Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше мәнфәғәте – иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Республика етәксеһе прокуратура органдары көс структураларының енәйәтсе­лек, иҡтисади һәм социаль өлкәләге хоҡуҡ бо­ҙоу­ҙарға, экстремизмға һәм коррупцияға ҡаршы көрәш, дәүләт һәм шәхси милекте һаҡлау кеүек эш йүнәлештәрен билдәлә­үен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов эшлекле мөхитте яҡ­шыртыуҙы ведомство алдында торған мө­һим бурыстарҙың береһе тип атаны. Уның һү­­ҙ­ен­сә, йыл һайын күҙәтеү органдары тәҡ­диме буйынса пландан тыш тикшереү­ҙәрҙең яртыһынан ашыуын прокуратура кире ҡаға, был иһә бизнесҡа йөкләмәне һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә.
– Был эште дауам итергә һәм эшҡыуар­ҙарҙың мәнфәғәтен яҡлау һеҙҙең ҡулда икәнлеген аңларға кәрәк, – тине төбәк етәк­сеһе.
Башҡортостан прокуратураһы илдә иң һө­ҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала, шул уҡ ва­ҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Уның хеҙмәткәрҙәре былтыр 178 мең закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һағында торғандарҙың эш хаҡы буйынса ғына 400 миллион һум бурысты түләтеүгә өлгә­шеүен атап үтеү ҙә етә. Тантанала уңыш­лы эшләгән 100-ҙән ашыу хеҙ­мәт­кәргә юғары наградалар, рәхмәт хаттары ла тапшырылды.
Республика Башлығы корруп­цияға ҡар­шы көрәштә ошо йүнәлеш буйынса прокуратура органдарына ярҙам итәсәк вә­кил институтын булдырырға тигән тәҡ­дим индерҙе. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь ху­жалыҡ өлкәһен, шул иҫәптән йорт­тарҙы капиталь ремонт­лауҙы күҙә­теүҙе көсәй­тергә, шулай уҡ аҙыҡ-тү­леккә, бензинға хаҡтарҙы, энергия ре­сурс­тарына тариф­тарҙы нигеҙһеҙ артты­рыуҙы ентекле өйрә­нергә ҡушты.
(Сығыштың тулы тексы һәм бүләк­ләнеүселәр исемлеге Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтында бирелгән).


Рим СОЛТАНБӘКОВ, Прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙарының дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Баш­ҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе:
– Прокуратура органдарында 32 йыл эш­ләнем. 2012 йылдан иһә ветерандар ойош­маһын етәкләйем. Әүҙем эшмәкәр­лек алып барып, йәш хеҙмәткәрҙәрҙең аттес­тация мәлендә, ант биргәндә ҡат­на­ша­быҙ, прокуратура ор­ган­дары ве­теран­­дары­ның көндәлек мә­­шә­ҡәт­тә­рен­дә, төрлө социаль мәсьә­лә­ләр килеп тыу­ғанда мөм­кин тиклем яр­ҙам ҡулы һуҙырға тыры­шабыҙ. Бынан бер нисә йыл элек тармаҡ тарихын сағылдырған музейға ике бүлмә бирҙеләр. Йыйылған бай экспонаттар Башҡортос­танда был хеҙмәт­тең үҫеше тура­һын­да, ғүмерен хоҡуҡҡа арнаған кешеләр ха­ҡын­да һөйләй.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә