азат итә. Батырлығы, хәрби ҡаҙаныштары өсөн Ҡолшәрифтең ҡулына ирекле, ҡайҙа теләһә, шунда ер биләп йәшәргә тулы хоҡуғы барлығы хаҡында грамота тапшыра.
Утыҙ биш йәшлек Ҡолшәриф тыуған яғын онотмай, туғандарын юллай башлай, бер аҙҙан уларҙы эҙләп таба. Был ваҡытта инде ата-әсәһе мәрхүм була, ә бер туғандары Солтанғол, Мөьминғол һәм Мөтиғулла, өс апаһы – Йондоҙҡай, Ҡарлуғас, Ҡарасәс иҫән була. Ҡолшәриф ағалары менән кәңәш-төңәш итеп, йәшәр урын эҙләй башлай. Ағиҙел буйында донъя көтөрлөк һәйбәт урын таба. Тик был ерҙәргә бер бай хужа икән. Ер өсөн улар араһында ыҙғыш сыға, Ҡолшәриф байҙы үлтерә. Уның күмәк туғандары үс алырға йыйына, шул арҡала ир-азамат тыуған яҡтарын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Быға тағы ла бер сәбәп өҫтәлә. Был яҡтарҙа Алабай тигән бай йәшәй, Айһылыу исемле бик сибәр берҙән-бер ҡыҙы була. Уның Ҡолшәрифкә күҙе төшә. Мөхәббәттәре тиң булып сыға. Әммә Алабай ҡыҙын ниндәйҙер бер билдәһеҙ әҙәмгә биргеһе килмәй. Ҡолшәриф Айһылыуҙы урлап алып китергә тигән ныҡлы ҡарарға килә.
Алабай йыйында Ҡолшәрифтең ғаиләһен ер йөҙөнән юҡ итергә һүҙ бирә. Тоғро хеҙмәтсе Яҡтыйондоҙ, был турала ишетеп ҡалып, Айһылыуға барыһын да түкмәй-сәсмәй еткерә. Ҡолшәриф, тыуған яғын ҡалдырып, ғаиләһе менән башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Яҡтыйондоҙ ҙа уларҙан ҡалмай, һуңынан Ҡолшәрифтең бер туған ҡустыһы Мөтиғуллаға кейәүгә сыға. Аралбай бер нисә йыл рәттән, үлгәнсе, уларҙы эҙләй, тик таба алмай.
Бер ваҡыт Мөтиғулла һыбай килеш бығаса бер тапҡыр ҙа күрмәгән бейек тау башына менә. Тауҙан уға иҫ китмәле хозурлыҡ асыла. Алдында, күҙ күреме ерҙә, урман йәйелеп ята, тау аҫтында тулы һыулы йылға аға, уның аръяғында сауҡалыҡ, күлдәр, алыҫта яландар күҙгә ташлана. Йыраҡ түгел бәләкәй генә йылға тулы һыулыһына ҡоя, ә унда тигеҙлек, тирә-яҡ – шау сәскә; йылғалар шул тиклем дә балыҡҡа бай, хатта уларҙы ҡул менән тотоп алырлыҡ.
Мөтиғулла ҡайтып күргәндәре хаҡында туғандарына иҫе китеп һөйләй. Икенсе көнөнә күмәкләп яңы ерҙе күрергә баралар. Кеше аяғы баҫмаған был яҡты барыһы ла оҡшата, шунда ныҡлап төпләнергә тигән уртаҡ фекергә киләләр. Йорттар һалалар, мал-тыуар тота башлайҙар. Мөтиғулла был ерҙәрҙе тәүләп күргән саҡта һыбай килеш торған тауҙы Мөтиғ тауы тип йөрөтә башлайҙар. Сылтырап аҡҡан бәләкәй йылғаға Ирауыҙ исеме ҡушыла. Йәйге эҫелә Айһылыу тәрән йылғала һыу инергә яратҡан, ул гелән: “Кинәндем”, – тиер булған. Шунан сығып йылға Кинәле (Кинель) тип йөрөтөлә башлаған.
Ауылды нигеҙләүҙә туғыҙ ғаилә ҡатнаша. Улар туғыҙ тирмә ҡороп йәшәй, аҙаҡ йорттар һала. Һуңынан бер туғандар, көтөүлек, бесәнлек ерҙәре тарайыу арҡаһында, айырылып башҡа сығырға ҡарар итә. Төпсөк ҡустылары Солтанғол яңы урынға күсеп ултыра. Ҡолшәриф уға үҙҙәре хужа булған ерҙәрҙең өстән бер өлөшөн бүлеп бирә. Ул ерҙәрҙә хәҙер Иҫке Солтанғол ауылы урынлашҡан. Бер аҙҙан Мөьминғол да, айырылып сығып, Мөьмин ауылын нигеҙләй.
Ҡолшәриф үҙе 97 йәшендә вафат була. Иҫке Ҡолшәриф зыяратында ерләнә. Мөтиғулла ҡустыһы һунарҙа һәләк була. Ҡолшәрифтең Салауат атлы улы 11 йәшендә мәрхүм булып ҡала”.
Ошо материалдар менән танышҡас, Ришат Шаһмановтың олатаһы тыумышы менән Әсекәй районының Иҫке Мөьмин (Тамъян) ауылынан икәнлегенә шик ҡалмай. Мәғлүмәт эҙләп, Интернетҡа мөрәжәғәт иттем һәм көтмәгәндә унда золом ҡорбандары исемлегенән ике дәлилгә тап булдым:
“Шагманов Абдурахман Габдурахманович. Родился в 1885 г. Проживал: Оренбургская область, Асекеевский район, Ст. Мукменово. Приговорен: в 1930 г. Реабилитирован в 1998 г.
Источник ИЦ УВД Оренбургской области”.
“Шагманова Халима Ахметшановна.
Родилась в 1893 г. Проживала: Оренбургская область, Асекеевский район, Ст. Мукменово. Приговорена: в 1930 г. Реабилитирована в 1998 г. Источник ИЦ УВД Оренбургской области”.
Аҙаҡ Абдрахман Ғабдрахман улының Ришаттың олатаһы икәнлеге билдәле булды.
Күреүебеҙсә, беҙ юғарыла ентекле туҡталған дүрт сығанаҡ та – информаторҙарҙың мәғлүмәте, шәжәрә, мәҡәлә һәм легенда – бер-береһен тулыландыра, асыҡлай. Шулай булғас, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районында ла башҡорт кенәзе Шағәле Шаһман вариҫтары бар һәм йәшәй тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Бер ауыл тарихына, унда йәшәгән төп нәҫелгә – Шағәле Шаһман нәҫеленә ҡарата бына шундай ҡыҫҡаса байҡау тулыһынса ысынбарлыҡҡа тап килә, сөнки Ришат Шаһмановтың ата-бабалары ҡасандыр башҡорт булғанлығын шәжәрәләр ҙә, тарихи документтар ҙа, шул иҫәптән 1816, 1834 һәм 1859 йылдарҙағы рәүиз ҡағыҙҙары ла ышаныслы иҫбатлай.
Шулай итеп, мин фамилиялашымдың һорауына яуап таба алдым: ул беҙҙең Шағәле Шаһман нәҫеленән булып сыҡты. Эйе, башҡорт тарханының Бураш атлы улынан тармаҡланған уның быуындар сылбыры. Ә минеке – Буралы атлы улынан. Бөйөк бабабыҙҙың хөрмәтенә икебеҙ ҙә Шаһманов фамилияһын йөрөтәбеҙ. Ришат Сәғит улына түбәндәге шәжәрә тармағын яҙып ебәрҙем: Таман бей (0) – Тамъян бей (1) – Ҡара Манғытай бей (2) – Ҡалдар бей (3) – Манғытай бей (4) – Балуан бей (5) — Ҡырай бей (6) – Шаһман бей (7) – Шағәле Шаһман кенәз (8) – Бураш (9) – Бикәй (11) – Килмәт (12) – Дуҫмөхәмәт (13) – Мөьмин (14) – Ғабдрахман (15) – Абдрахман (16) – Сәғит (17) – Ришат (18).
Әсекәй районының Иҫке Мөьмин (Тамъян) ауылында йәшәгән Шаһмановтар аҫаба башҡорт булған. 1917 – 1922 йылдарҙағы Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә бик әүҙем ҡатнашҡандар. Шуның өсөн большевиктар уларҙы эҙәрлекләй. Шаһмановтар, бауы өҙөлгән тиҫбе бөртөктәреләй, төрлөһө төрлө яҡҡа сәселә. Бер аҙы Ырымбур өлкәһенең Матвеевка районының Грачевка ауылына күсеп китә. Мөьмин уландарының байтағы башҡа фамилия йөрөтә. Улар Әсекәй районының үрҙә телгә алынған ауылдарында әле лә иҫән-һау йәшәп ята һәм милләттәрен татар тип яҙҙырыуҙы хәйерле күрә.
Шағәле Шаһман нәҫеленең был тармағы яҙмышы фажиғәле лә, әрнеүле лә. Берәй заман үҙ асылына ҡайтырмы икән нәҫелдәштәрем? Улар араһынан Ришат Сәғит улы кеүек, ысын дөрөҫлөктө эҙләп, нәҫел ебен юллаусылар табылырмы икән?