Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балтик буйында беҙ яңғыҙ түгел
Күптән түгел Таллинндың Теллискиви ижади ҡаласығында “Китап миҙгеле. 2014 йылдың көҙө” тигән яңы китаптар менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Унда Андрус Яаксооның “XIX—XX быуаттарҙағы эстон балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә асҡыс”, Надежда Гаврилованың “Пусиҙың Эстониялағы яңы тормошо”, Флүзә Хәйруллинаның “Эстония онотмай. Салауат Юлаев” китаптары, шулай уҡ “Таллинн” журналының яңы һаны тәҡдим ителде. Сарала Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, яҙыусылар, мөхәррирҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашгты.
Иң ҡыҙыҡлыһы шул: әҙәби кисә ге­ройҙарының өсәүһе Башҡорт­ос­тан­дан ине. “Таллинн” жур­налының баш мөхәррире Нелли Мельтцтың ата-әсәһе Икенсе донъя һуғышы осоронда Баш­ҡортостанға эва­куа­ция­лан­ған. Нелли Дәүләкән районында тыу­ған һәм 19 йәшкә тиклем шунда йәшәгән. Тағы ла бер китаптың авторы Надежда Гаврилова ла Эстонияға Совет осоронда күсеп килгән. Уның телефонында ла башҡорт көйө уйнай.
“Эстония онотмай. Салауат Юлаев” китабының 20 октябрҙә сыҡҡан икенсе баҫмаһында милли батырыбыҙҙың тормошо, тарихы сағыла. Китап фотолар менән байы­тылған. Салауат Юлаевтың тыуы­уына 260 йыл тулыу айҡанлы Эстонияла һәм Башҡортостанда үткәрелгән сараларҙағы фотолар ҙа бар бында.
Эстонияның Мәҙәниәт ми­нистр­лығы вәкиле Мадис Ярыв тиҙҙән Мостай Кәримдең “Салауат Юлаев” пьесаһы буйынса эстон телендә спектакль ҡуйыу ниәтен белдерҙе. Уның менән Эстон драма театры шөғөл­ләнәсәк.
Әҙәби кисә башҡорт йыр-моңо ме­нән тамамланды. Таллинндағы башҡорт йәмғиәтенең йәш вә­килдәре Илнур Хәйруллин менән Рәсүл Ҡадиров ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа халыҡ көйҙәрен баш­ҡарҙы.
“Эстония онотмай. Салауат Юлаев” китабы һатыуға сы­ғарылды, шулай уҡ Эстониялағы мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына ҡала китапханаларына ебәрелде.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
“Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәте рәйесе.



Район: Эстония.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә