Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ аҡсаһына обелиск төҙөткән
Үҙ аҡсаһына обелиск төҙөткән – Берәй ветеран менән дә осрашырға ине, – тип әйтеүебеҙ булды, Борай район хакимиәтендә бер тауыштан тиерлек Ҡарабай ауылындағы Әнисә Шәйхәли ҡыҙын тәҡдим иттеләр. “Ни өсөн уны гәзит битендә күрһәтергә теләүе­беҙҙе барып күргәс аңларһығыҙ”, – тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы көсәйтеп үк ҡуйҙылар.

Ҡышҡы юл ҡурҡытһа ла, тәүәккәлләп Ҡарабайға йүнәлдек. Әнисә Дәүләтханова менән осрашып, оло йәштәге хеҙмәт ветеранына һоҡланып ҡайттыҡ.
Ысынлап та, ғәжәйеп кеше булып сыҡты ул. Район хаки­миәтендә уға бәйле серҙе асмай, үҙебеҙҙең күреүҙе теләүҙәре ауылға ингәс тә аңлашылды.
Әнисә Дәүләтханова һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарының исемен мәңге­ләштереү маҡсатында обелиск эшләткән. Ыҡсым ғына килеп сыҡҡан был изге урын. Яу яланында ятып ҡалған­дарының да, Еңеү яулап, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайт­ҡандарының да, йәғни барлығы 122 яугир­ҙең, исем-шәрифе уйылып яҙылған.
Әнисә инәйҙең атаһы, үкенескә ҡаршы, һуғышта һәләк булған. Ике ағаһы, шөкөр, иҫән-аман йөрөп ҡайтып, тыныс тормошта байтаҡ ғүмер кисергән, балалар үҫтергән. Хәҙер улар ҙа мәрхүм инде.
– Ҡайһы берәүҙәр, пенсиям бәләкәй, ос­то-осҡа ялғап йәшәргә тура килә, тип зар­ланғанда, һеҙ шундай ҙур күләмле эш атҡар­ғанһығыҙ. Бындай ҡыйыу аҙымға нимә этәрҙе? – тип ҡыҙыҡһынмай булдыра алманыҡ, обелискты күргәс тә.
– Тыуған ауылыма, ирем вафат булғас, Яңауылдан ҡайтып төпләндем. Бала сағым үткән ер тартты, күрәһең. Йорт һатып алып йәшәй башланым. Рәхмәт барыһына ла, дини мәжлестәрҙән һәм башҡа сараларҙан ҡалдырмайҙар, оҫтабикә булып та йөрө­йөм. Шулай бер көн атайым төшөмә инде. Минән нимәлер һорай, әммә асыҡ ҡына әйтә алманы. Ниндәй үтенесе бар икән тип уйланып йөрөгәндә, гәзиттә ҡайһылыр төбәктәге бер ҡатын тураһында уҡыным. Ауылындағы шишмәне төҙөкләндерергә ярҙам иткән ул. Туҡта әле, мин дә шун­дайыраҡ берәй изге эш ҡыла алам да баһа, тим үҙ-үҙемә. Өс йыллап пенсияның бер өлөшөн һалып барғайным. Оҫтабикә бул­ғас, хәйер-саҙаҡа ла бирәләр. Миңә ул әллә килешә, әллә юҡ, уны ла файҙалы берәй нәмәгә тотонорға ине тип уйлана башла­ғайным. Шулай итеп, обелиск яһатырға ниәтләндем. Бикйәндә барлығын ишетеп белә инем, ауыл хакимиәте башлығы Марат ҡустыға ошо хаҡта әйтеп, икәүләп барып ҡараныҡ. Эште нимәнән башларға икәнлекте белештек тә тотондоҡ. Мунсам­ды яңыртҡан ике оҫта менән һөйләшкәй­нем, ҡулыбыҙҙан килерлек, тип улар ҙа шунда уҡ ризалашты. Кирбес, цемент, ҡом килтерттек, Борайҙан ташты үҙебеҙ барып алдыҡ. Исем-шәрифте матурлап яҙа торған кешене лә таптыҡ. Шөкөр, барыһы ла ыңғай ғына килеп торҙо. Майҙа башла­ғайныҡ, 22 июндә астыҡ та. Сараға халыҡ күп йыйылды. Ауыл кешеләре лә бер аҙ өлөш индерҙе. Йәмғеһе 85 мең һумға төштө обелиск. Ошо ниәтемде тормошҡа ашыр­ғас, күңелем тынысланып ҡалды, – ти Әнисә инәй. – Ауылыбыҙҙа мәсет юҡ. Әгәр берәйһе төҙөргә ниәтләһә, уға ла ярҙам итәсәкмен. Ә иман йорто бик кәрәк беҙгә. Тәртипкә күндерә, насар ҡылыҡтарҙан арындырта бит ул. Тик ауылда халыҡ күп түгел, шуға мәсет төҙөй башлау икеле әле, – тип һүҙен дауам итте хеҙмәт ветераны.
Әйткәндәй, Әнисә Шәйхәли ҡыҙы бай ғүмер юлы үтә. Әллә күпме һөнәргә эйә, мәҫәлән, уҡытыусы, бухгалтер, һатыусы, эпидемия станцияһы хеҙмәткәре... Үзбәк­станда ла йәшәгән, ғәрәпсә уҡырға ла өйрәнгән.
Ауылдағы саралар унһыҙ үтмәй тиерлек. Беҙ барырҙан бер нисә көн элек кенә клубта матур кисә ойоштороп, Динар Нурғәлиевте армияға оҙатҡандар. Шунда ла ағинәй фатиха биргән.
Әнисә Шәйхәли ҡыҙы клуб асылыу шат­лығы менән дә уртаҡлашты. “Халыҡты туп­лай ҙа, берләштерә лә ул мәҙәниәт усағы”, – тине инәй. 2010 йылда клубтары янған, шуға саралар мәктәптә үткән. Эле иһә райпо магазинының буш торған бинаһын алып, күмәкләп ремонт яһап, клуб иткәндәр.
– Халыҡ берҙәм беҙҙә. Эштәрен өмә менән атҡаралар, бер-береһенә ярҙамла­шалар, мәҙәни сараларҙы ла һүрелтмәҫкә тырышалар. Клуб булмағанда, мәктәп би­на­һында әҙерләндек, вокаль ансамблебеҙ ҙә бар. Хәҙер ауыл тормошо тағы ла йәнләнеп китер әле, – тип төбәктең йәшә­йеше менән таныштырҙы китапханасы Рина Әхтәриева.
…Ап-аҡ ҡайындары оҙатып ҡалған Ҡара­бай ауылынан яҡты уйҙар менән ҡайт­тыҡ. Бигерәк тә пенсионер Әнисә Дәүләт­хано­ваның йылмайыулы ҡарашы күҙ алдынан китмәне.





Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Борай районы, Ҡарабай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә