Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сал ҡылғандар һөйләй...
Ырымбур яғында йөрөгәндә ололарҙың үҙ тарихын белеүе, ә йәштәрҙең уға һыуһауы, шул һыуһынды ҡандырыр өсөн һәр нәмәне белергә тырышыуы ҡыуандыра.

Ысынлап та, тотош даланан ғына торған сикһеҙ киңлектә аҙашмаҫ өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған һәр ҡалҡыулыҡтың, йырындың, соҡорҙоң исеменә бәйле тарихы бар. Был яҡ башҡорттары ата-бабаларының ҡайҙан килеп төпләнгәнен дә белә. Әммә үҙҙәрен бер ҡасан да “килмешәк” тип һанамай, сөнки ошо ерҙәр борон-борондан ауылдарға нигеҙ һалған ырыуҙарҙың йәйләү урыны булған. Аҙаҡтан инде айырым грамота менән Рәсәй батшалығы тарафынан билдәле ваҡыт һайын нығытылып килгән.
Туҡ-Соран буйҙарын төрлө ырыу үҙ иткән. Мәҫәлән, Туҡтың түбәнге ағымы ярҙарына Мең, Ҡаңлы ырыуҙары төйәкләгән. Улар үҙҙәрен Дим, Асылыкүл яғынан килгән тип иҫәпләй, әле лә Дим һөйләшендә аралашалар, йәғни “ҫ” өнө өҫтөнлөк итә. Был бигерәк тә оло быуын кешеләренә ҡағыла, йәштәр һөйләшендә “ҫ” яйлап ҡыҫырыҡ­ланып сығарыла бара.
Туҡтың өҫкө яғына табан Табын ырыуының ауылдары теҙелгән. Кәнсерҙең исеме үк кәлсер-табындар ауылы икәнен күрһәтә. Йомран-табындар Юлтый, Күрпәстә йәшәй. Әйткәндәй, мәшһүр яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың бер тармағы баш­ҡорттоң бөйөк улы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа барып тоташа. Тимәк, бындағы Юлтый менән Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим (Йомран) ауылы ҡәрҙәш булып сыға. Ғөмүмән, был яҡтағы башҡорт ауылдарының күбеһенең Башҡорт­останда “бер туған” ауылы бар. Туҡ һәм Соран буйҙарына тағы Тамъян, Бөрйән, Юрматы, Һеңрән, Ҡатай ырыуҙары халҡы ла төйәкләнгән.
Әлбиттә, күңелде ҡырған нәмәләр ҙә бар: бөгөн бик күп башҡорт ер-һыу атамалары урыҫсаға тәржемә ителеп боҙола, асылын, мәғәнәһен юғалта. Мәҫәлән, Соран йылғаһын алайыҡ. Ул Уран булып йөрөй. Шундай гүзәл йылғаны аша сыҡҡанда радиациялы һыу ағамы икән әллә тигәнерәк шик-шөбһә тыуа. Туҡ йылғаһы менән дә шулай — Ток булып йөрөй. Тән зымбырлап китә. Хәйер, бер Ырымбур яғында ғынамы ни был хәл, үҙебеҙ ҙә бит күрә-тора Яҡтыкүлебеҙҙе “Банное”ға, Шүлгәнде “Капова”ға әйләндереп ятабыҙ...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә