Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Баламды етем итмәм, тинем…”
“Баламды етем итмәм, тинем…” Һуғыш ваҡытында бер кем дә ауыр эшкә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа һәм фәҡирлеккә зарланмаған. Заман килтергән нужаларҙан халыҡ бөгөлөп төшмәгән, киреһенсә, киләсәккә ҙур өмөт бағлап, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәгән. Һуғыштың ҡасан да булһа тамамланырына, халыҡтың еңел тын алып, тыныс тормошта көн итәсәгенә ышанған.

Яугирҙәр менән бер рәттән, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәштә тылдағылар ҙа ҡатнашҡан. Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыр өсөн ал-ял белмәй таң һарыһынан ҡа­раңғы төнгә тиклем бил бөккән улар. Эштең иң ауыры ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төш­кән. Һуғыш балаларҙы иртә ҙу­райырға, тормош михнәттәрен ва­ҡы­тынан алда татырға мәжбүр иткән.
Хәҙерге ваҡытта ветерандары­быҙҙың сафы көндән-көн һирәгәйә. Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәгән Йәнбикә Хәсәнова —төбәктең иң оло ағинәйе, тыл ве­те­раны. Бөгөн уның 95 йәшен тултырып, һәүетемсә генә донъя көтөп ятыуы. Әйтеүе генә анһат, ә ысынында иһә уның оло ғүмере йәй­ғорҙоң ете төҫөндәй төрлө еп­тәр­ҙән туҡылған, ауырлыҡтар сыныҡ­тырған.
1919 йылдың 15 сентябрендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауыл Советына ҡараған Ҡуяндар ауылында тыуған ҡыҙға Йәнбикә тип, йәғни йән биреүсе, тереклек мәғәнәһен аңлатҡан матур исем ҡушалар. Хәфиҙә менән Әхмәтзада Мырҙагилдиндарҙың ғаиләһендә йәнә ир бала – Йәнбикәнең ҡустыһы Закир – донъяға килә. Ғаилә мул тормошта йәшәй: мал-тыуары иҫәп­һеҙ-һанһыҙ була. “Ҡуяндар ауылы­ның тау түбәһе мал менән ҡап­лан­һа, тимәк, мал-тыуар теүәл” тип иҫәпләгән Йәнбикәнең атаһы менән олатаһы. Үҙҙә­ренең тырыш­лығы, сослоғо менән етеш тормош­та йәшәгән Мыр­ҙагилдин­дар ғаиләһенә урындағы власть тыныс ҡына донъя көтөргә ирек бирмәй. “Кулак” м­һөрө тағып, Йән­би­кә­нең атаһын һәм олатаһын Себергә һөрәләр. Бөтөн мал-мөлкәт тартып алына. Мал-тыуарҙы Икенсе Этҡолда төҙөлгән колхозға ҡуша­лар, өйҙәренә кире килеп йөрөмә­һендәр өсөн ҡарауыл ҡуйып, йорт-ҡаралтыларынан бер генә әйберҙе лә бирмәйҙәр. Йәнбикә менән әсәһе Хәфиҙәгә йәшәр өсөн бәләкәй генә иҫке ҡара мунса ҡала. Яңы уҡый башлаған ҡыҙға ике ай ғына хәреф өйрәнергә тура килә. “Кулак” балаһы булғас, ул бар эш­тән дә ситләтелә, мәктәпкә ҡабат аяҡ баҫтыртмайҙар. Былай йәшәп булмаясағын аңлаған Хәфиҙә нисек тә булһа яңынан тормош башлау, эшкә урынлашыу маҡсатында улы Закирҙы алып, Әбйәлил районына сығып китә. Йәнбикә атаһының Үр­нәк ауылында (хәҙерге Ниғәмәт) йәшәгән ағаһы Кираметдин һәм Зәйнәб инәһе ҡарамағында ҡала. “Кулак балаһын нишләп көтөргә алдығыҙ?” – тип, власть әһелдәре, әленән-әле уларҙың өйөнә килеп, тентеү яһап йөрөй.
Шулай көн артынан көн үтеп, тормош үҙ ағышы менән бара. Себергә һөрөлгән Мырҙагилдиндарға кире әйләнеп ҡайтыу бәхете насип булмай. Йәнбикә атаһының Белорет ҡалаһында ерләнгәнен белә, ә олатаһының ҡәбере ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ ҡала. Шулай итеп, күпләп мал үрсетеп, етеш донъя көтөргә хыялланған Мырҙагилдиндарҙың тормошо уйламаған ерҙән сел­пәрәмә килә.
Әбйәлилгә сығып киткән Йән­бикәнең әсәһе шул тарафтарҙа эшкә урынлаша, тормошон яйға һалып, кейәүгә сыға. Хәҙерге ваҡыт­та Йәнбикә инәйҙең ҡусты­лары мәрхүм, әммә уларҙың балалары, туғандары Ишей ауылында, Туймазы эргәһендәге Серафимовкала йәшәй.
16 йәше тулғас, ҡыҙҙы Байым ауылында йәшәгән Хәбрахман Хә­сә­нов кәләшлеккә һората. Йәштәр Аҡыҡ йылғаһы буйында урын­лашҡан Мырҙый утарына күсеп килә. Йәш ғаиләлә улдары Әҙеһәм донъяға килә. Тормош тағы ла күркәмләнеп китә, өй эсе бала тауышына сорналып, шатлыҡ менән тула.
Илебеҙгә аяуһыҙ һуғыш ябырыла. Йәнбикәнең тормош иптәше Хәбрахман да август айында фронтҡа саҡырыу ҡағыҙы ала. Өфө ҡалаһы эргәһендәге часҡа эләккән иренән бер генә хат килә. “Беҙ әлегә учениела ятабыҙ”, – тип хәбәр итә ул. Ә 1942 йылда “ҡара ҡағыҙ” алалар. Йәнбикә, шулай итеп, 21 генә йәшендә тол ҡала.
Илбаҫарҙарға ҡаршы көрәш фронтта ғына түгел, тылда ла киң йәйелдерелә. Хужалыҡтарҙы алып барыу ҡатын-ҡыҙҙың, балаларҙың һәм ҡарт-ҡороноң иңенә ята. Ауыр эш, аслыҡ, яланғаслыҡ, фәҡирлек күптәрҙе “теге” донъяға оҙата. Йәнбикәгә лә өс кешенән торған ғаиләне ҡарарға тура килә. Ҡатын һары таңдан ҡара кискәсә эштә, ә ҡәйнәһе Йәмилә инәй бәләкәй Әҙеһәмде тәрбиәләй. Был осорҙа сәғәтләп эшләү тигән төшөнсә юҡ — эш көндәлек норманы тултырыу менән билдәләнә.
Йәнбикә ул ваҡытта ауыр һа­налған урман ҡырҡыу эшенә йөрөй. Икенсе Этҡол, Мырҙый ауылда­рының урман участкаларында ҡул бысҡыһы менән ағас әҙерләйҙәр. Шул осорҙа юға­ры баһаланған “Стахановсы” исеменә лайыҡ була. Тәүлегенә утын ҡырҡыу­сы­ларға — 800, өйҙәге балалары­на 200-250 грамм икмәк бирәләр. Былай ҙа хәлһеҙ, ас-яланғас халыҡҡа көс ет­кеһеҙ һалым һа­лалар. Ә көн­дә­лек норманы үтә­мәгән­дәргә икмәк миҡ­д­арын да кәметәләр. “40 нор­ма” тигән талапты индереп, эшселәрҙе хәлдән тайҙыра­лар. Был норма айына 40 көнлөк эш күләмен баш­ҡарыуҙы аңлата. Ту­лы­һын­са үтәлмәһә, эш хаҡы ҡыр­ҡыла. Йәнбикә Сәхипъ­ямал исемле ҡыҙ ме­нән парлашып эшләй, уларҙың һәр береһенә өсәр кубометр ағас әҙер­ләргә ҡу­шыла. Норма­ны арттыра ал­­һаң, икмәк тә күберәк эләгә, йәғ­ни 1200 грамм. Йәнбикә был йәһәттән һәр саҡ алдын­ғылар рәтендә бара. Ул тыл­дағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә фронт өсөн ойоҡ­баш, бейәләй бәйләй, сохарый киптерә. Мал-тыуар аҫрарға ла ваҡыт таба.
Ҡәһәрле һуғыш күптәрҙе етем ҡалдырып, атай наҙынан мәхрүм итә. Йәнбикә инәй улын тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. 1953 йылда ғаилә Ишей ауылына күсеп килә.
Әйтеп үтеүемсә, иренән тол ҡалғанда уға ни бары 21 йәш була. Ҡыҙҙарҙың бешкән еләк кеүек кенә матур сағы! Хәҙерге заман менән сағыштырһаҡ, был йәштә күптәр уҡып йөрөй, кейәүгә сыҡмағандары ла күп. Һаман да төҫ ташламаған, зиһенле, бик тә мөләйем, бөтмөр инәйгә ҡыҙыҡһындырған һорауым­ды бирмәй булдыра алманым: “Ни өсөн ҡабаттан ғаилә ҡорманығыҙ? Яусылар, һоратыусылар булғандыр бит?”
– Булды, әлбиттә, һоратмаған ҡайҙа ул, – тине инәй. – Тик мин Хәбрахманым ана ҡайта, бына ҡайта тип көттөм дә көттөм. Әҙе­һәмде етем иткем килмәне, ҡәй­нәмде лә йәлләнем…
Эйе, уйландырырлыҡ яҙмыш. Мөхәббәтенә, һөйөклө иренә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған Йәнбикә инәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Хәтирәләр ебе беҙҙе тағы ла үт­кән­дәргә алып ҡайта, сағыш­ты­рырлыҡ ваҡиғалар ифрат күп. “Беҙ йәш саҡта эскелек менән мауығыу булманы, йәштәр татыу, берҙәм ине. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, терәк булып йәшәнек”, — ти ул.
Улы Әҙеһәм ғүмерен урман эше­нә арнаны. Ҡатыны Сәлимә менән дүрт бала — Тәлғәт, Әхәт, Радик һәм Сәриәне — тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан бер нисә йыл элек Сәлимә инәй вафат булды.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә һуғыш һәм тыл ветерандарына иғтибар бермә-бер артты. 95 йәшлек ағинә­йебеҙгә лә бөтә уңайлыҡтары бул­ған йортта йәшәү бәхете тейҙе. Бөгөн ул Баймаҡ ҡалаһындағы уңайлы, яҡты йорттан фатир алыуына һөйөнөп бөтә алмай.


Автор: Земфира ТАҺИРОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә