Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сыуаҡ көҙҙөң матур бер кисендә Фәниә әбейҙең берҙән-бер һарығы көтөүҙән ҡайтманы. Эй эҙләмәгән ере, һорамаған кешеһе ҡалманы, Өршәк буйын бер нисә ҡат төшөп ҡараны: юҡ һарығы!

– Бабай, бабай, теге бер күҙе ғәрип һарыҡ юҡ бит! – тип өҙгәләнеп ҡартына өндәште
Мөгәрәбенә һалам ташып йөрөгән Хәниф ҡарт:
– Ярай, яҙған булһа, табылыр әле, – тине әллә ни иҫе китмәй генә.
...Быйыл картуф ифрат уңды: кешеләр һатып та кинәнде, яҙғылыҡҡа ла һалды. Бына Хәниф бабай ҙа мөгәрәпкә тултырған картуфтың өҫтөн ябып ҡуйырға тип ҡа­ба­лана. Көҙгө көнгә ышаныс юҡ, йә төндә ямғыр яуып ебәрер. Ул йәһәтләп ташып ҡуйған һаламын мул ғына итеп мөгәрәп эсенә этәрҙе...”Шөкөр, сәсергә лә, ашарға ла етәр, һаулыҡ ҡына булһын”, – тип үҙ алдына һөйләнде ул.
Көҙ үтеп, һалҡын ҡыш та етте. Ауылда күңелле осор – һуғым байрамдары башланды. Күрше-күлән аш-һыуынан ҡалдыр­май ҡарттарҙы. Бөгөн дә табындың түрендә Хәниф бабай менән Фәниә әбей. Шулай булмай ни: береһе ойотоп бейеһә, икенсеһе йырлап кинәндерә. Табын йәме улар! Тик бына теге ҡайтмай ҡалған һарыҡ ҡына иҫтәренә төшөп күңелдәрҙе ҡырып ала шул – һуғымға тип инселәгәйнеләр бит!
...Ҡар һыуҙары ағып, йәмле яҙҙар ҙа етте. Ауыл халҡы дәррәү эшкә тотондо: баҡсала ер ҡаҙһынмы, сүп-сар таҙартһынмы, йәшел­сә, емеш-еләк ултыртһынмы... Баҫыуҙарҙағы тракторҙар тауышы, яңы көтөүгә сыҡҡан мал-тыуар баҡырыуы ауылға йәм өҫтәгәндәй тойолдо.
Хәниф бабай ҙа ҡарсығы менән көҙҙән япҡан мөгәрәпте асып, сәсергә картуф сы­ғарырға булдылар. Фәниә әбей еңел кәүҙәһе менән етеҙ генә баҫҡыс буйлап мөгәрәп эсенә төштө. Күп тә үтмәй, ҡобараһы осоп килеп тә сыҡты:
– Бабай, бабай, картуфты урлағандар, унда бер нәмә лә юҡ, – тип оран һалды.
Хәниф бабай күп уйлап тормай мөгәрәп эсенә сумды. Шырпы һыҙып ҡараһа, ни күҙе менән күрһен – мөгәрәп мөйөшөндә көҙҙән юғалған йөндәре ялбырап үҫкән, ҡыш буйы картуф ашап, һалам көйшәп һимергән һарыҡ тора!
Шул арала ир-ат йыйылып, арҡан табып, малҡайҙы мөгәрәп эсенән тартып алдылар. Кемдер алдына күнәк менән һыу килтереп ҡуйҙы. Һыуға ла, йыйылған кешеләргә лә битараф һарыҡ баҫып тора бирҙе. Баҡһаң, ҡыш буйы ҡараңғыла тороп һуҡырайған икән, мәхлүк.
Кисен һимеҙ һарыҡ итен тәмләргә тип күрше-күлән йыйылды...




Автор: Миңнира Бикәнәсова. Район: Ауырғазы районы, Усман ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә