Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телде һаҡлар, яҡлар бәйге
Телде һаҡлар, яҡлар бәйге Республика Мәғариф министрлығының милли мәғариф, тө­бәк-ара хеҙмәттәшлек һәм китаптар нәшер итеү бүлеге етәксеһе Гөл­сәсәк Мөхәмәтйәнованың:
– Бәйгенең нисәмә йыл рәттән ҡыштың сатлама һыуыҡ мәленә тап килеүе беҙҙең туған телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы һынай кеүек, – тигән һүҙҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXVII төбәк-ара олимпиаданың асылын аныҡ билдәләне.


Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын гөрләткән байрам иң алдынғы уҡыусыларыбыҙҙы, уларға бар көсөн һалып белем биргән уҡытыусыларҙы бергә йыйҙы. Тел бәйгеһендә барлығы 281 бала ҡатнашты, шуларҙың 11-е Һамар, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан килгән. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, белем һынау майҙанына ашыҡҡан милләт­тәштәребеҙ олимпиаданың баһаһын күтәрә, ҡыуаныс өҫтәй, ти ойоштороусылар.
Өс көнлөк сара барышында уҡыусылар яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәлә осрашты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡоҙаса” (Б. Бикбай) спектаклен ҡараны. Йомғаҡлау көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, ошо уҡ милли йәмәғәт берекмәһе ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, шулай уҡ БДУ-ның һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның абруйлы уҡытыусылары ҡатнаш­лығында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында булды.
БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев етәксе­легендәге баһалау комиссияһы белдереүенсә, быйыл башҡорт телен милли белем усағында, урыҫ мәктәбендә һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында һәр класс буйынса абсолют балл йыйған бер еңеүсе һәм ҡалған бүләкләнеүселәр билдәләнгән.
– Ҡатнашыусыларҙың уҡыу һәм әҙерлек кимәле, һөҙөмтәләр шатландырҙы, – ти яҙмаларҙы тикшергән белгестәр.
Сит төбәктәрҙән килгәндәр араһында еңеүселәрҙең күпселеге Силәбе өлкәһенән булыуы ла уҡытыусыларҙың телде өйрәтеүгә ҡарата намыҫлы мөнәсәбәте күрһәткесе булып тора. Арғаяш районының Яратҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы Мәүжиҙә Кинйәбәева уҡыусылары менән олимпиадала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, һәм быйыл да улар өс еңеү менән ҡайтты.
– Башҡорт теле IX, X кластарҙа аҙнаһына бер дәрес кенә ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, ауыр шарттарға һуҡранмай, тырышып уҡытабыҙ, эшебеҙҙә заманса алымдарға мөрәжәғәт итәбеҙ, – ти Мәүжиҙә Ғәбдрәүеф ҡыҙы.
Урыҫ мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтен юғары кимәлдә үҙләштереүенә өлгәшкән остаздар ҙа оло рәхмәткә лайыҡ.
– Олимпиадала ҡатнашыу, балаларҙың белемен камиллаштырыу, республика даирәһендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау ҙа – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Уҡыусыла телгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләүҙә, белем усағынан тыш, ата-әсәнең дә көс һалыуы мөһим, – ти Өфө районының Миловка урта мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Шафиҡова.
“Еңмәгәндәр араһында илағандар ҙа булыр, тик был күҙ йәштәре, балалар, һеҙҙең көсһөҙлөгөгөҙҙө күрһәтмәй, киреһенсә, сәмле, ышаныслы, рухлы икәнлегегеҙҙе иҫбатлай ғына”, – тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны тәбрикләү тантанаһы барышында. Ысынлап та, замандың еңел булмаған шарттарында туған телебеҙҙе өйрәнгән балаларҙың һәм тырышып өйрәткән уҡытыусыларҙың һәммәһе лә ҙур маҡтауға лайыҡ. Олимпиада – белем күрһәткесе генә түгел, ә телебеҙҙең артабан да йәшәүгә хоҡуғын раҫлаусы матур күренеш ул.
Ошо мөһим милли байрамдың республикабыҙ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан” гәзите лә еңеүселәр өсөн махсус бүләген булдырғайны. Матбуғат менән дуҫлығы, йәш быуында нәфис һүҙгә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн Ишембай ҡалаһындағы 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Ғәлиә Фәйзуллина һәм уның уҡыусыһы Сөмбөл Исҡужина лайыҡ тип табылды был бүләккә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре:
IX класс – Элина Вәлиәхмәтова (М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), Элмира Шәрипова (Борай ауылының 3-сө урта мәктәбе), Алена Дятлова (Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы);
X класс – Айзирә Шәйхитдинова (Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты), Елена Ғәйнетдинова (Борай ауылының 1-се урта мәктәбе), Сергей Боков (Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы);
XI класс – Сөмбөл Исҡужина (Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты), Физалиә Мәхийәнова (Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы), Алина Әхмәтйәнова (Раевка ҡасабаһындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы), Айһылыу Ғилемйәнова (Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ мәктәп-интернаты), Алина Кирилова (Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы 1-се урта мәктәп).
Сит төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар араһынан Силәбе өлкәһендәге Арғаяш районының Ҡорман урта мәктәбе уҡыусыһы Эльзида Сәйфетдинова, Яратҡол урта мәктәбенән Диана Арыҫланова, Нәлиә Аҙаугилдина еңеү яуланы. Атап үтелгәндәр ҙә, бүләкләнеүселәр ҙә Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан диплом һәм ҡиммәтле приздар алып ҡыуанды, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулар өсөн файҙалы тәжрибә, илһам, сәм менән ҡайтты. Еңеүҙәрегеҙ алда әле, милләтебеҙ таянысы булған телһөйәрҙәр!




Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә