Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүәкәндәр тәүәккәл
Тәүәкәндәр тәүәккәл Воскресенканан уңға ҡайырылдыҡ та алға елдерҙек. Үҙебеҙ шоссе юлдың һәйбәт торошона һоҡландыҡ. Подгорное, Бикесте үтеп, Прогресс ауылына яҡынлашҡанда, бер рәткә тигеҙ итеп теҙелгән яңы ғына һалына башлаған “игеҙәк йорттар”ҙы күрҙек. Ә беҙгә Тәүәкәнгә барып етергә кәрәк.

– Шағир әйтмешләй, әгәр ож­мах булһа, ул – тыуған ерҙер, – ти “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы етештереү предприя­тиеһы директоры Ғайса Янбаев. – Беҙҙә ауылдар бигерәк йәмле, Таһир-Зөһрәләрҙәй күҙҙәренән нур сәселгән дәртле йәштәре менән данлы. Ҡыҙҙар һәм егет­тәрҙең тыуған яҡтарында төплә­неүенең сере ябай – Күгәрсендә йәшәү шарттары ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел.
Идара үҙәге Тәүәкән ауылында урынлашҡан хужалыҡтың йылдан-йыл эшмәкәрлеген киңәйтеүе, алға ҡарап йәшәүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, өҫтәүенә яңы объ­ект­тар сафҡа индерелә. Мәҫәлән, көҙ республи­каның элекке етәксеһе Мортаза Ғө­бәйҙулла улы Рәхимовтың хәстәрлеге менән Прог­ресс ауылында ярымфабрикат, кулинария һәм ҡамыр ри­зыҡтары етештереү буйынса цех асылған. Ғө­мү­мән, ошо тирәләге ауыл халҡы быға бик ҡыуана.
Тәүәкәндәр тәүәккәлЦех мөдире Нилә Ишдәүләтованың һүҙҙәренә ҡа­рағанда, бында әле 40-ҡа яҡын эшсе көс иҫәпләнә, әгәр ҙә ул тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, йөҙ ке­шегә хеҙмәт урыны буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Теләүембәт, Подгорное, Дауыт-Ҡайып, Черниговка, Бикес, Аҙ­нағол халҡының яҙмышы ошо хужалыҡ менән тығыҙ бәйләнгән. 50-нән ашыу тауар етештерелә. Бил­мәндең – һигеҙ, ит ярымфабрикатының 19 төрө бар, бынан тыш, сәксәк, бауырһаҡ һәм башҡа төрлө ҡамыр аҙыҡтары әҙерләнә.
Эшҡыуарҙар, ғәҙәттә, уңыш серен асыҡтан-асыҡ һөйләү яғында түгел. Ә бына Нилә Рәшит ҡыҙының фекере бүтәнсә – бәхет бүлешкәндән арта ғына. Тырыштар һәм тәүәккәлдәр барыбер үҙенә юл яра, теләген тормошҡа ашыра. Был осраҡта иң мөһиме тауарҙы һатыуға сығарыуҙы көйләү икән. Ысынлап та, “Тәүәкән” продукцияһы баҙарҙа яҡшы үтә. Рес­публикабыҙҙың егермегә яҡын районында үҙҙә­ре­нең магазины бар. Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ейәнсура районының Иҫән­ғол ауылы һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Нилә Ишдәүләтова тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырған “Пышка” йәмғиәтенә сик­һеҙ рәхмәтле.
Эңерҙә ҡайтырға сыҡҡанда эшселәр бригадаһы һаман йорт күтәреү менән мәшғүл ине. Кемдер, йәштәр ауылда ҡалмай, тип лаф ора, тормоштоң һүнеүенә зарлана. Күгәрсен тарафтарында беҙ бының нәҡ киреһенә шаһит булдыҡ.




Автор: Финзирә РЫСАЕВА Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә