Кеше мәнфәғәте – иғтибар үҙәгендә14.01.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Республика етәксеһе прокуратура органдары көс структураларының енәйәтселек, иҡтисади һәм социаль өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарға, экстремизмға һәм коррупцияға ҡаршы көрәш, дәүләт һәм шәхси милекте һаҡлау кеүек эш йүнәлештәрен билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙы ведомство алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны. Уның һүҙенсә, йыл һайын күҙәтеү органдары тәҡдиме буйынса пландан тыш тикшереүҙәрҙең яртыһынан ашыуын прокуратура кире ҡаға, был иһә бизнесҡа йөкләмәне һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә.
– Был эште дауам итергә һәм эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәтен яҡлау һеҙҙең ҡулда икәнлеген аңларға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан прокуратураһы илдә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала, шул уҡ ваҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Уның хеҙмәткәрҙәре былтыр 178 мең закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һағында торғандарҙың эш хаҡы буйынса ғына 400 миллион һум бурысты түләтеүгә өлгәшеүен атап үтеү ҙә етә. Тантанала уңышлы эшләгән 100-ҙән ашыу хеҙмәткәргә юғары наградалар, рәхмәт хаттары ла тапшырылды.
Республика Башлығы коррупцияға ҡаршы көрәштә ошо йүнәлеш буйынса прокуратура органдарына ярҙам итәсәк вәкил институтын булдырырға тигән тәҡдим индерҙе. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен, шул иҫәптән йорттарҙы капиталь ремонтлауҙы күҙәтеүҙе көсәйтергә, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә, бензинға хаҡтарҙы, энергия ресурстарына тарифтарҙы нигеҙһеҙ арттырыуҙы ентекле өйрәнергә ҡушты.
(Сығыштың тулы тексы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтында бирелгән).
Рим СОЛТАНБӘКОВ, Прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙарының дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе:
– Прокуратура органдарында 32 йыл эшләнем. 2012 йылдан иһә ветерандар ойошмаһын етәкләйем. Әүҙем эшмәкәрлек алып барып, йәш хеҙмәткәрҙәрҙең аттестация мәлендә, ант биргәндә ҡатнашабыҙ, прокуратура органдары ветерандарының көндәлек мәшәҡәттәрендә, төрлө социаль мәсьәләләр килеп тыуғанда мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Бынан бер нисә йыл элек тармаҡ тарихын сағылдырған музейға ике бүлмә бирҙеләр. Йыйылған бай экспонаттар Башҡортостанда был хеҙмәттең үҫеше тураһында, ғүмерен хоҡуҡҡа арнаған кешеләр хаҡында һөйләй.