Балтик буйында беҙ яңғыҙ түгел16.01.2015
Күптән түгел Таллинндың Теллискиви ижади ҡаласығында “Китап миҙгеле. 2014 йылдың көҙө” тигән яңы китаптар менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Унда Андрус Яаксооның “XIX—XX быуаттарҙағы эстон балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә асҡыс”, Надежда Гаврилованың “Пусиҙың Эстониялағы яңы тормошо”, Флүзә Хәйруллинаның “Эстония онотмай. Салауат Юлаев” китаптары, шулай уҡ “Таллинн” журналының яңы һаны тәҡдим ителде. Сарала Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, яҙыусылар, мөхәррирҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашгты.
Иң ҡыҙыҡлыһы шул: әҙәби кисә геройҙарының өсәүһе Башҡортостандан ине. “Таллинн” журналының баш мөхәррире Нелли Мельтцтың ата-әсәһе Икенсе донъя һуғышы осоронда Башҡортостанға эвакуацияланған. Нелли Дәүләкән районында тыуған һәм 19 йәшкә тиклем шунда йәшәгән. Тағы ла бер китаптың авторы Надежда Гаврилова ла Эстонияға Совет осоронда күсеп килгән. Уның телефонында ла башҡорт көйө уйнай.
“Эстония онотмай. Салауат Юлаев” китабының 20 октябрҙә сыҡҡан икенсе баҫмаһында милли батырыбыҙҙың тормошо, тарихы сағыла. Китап фотолар менән байытылған. Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы Эстонияла һәм Башҡортостанда үткәрелгән сараларҙағы фотолар ҙа бар бында.
Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Мадис Ярыв тиҙҙән Мостай Кәримдең “Салауат Юлаев” пьесаһы буйынса эстон телендә спектакль ҡуйыу ниәтен белдерҙе. Уның менән Эстон драма театры шөғөлләнәсәк.
Әҙәби кисә башҡорт йыр-моңо менән тамамланды. Таллинндағы башҡорт йәмғиәтенең йәш вәкилдәре Илнур Хәйруллин менән Рәсүл Ҡадиров ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа халыҡ көйҙәрен башҡарҙы.
“Эстония онотмай. Салауат Юлаев” китабы һатыуға сығарылды, шулай уҡ Эстониялағы мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына ҡала китапханаларына ебәрелде.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
“Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәте рәйесе.