Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Блоггер нимә менән шөғөлләнә?
Блоггер нимә менән шөғөлләнә? Мәскәү, Новосибирск ҡалаларында ойошторолоп, быйыл Өфөлә үткәрелгән “Блоггерҙар НеФорумы” киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн үтә лә ҡыҙыҡлы һәм яңы күренеш булды.

Теркәү үткәндән һуң, ҡулына “Кущтанащ” тигән яҙыулы пакет тотоп сыҡҡан йәш ханымды күреп, уға мөрәжәғәт итәм:
– Хәйерле иртә, аңлауымса, һеҙ бөгөнгө “НеФорум”да ҡатнашыусы блоггер?
– Эйе, мин Асия Арыҫланова булам, Өфө ҡалаһында үткән туйҙар хаҡындағы “Marry me, Rustеm.ru” блогының авторы. Ҡасандыр “Йәнле журнал” сайтында блог алып бара инем, һуңғараҡ бер дуҫым менән шәхси сайт астыҡ, эште шунда дауам иттек.
– Блогтың атамаһы бик үҙенсәлекле яңғырай, ни өсөн тап егет исемендә туҡталдығыҙ?
– Тәүҙән үк ул Өфө ҡалаһы менән бәйле, ләкин киң ҡул­ла­нылған “Башҡортостан”, “Өфө” һүҙҙәре ҡыҫтырылмаған бу­лырға тейеш тигән маҡсатыбыҙға ярашлы һайланды.
– Аңлашылды, ә “Marry me Rustеm.ru”ла һүҙ башлыса нимә хаҡында бара?
– Блогта баш ҡалала үткән туй тантаналарынан тулы, йә­шерен-батырынһыҙ отчет “йыйыла”. Мәжлесте ҡайһы белгес нисек алып барыуы, теге йәки был хеҙмәтте ниндәй сифатта тәҡдим итеүе, кемгә мөрәжәғәт итергә һәм ошо юҫыҡтағы башҡа бик күп һорауҙарға туйҙары булып үткән һәм буласаҡ йәштәр үҙ-ара фекер алыша, файҙалы кәңәштәр туплай. Блогтағы яҙмаға ҡушып фото, видео ҡалдырыу мөмкинлеге лә бар.
– Тимәк, ниндәйҙер кимәлдә рекламаға ла урын бирелгән?
– Юҡ-юҡ, был реклама түгел, ә туйҙар хаҡында ысын­бар­лыҡҡа тап килгән, “баштан үткән” тәжрибә, фекер менән уртаҡ­лашыу майҙаны. Мәҫәлән, туйҙы биҙәүсе (дизайнер) талап ителгәнгә илке-һалҡы ғына ҡарап, эшен еренә еткереп баш­ҡарманы, әммә аҡсаны тулыһынса алды, ти. Биҙәлеш һөҙөм­тәһенән ҡәнәғәт булмаған, кәйефе ҡырылған йәш ғаилә, беҙҙең блогка инеп, белгес хаҡында үҙ фекерен яҙып ҡалдыра. Был иһә башҡа парҙарға туй үткәргәндә кемгә мөрәжәғәт итеү-итмәү мәсьәләһендә кәңәш тә, ҙур ярҙам да булып торасаҡ. Оҡшаһа – маҡтап яҙалар, оҡшаманы икән – тәнҡиткә лә юл асыҡ.
– Һеҙҙе даими уҡып барыусыларҙың һанын әйтә алаһы­ғыҙмы?
– “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ике мең­дән ашыу кеше теркәлгән, ә дөйөм ҡарауҙар һаны – айына алты мең тирәһе.
– Ҡасан һәм ни өсөн тап был эш менән шөғөлләнергә ҡарар иттегеҙ?
– Ике йыл элек башланым, тик был хобби кеүегерәк, төп һөнәрем дә ошо юҫыҡта. Бөгөнгө “НеФорум”ға күберәк белем, башҡа өлкәләргә лә ҡағылышлы мәғлүмәт алыу маҡсатында килдем. Мине бигерәк тә социаль селтәрҙәр менән эш итеү серҙәре ҡыҙыҡһындыра, секцияның да ошондайын һайланым.
Асия кеүек ижади ҡарашлы, йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән дәртле, һәр ваҡыт шәхси фекеренә, әйтер һүҙенә эйә егет һәм ҡыҙҙар “Аҡбуҙат” ипподромында уҙған дәү­ләт-ара “Блоггерҙар Нефорумы”на Белоруссиянан, Ҡаҙағстан­дан, Әрмәнстандан, Калининград, Владивосток ҡалаларынан да килгән ине. “НеФорум”да ҡатнашыусылар алдында бил­дәле журналист, публицист, иҡтисадсы Анатолий Вассерман фәнгә таянып эш итеүҙең уңышлы икәнлеге хаҡында һөйләне, киң танылған блог авторҙары мультимедиа жур­налистикаһы мөмкинлектәре, интерактив махсус проекттар булдырыу юлдары менән таныштырҙы. Барлығы һигеҙ секцияла фото-, видеоблогинг, социаль селтәрҙәрҙе, блогер һөнәрен яҡтыртҡан тулы йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы сығыштар яңғыраны.
Ойоштороусыларҙың береһе, Евразия мәғлүмәт үҙәге вәкиле Татьяна Магера әйтеүенсә, быйылғы “НеФорум” милли һыҙатта үткәрелеүе менән үҙенсәлекле, башҡорт блогосфераһына баш­ланғыс булараҡ та әһәмиәткә эйә.
– Бында йыйылғандар бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһына һәм бер-береһе менән Интернеттағы никтары аша ғына таныш булһа, бөгөнгө сара уларға йөҙгә-йөҙ күрешеү, асыҡ аралашыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Гел генә үҙ ҡаҙаныңда ҡайнамай, башҡа өлкә кешеләре менән дә хеҙмәттәшлек итеү, ғилем уртаҡлашыу кәрәклеген дә яҡшы тойоп килгән “НеФорум” ҡунаҡтары. Бындай осрашыуҙарҙан һуң блогосферала йән­лелек һиҙелә, төбәктең дә рейтингы байтаҡ арта, – тигән аңлатма бирҙе ул.
Тәүге көн оҫталыҡ, мәғлүмәт уртаҡлашыу өсөн тәғәйенләнде. Сараның икенсе көнөндә илдең бихисап төбәктәренән килгән ҡунаҡтар өсөн Өфө буйлап дүрт төрлө йүнәлештәге сәйәхәт ойошторолдо. Сәнғәткә битараф булмағандар “Болоттар” үҙә­генә ыңғайланы, ирек, киңлек һөйгәндәр “Первушино” аэродромына юл тотто. Баш ҡаланың иҫтәлекле урамдары, Мостай Кәримдең һәйкәле, йырсы Земфираның тәүге сығыштары яңғыраған ер аҫты үткәүелдәре, яҙыусы, журналист Сергей Дов­латов йәшәгән өй, “Сармат алтындары” һаҡланған Милли музей, Салауат Юлаев исемендәге паркта ҡала мэры Ирек Ялалов менән осрашыу, Өфөнөң бөгөнгөһө, киләсәге менән танышыу блоггерҙарҙа ҡалаға, Башҡортостан тарихына ҡарата оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Республика халҡының мәғлүмәтле, журналистарҙың тәжри­бәлерәк булыуы өсөн ыңғай аҙым тип ҡабул ителгән “НеФорум” һәр өлкәлә тейешле һәм файҙалы эҙ ҡалдырыр, моғайын.


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә