Сал ҡылғандар һөйләй...16.01.2015
Ырымбур яғында йөрөгәндә ололарҙың үҙ тарихын белеүе, ә йәштәрҙең уға һыуһауы, шул һыуһынды ҡандырыр өсөн һәр нәмәне белергә тырышыуы ҡыуандыра.
Ысынлап та, тотош даланан ғына торған сикһеҙ киңлектә аҙашмаҫ өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған һәр ҡалҡыулыҡтың, йырындың, соҡорҙоң исеменә бәйле тарихы бар. Был яҡ башҡорттары ата-бабаларының ҡайҙан килеп төпләнгәнен дә белә. Әммә үҙҙәрен бер ҡасан да “килмешәк” тип һанамай, сөнки ошо ерҙәр борон-борондан ауылдарға нигеҙ һалған ырыуҙарҙың йәйләү урыны булған. Аҙаҡтан инде айырым грамота менән Рәсәй батшалығы тарафынан билдәле ваҡыт һайын нығытылып килгән.
Туҡ-Соран буйҙарын төрлө ырыу үҙ иткән. Мәҫәлән, Туҡтың түбәнге ағымы ярҙарына Мең, Ҡаңлы ырыуҙары төйәкләгән. Улар үҙҙәрен Дим, Асылыкүл яғынан килгән тип иҫәпләй, әле лә Дим һөйләшендә аралашалар, йәғни “ҫ” өнө өҫтөнлөк итә. Был бигерәк тә оло быуын кешеләренә ҡағыла, йәштәр һөйләшендә “ҫ” яйлап ҡыҫырыҡланып сығарыла бара.
Туҡтың өҫкө яғына табан Табын ырыуының ауылдары теҙелгән. Кәнсерҙең исеме үк кәлсер-табындар ауылы икәнен күрһәтә. Йомран-табындар Юлтый, Күрпәстә йәшәй. Әйткәндәй, мәшһүр яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың бер тармағы башҡорттоң бөйөк улы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа барып тоташа. Тимәк, бындағы Юлтый менән Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим (Йомран) ауылы ҡәрҙәш булып сыға. Ғөмүмән, был яҡтағы башҡорт ауылдарының күбеһенең Башҡортостанда “бер туған” ауылы бар. Туҡ һәм Соран буйҙарына тағы Тамъян, Бөрйән, Юрматы, Һеңрән, Ҡатай ырыуҙары халҡы ла төйәкләнгән.
Әлбиттә, күңелде ҡырған нәмәләр ҙә бар: бөгөн бик күп башҡорт ер-һыу атамалары урыҫсаға тәржемә ителеп боҙола, асылын, мәғәнәһен юғалта. Мәҫәлән, Соран йылғаһын алайыҡ. Ул Уран булып йөрөй. Шундай гүзәл йылғаны аша сыҡҡанда радиациялы һыу ағамы икән әллә тигәнерәк шик-шөбһә тыуа. Туҡ йылғаһы менән дә шулай — Ток булып йөрөй. Тән зымбырлап китә. Хәйер, бер Ырымбур яғында ғынамы ни был хәл, үҙебеҙ ҙә бит күрә-тора Яҡтыкүлебеҙҙе “Банное”ға, Шүлгәнде “Капова”ға әйләндереп ятабыҙ...