Воскресенканан уңға ҡайырылдыҡ та алға елдерҙек. Үҙебеҙ шоссе юлдың һәйбәт торошона һоҡландыҡ. Подгорное, Бикесте үтеп, Прогресс ауылына яҡынлашҡанда, бер рәткә тигеҙ итеп теҙелгән яңы ғына һалына башлаған “игеҙәк йорттар”ҙы күрҙек. Ә беҙгә Тәүәкәнгә барып етергә кәрәк.– Шағир әйтмешләй, әгәр ожмах булһа, ул – тыуған ерҙер, – ти “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы директоры Ғайса Янбаев. – Беҙҙә ауылдар бигерәк йәмле, Таһир-Зөһрәләрҙәй күҙҙәренән нур сәселгән дәртле йәштәре менән данлы. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең тыуған яҡтарында төпләнеүенең сере ябай – Күгәрсендә йәшәү шарттары ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел.
Идара үҙәге Тәүәкән ауылында урынлашҡан хужалыҡтың йылдан-йыл эшмәкәрлеген киңәйтеүе, алға ҡарап йәшәүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, өҫтәүенә яңы объекттар сафҡа индерелә. Мәҫәлән, көҙ республиканың элекке етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәстәрлеге менән Прогресс ауылында ярымфабрикат, кулинария һәм ҡамыр ризыҡтары етештереү буйынса цех асылған. Ғөмүмән, ошо тирәләге ауыл халҡы быға бик ҡыуана.
Цех мөдире Нилә Ишдәүләтованың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында әле 40-ҡа яҡын эшсе көс иҫәпләнә, әгәр ҙә ул тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, йөҙ кешегә хеҙмәт урыны буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Теләүембәт, Подгорное, Дауыт-Ҡайып, Черниговка, Бикес, Аҙнағол халҡының яҙмышы ошо хужалыҡ менән тығыҙ бәйләнгән. 50-нән ашыу тауар етештерелә. Билмәндең – һигеҙ, ит ярымфабрикатының 19 төрө бар, бынан тыш, сәксәк, бауырһаҡ һәм башҡа төрлө ҡамыр аҙыҡтары әҙерләнә.
Эшҡыуарҙар, ғәҙәттә, уңыш серен асыҡтан-асыҡ һөйләү яғында түгел. Ә бына Нилә Рәшит ҡыҙының фекере бүтәнсә – бәхет бүлешкәндән арта ғына. Тырыштар һәм тәүәккәлдәр барыбер үҙенә юл яра, теләген тормошҡа ашыра. Был осраҡта иң мөһиме тауарҙы һатыуға сығарыуҙы көйләү икән. Ысынлап та, “Тәүәкән” продукцияһы баҙарҙа яҡшы үтә. Республикабыҙҙың егермегә яҡын районында үҙҙәренең магазины бар. Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Нилә Ишдәүләтова тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырған “Пышка” йәмғиәтенә сикһеҙ рәхмәтле.
Эңерҙә ҡайтырға сыҡҡанда эшселәр бригадаһы һаман йорт күтәреү менән мәшғүл ине. Кемдер, йәштәр ауылда ҡалмай, тип лаф ора, тормоштоң һүнеүенә зарлана. Күгәрсен тарафтарында беҙ бының нәҡ киреһенә шаһит булдыҡ.