Республика балалары өсөн донъя әҙәбиәтендә киң танылған Гримм, Шарль Перро, Астрид Линдгрен, Ганс Христиан Андерсен менән бер рәттән башҡа яҙыусыларҙың әкиәттәре башҡорт теленә тәржемә ителде. Һөҙөмтәлә кластан тыш уҡыу өсөн 12-шәр китаптан торған 20 мең тупланма, йәғни 240 мең дана китап, республика китапханалары кәштәһендә урын алды. Беҙҙең районда ошо үҙенсәлекле проект менән таныштырыу сараһы үтте.Мәҙәниәт һарайы залында алма төшөр урын юҡ. Осрашыуға оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа дәррәү килгән. Кәрзин тотҡан Бүре, Ҡыҙыл башлыҡ, Бремен музыканттары гөрләткән тамашала әкиәт менән ысынбарлыҡ бергә ҡушылды. Туған телдә тылсым донъяһына сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеген балалар бик йылы ҡабул итте.
Донъя халыҡтары әкиәттәрен, боронғо грек мифтарын һәм донъя әҙәбиәте авторҙарының һоҡланғыс әҫәрҙәрен тәржемә итеү идеяһын республиканың күренекле журналист-яҙыусылары, балалар баҫмалары мөхәррирҙәре тәҡдим итте. Тәржемәселәргә был уникаль проектты бойомға ашырырға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, “Инеш” нәшриәте һәм финанслау мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алған “Урал” хәйриә фонды вәкилдәре ярҙам күрһәтте. Ә “Башҡорт телендә донъя әҙәбиәте хазинаһы” китаптары серияһы менән таныштырыу бурысы беҙҙең Әлшәй уҡыусыларына һәм уларҙың уҡытыусыларына йөкмәтелде.
Исем туйына БДПУ-ның өҫтәмә белем биреү департаменты директоры Зиннәт Аллаяров, “Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире Алексей Фенин, уның директоры Гөлнара Белозерова, талантлы журналист-яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова, Мөнир Ҡунафин, филолог Зәйтүнә Шәрипова, “Урал” фонды вәкилдәре килгәйне. Улар ололарҙы һәм балаларҙы оҙаҡ көтөлгән иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас тәбрикләне.
Һоҡланғыс бүләккә яуап итеп, балалар башҡорт телендә яратҡан әкиәт һәм йәнһүрәттәрен – “Ҡыҙыл башлыҡ”, “Ҡар батшабикәһе”, “Бремен музыканттары”, “Гаврош”ты сәхнәләштерҙе.
Башҡорт теленә тәржемә ителгән гүзәл әҫәрҙәрҙән балалар башҡа илдәр, халыҡтар тураһында беләсәк, тирә-яҡ мөхитте аңларға, үҙ халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен баһаларға, ә иң мөһиме – изге ғәмәлдәр ҡылырға өйрәнәсәк.