Республика Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм китаптар нәшер итеү бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнованың:
– Бәйгенең нисәмә йыл рәттән ҡыштың сатлама һыуыҡ мәленә тап килеүе беҙҙең туған телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы һынай кеүек, – тигән һүҙҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXVII төбәк-ара олимпиаданың асылын аныҡ билдәләне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын гөрләткән байрам иң алдынғы уҡыусыларыбыҙҙы, уларға бар көсөн һалып белем биргән уҡытыусыларҙы бергә йыйҙы. Тел бәйгеһендә барлығы 281 бала ҡатнашты, шуларҙың 11-е Һамар, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан килгән. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, белем һынау майҙанына ашыҡҡан милләттәштәребеҙ олимпиаданың баһаһын күтәрә, ҡыуаныс өҫтәй, ти ойоштороусылар.
Өс көнлөк сара барышында уҡыусылар яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәлә осрашты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡоҙаса” (Б. Бикбай) спектаклен ҡараны. Йомғаҡлау көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, ошо уҡ милли йәмәғәт берекмәһе ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, шулай уҡ БДУ-ның һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның абруйлы уҡытыусылары ҡатнашлығында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында булды.
БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев етәкселегендәге баһалау комиссияһы белдереүенсә, быйыл башҡорт телен милли белем усағында, урыҫ мәктәбендә һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында һәр класс буйынса абсолют балл йыйған бер еңеүсе һәм ҡалған бүләкләнеүселәр билдәләнгән.
– Ҡатнашыусыларҙың уҡыу һәм әҙерлек кимәле, һөҙөмтәләр шатландырҙы, – ти яҙмаларҙы тикшергән белгестәр.
Сит төбәктәрҙән килгәндәр араһында еңеүселәрҙең күпселеге Силәбе өлкәһенән булыуы ла уҡытыусыларҙың телде өйрәтеүгә ҡарата намыҫлы мөнәсәбәте күрһәткесе булып тора. Арғаяш районының Яратҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы Мәүжиҙә Кинйәбәева уҡыусылары менән олимпиадала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, һәм быйыл да улар өс еңеү менән ҡайтты.
– Башҡорт теле IX, X кластарҙа аҙнаһына бер дәрес кенә ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, ауыр шарттарға һуҡранмай, тырышып уҡытабыҙ, эшебеҙҙә заманса алымдарға мөрәжәғәт итәбеҙ, – ти Мәүжиҙә Ғәбдрәүеф ҡыҙы.
Урыҫ мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтен юғары кимәлдә үҙләштереүенә өлгәшкән остаздар ҙа оло рәхмәткә лайыҡ.
– Олимпиадала ҡатнашыу, балаларҙың белемен камиллаштырыу, республика даирәһендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау ҙа – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Уҡыусыла телгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләүҙә, белем усағынан тыш, ата-әсәнең дә көс һалыуы мөһим, – ти Өфө районының Миловка урта мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Шафиҡова.
“Еңмәгәндәр араһында илағандар ҙа булыр, тик был күҙ йәштәре, балалар, һеҙҙең көсһөҙлөгөгөҙҙө күрһәтмәй, киреһенсә, сәмле, ышаныслы, рухлы икәнлегегеҙҙе иҫбатлай ғына”, – тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны тәбрикләү тантанаһы барышында. Ысынлап та, замандың еңел булмаған шарттарында туған телебеҙҙе өйрәнгән балаларҙың һәм тырышып өйрәткән уҡытыусыларҙың һәммәһе лә ҙур маҡтауға лайыҡ. Олимпиада – белем күрһәткесе генә түгел, ә телебеҙҙең артабан да йәшәүгә хоҡуғын раҫлаусы матур күренеш ул.
Ошо мөһим милли байрамдың республикабыҙ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан” гәзите лә еңеүселәр өсөн махсус бүләген булдырғайны. Матбуғат менән дуҫлығы, йәш быуында нәфис һүҙгә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн Ишембай ҡалаһындағы 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Ғәлиә Фәйзуллина һәм уның уҡыусыһы Сөмбөл Исҡужина лайыҡ тип табылды был бүләккә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре:
IX класс – Элина Вәлиәхмәтова (М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), Элмира Шәрипова (Борай ауылының 3-сө урта мәктәбе), Алена Дятлова (Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы);
X класс – Айзирә Шәйхитдинова (Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты), Елена Ғәйнетдинова (Борай ауылының 1-се урта мәктәбе), Сергей Боков (Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы);
XI класс – Сөмбөл Исҡужина (Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты), Физалиә Мәхийәнова (Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы), Алина Әхмәтйәнова (Раевка ҡасабаһындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы), Айһылыу Ғилемйәнова (Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ мәктәп-интернаты), Алина Кирилова (Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы 1-се урта мәктәп).
Сит төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар араһынан Силәбе өлкәһендәге Арғаяш районының Ҡорман урта мәктәбе уҡыусыһы Эльзида Сәйфетдинова, Яратҡол урта мәктәбенән Диана Арыҫланова, Нәлиә Аҙаугилдина еңеү яуланы. Атап үтелгәндәр ҙә, бүләкләнеүселәр ҙә Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан диплом һәм ҡиммәтле приздар алып ҡыуанды, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулар өсөн файҙалы тәжрибә, илһам, сәм менән ҡайтты. Еңеүҙәрегеҙ алда әле, милләтебеҙ таянысы булған телһөйәрҙәр!