Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әкиәткә сәйәхәт
Әкиәткә сәйәхәт Республика балалары өсөн донъя әҙәбиәтендә киң танылған Гримм, Шарль Перро, Астрид Линдгрен, Ганс Христиан Андерсен менән бер рәттән башҡа яҙыусыларҙың әкиәттәре башҡорт теленә тәржемә ителде. Һөҙөмтәлә кластан тыш уҡыу өсөн 12-шәр китаптан торған 20 мең тупланма, йәғни 240 мең дана китап, республика китапханалары кәштәһендә урын алды. Беҙҙең районда ошо үҙенсәлекле проект менән таныштырыу сараһы үтте.

Мәҙәниәт һарайы залында алма тө­шөр урын юҡ. Осрашыуға оло йәштә­геләр ҙә, балалар ҙа дәррәү килгән. Кәрзин тотҡан Бүре, Ҡыҙыл башлыҡ, Бремен музыканттары гөрләткән тамашала әкиәт менән ысынбарлыҡ бергә ҡушылды. Туған телдә тылсым донъя­һына сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеген балалар бик йылы ҡабул итте.
Донъя халыҡтары әкиәттәрен, борон­ғо грек мифтарын һәм донъя әҙәбиәте авторҙарының һоҡланғыс әҫәрҙәрен тәр­жемә итеү идеяһын республиканың күренекле журналист-яҙыусылары, балалар баҫмалары мөхәррирҙәре тәҡдим итте. Тәржемәселәргә был уникаль проектты бойомға ашырырға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, “Инеш” нәшриәте һәм финанслау мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алған “Урал” хәйриә фонды вәкилдәре ярҙам күрһәтте. Ә “Башҡорт телендә донъя әҙәбиәте хазинаһы” китаптары серияһы менән таныштырыу бурысы беҙҙең Әлшәй уҡыусыларына һәм уларҙың уҡытыусыларына йөкмәтелде.
Исем туйына БДПУ-ның өҫтәмә бе­лем биреү департаменты директоры Зиннәт Аллаяров, “Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире Алексей Фенин, уның директоры Гөлнара Белозерова, талант­лы журналист-яҙыусылар Гүзәл Ситди­ҡова, Мөнир Ҡунафин, филолог Зәйтүнә Шәрипова, “Урал” фонды вәкилдәре килгәйне. Улар ололарҙы һәм бала­ларҙы оҙаҡ көтөлгән иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас тәбрикләне.
Һоҡланғыс бүләккә яуап итеп, балалар башҡорт телендә яратҡан әкиәт һәм йәнһүрәттәрен – “Ҡыҙыл башлыҡ”, “Ҡар батшабикәһе”, “Бремен музыканттары”, “Гаврош”ты сәхнәләштерҙе.
Башҡорт теленә тәржемә ителгән гүзәл әҫәрҙәрҙән балалар башҡа илдәр, халыҡтар тураһында беләсәк, тирә-яҡ мөхитте аңларға, үҙ халҡының мәҙәниә­тен, ғөрөф-ғәҙәттәрен баһаларға, ә иң мөһиме – изге ғәмәлдәр ҡылырға өйрәнәсәк.







Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә