– Берәй ветеран менән дә осрашырға ине, – тип әйтеүебеҙ булды, Борай район хакимиәтендә бер тауыштан тиерлек Ҡарабай ауылындағы Әнисә Шәйхәли ҡыҙын тәҡдим иттеләр. “Ни өсөн уны гәзит битендә күрһәтергә теләүебеҙҙе барып күргәс аңларһығыҙ”, – тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы көсәйтеп үк ҡуйҙылар.
Ҡышҡы юл ҡурҡытһа ла, тәүәккәлләп Ҡарабайға йүнәлдек. Әнисә Дәүләтханова менән осрашып, оло йәштәге хеҙмәт ветеранына һоҡланып ҡайттыҡ.
Ысынлап та, ғәжәйеп кеше булып сыҡты ул. Район хакимиәтендә уға бәйле серҙе асмай, үҙебеҙҙең күреүҙе теләүҙәре ауылға ингәс тә аңлашылды.
Әнисә Дәүләтханова һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү маҡсатында обелиск эшләткән. Ыҡсым ғына килеп сыҡҡан был изге урын. Яу яланында ятып ҡалғандарының да, Еңеү яулап, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡандарының да, йәғни барлығы 122 яугирҙең, исем-шәрифе уйылып яҙылған.
Әнисә инәйҙең атаһы, үкенескә ҡаршы, һуғышта һәләк булған. Ике ағаһы, шөкөр, иҫән-аман йөрөп ҡайтып, тыныс тормошта байтаҡ ғүмер кисергән, балалар үҫтергән. Хәҙер улар ҙа мәрхүм инде.
– Ҡайһы берәүҙәр, пенсиям бәләкәй, осто-осҡа ялғап йәшәргә тура килә, тип зарланғанда, һеҙ шундай ҙур күләмле эш атҡарғанһығыҙ. Бындай ҡыйыу аҙымға нимә этәрҙе? – тип ҡыҙыҡһынмай булдыра алманыҡ, обелискты күргәс тә.
– Тыуған ауылыма, ирем вафат булғас, Яңауылдан ҡайтып төпләндем. Бала сағым үткән ер тартты, күрәһең. Йорт һатып алып йәшәй башланым. Рәхмәт барыһына ла, дини мәжлестәрҙән һәм башҡа сараларҙан ҡалдырмайҙар, оҫтабикә булып та йөрөйөм. Шулай бер көн атайым төшөмә инде. Минән нимәлер һорай, әммә асыҡ ҡына әйтә алманы. Ниндәй үтенесе бар икән тип уйланып йөрөгәндә, гәзиттә ҡайһылыр төбәктәге бер ҡатын тураһында уҡыным. Ауылындағы шишмәне төҙөкләндерергә ярҙам иткән ул. Туҡта әле, мин дә шундайыраҡ берәй изге эш ҡыла алам да баһа, тим үҙ-үҙемә. Өс йыллап пенсияның бер өлөшөн һалып барғайным. Оҫтабикә булғас, хәйер-саҙаҡа ла бирәләр. Миңә ул әллә килешә, әллә юҡ, уны ла файҙалы берәй нәмәгә тотонорға ине тип уйлана башлағайным. Шулай итеп, обелиск яһатырға ниәтләндем. Бикйәндә барлығын ишетеп белә инем, ауыл хакимиәте башлығы Марат ҡустыға ошо хаҡта әйтеп, икәүләп барып ҡараныҡ. Эште нимәнән башларға икәнлекте белештек тә тотондоҡ. Мунсамды яңыртҡан ике оҫта менән һөйләшкәйнем, ҡулыбыҙҙан килерлек, тип улар ҙа шунда уҡ ризалашты. Кирбес, цемент, ҡом килтерттек, Борайҙан ташты үҙебеҙ барып алдыҡ. Исем-шәрифте матурлап яҙа торған кешене лә таптыҡ. Шөкөр, барыһы ла ыңғай ғына килеп торҙо. Майҙа башлағайныҡ, 22 июндә астыҡ та. Сараға халыҡ күп йыйылды. Ауыл кешеләре лә бер аҙ өлөш индерҙе. Йәмғеһе 85 мең һумға төштө обелиск. Ошо ниәтемде тормошҡа ашырғас, күңелем тынысланып ҡалды, – ти Әнисә инәй. – Ауылыбыҙҙа мәсет юҡ. Әгәр берәйһе төҙөргә ниәтләһә, уға ла ярҙам итәсәкмен. Ә иман йорто бик кәрәк беҙгә. Тәртипкә күндерә, насар ҡылыҡтарҙан арындырта бит ул. Тик ауылда халыҡ күп түгел, шуға мәсет төҙөй башлау икеле әле, – тип һүҙен дауам итте хеҙмәт ветераны.
Әйткәндәй, Әнисә Шәйхәли ҡыҙы бай ғүмер юлы үтә. Әллә күпме һөнәргә эйә, мәҫәлән, уҡытыусы, бухгалтер, һатыусы, эпидемия станцияһы хеҙмәткәре... Үзбәкстанда ла йәшәгән, ғәрәпсә уҡырға ла өйрәнгән.
Ауылдағы саралар унһыҙ үтмәй тиерлек. Беҙ барырҙан бер нисә көн элек кенә клубта матур кисә ойоштороп, Динар Нурғәлиевте армияға оҙатҡандар. Шунда ла ағинәй фатиха биргән.
Әнисә Шәйхәли ҡыҙы клуб асылыу шатлығы менән дә уртаҡлашты. “Халыҡты туплай ҙа, берләштерә лә ул мәҙәниәт усағы”, – тине инәй. 2010 йылда клубтары янған, шуға саралар мәктәптә үткән. Эле иһә райпо магазинының буш торған бинаһын алып, күмәкләп ремонт яһап, клуб иткәндәр.
– Халыҡ берҙәм беҙҙә. Эштәрен өмә менән атҡаралар, бер-береһенә ярҙамлашалар, мәҙәни сараларҙы ла һүрелтмәҫкә тырышалар. Клуб булмағанда, мәктәп бинаһында әҙерләндек, вокаль ансамблебеҙ ҙә бар. Хәҙер ауыл тормошо тағы ла йәнләнеп китер әле, – тип төбәктең йәшәйеше менән таныштырҙы китапханасы Рина Әхтәриева.
…Ап-аҡ ҡайындары оҙатып ҡалған Ҡарабай ауылынан яҡты уйҙар менән ҡайттыҡ. Бигерәк тә пенсионер Әнисә Дәүләтханованың йылмайыулы ҡарашы күҙ алдынан китмәне.