Яҙған мал13.01.2015
Сыуаҡ көҙҙөң матур бер кисендә Фәниә әбейҙең берҙән-бер һарығы көтөүҙән ҡайтманы. Эй эҙләмәгән ере, һорамаған кешеһе ҡалманы, Өршәк буйын бер нисә ҡат төшөп ҡараны: юҡ һарығы!
– Бабай, бабай, теге бер күҙе ғәрип һарыҡ юҡ бит! – тип өҙгәләнеп ҡартына өндәште
Мөгәрәбенә һалам ташып йөрөгән Хәниф ҡарт:
– Ярай, яҙған булһа, табылыр әле, – тине әллә ни иҫе китмәй генә.
...Быйыл картуф ифрат уңды: кешеләр һатып та кинәнде, яҙғылыҡҡа ла һалды. Бына Хәниф бабай ҙа мөгәрәпкә тултырған картуфтың өҫтөн ябып ҡуйырға тип ҡабалана. Көҙгө көнгә ышаныс юҡ, йә төндә ямғыр яуып ебәрер. Ул йәһәтләп ташып ҡуйған һаламын мул ғына итеп мөгәрәп эсенә этәрҙе...”Шөкөр, сәсергә лә, ашарға ла етәр, һаулыҡ ҡына булһын”, – тип үҙ алдына һөйләнде ул.
Көҙ үтеп, һалҡын ҡыш та етте. Ауылда күңелле осор – һуғым байрамдары башланды. Күрше-күлән аш-һыуынан ҡалдырмай ҡарттарҙы. Бөгөн дә табындың түрендә Хәниф бабай менән Фәниә әбей. Шулай булмай ни: береһе ойотоп бейеһә, икенсеһе йырлап кинәндерә. Табын йәме улар! Тик бына теге ҡайтмай ҡалған һарыҡ ҡына иҫтәренә төшөп күңелдәрҙе ҡырып ала шул – һуғымға тип инселәгәйнеләр бит!
...Ҡар һыуҙары ағып, йәмле яҙҙар ҙа етте. Ауыл халҡы дәррәү эшкә тотондо: баҡсала ер ҡаҙһынмы, сүп-сар таҙартһынмы, йәшелсә, емеш-еләк ултыртһынмы... Баҫыуҙарҙағы тракторҙар тауышы, яңы көтөүгә сыҡҡан мал-тыуар баҡырыуы ауылға йәм өҫтәгәндәй тойолдо.
Хәниф бабай ҙа ҡарсығы менән көҙҙән япҡан мөгәрәпте асып, сәсергә картуф сығарырға булдылар. Фәниә әбей еңел кәүҙәһе менән етеҙ генә баҫҡыс буйлап мөгәрәп эсенә төштө. Күп тә үтмәй, ҡобараһы осоп килеп тә сыҡты:
– Бабай, бабай, картуфты урлағандар, унда бер нәмә лә юҡ, – тип оран һалды.
Хәниф бабай күп уйлап тормай мөгәрәп эсенә сумды. Шырпы һыҙып ҡараһа, ни күҙе менән күрһен – мөгәрәп мөйөшөндә көҙҙән юғалған йөндәре ялбырап үҫкән, ҡыш буйы картуф ашап, һалам көйшәп һимергән һарыҡ тора!
Шул арала ир-ат йыйылып, арҡан табып, малҡайҙы мөгәрәп эсенән тартып алдылар. Кемдер алдына күнәк менән һыу килтереп ҡуйҙы. Һыуға ла, йыйылған кешеләргә лә битараф һарыҡ баҫып тора бирҙе. Баҡһаң, ҡыш буйы ҡараңғыла тороп һуҡырайған икән, мәхлүк.
Кисен һимеҙ һарыҡ итен тәмләргә тип күрше-күлән йыйылды...