Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бынан шәфҡәтлелек бөркөлә
Бынан шәфҡәтлелек бөркөлә “Иң тәүҙә Һүҙ булған” тигән бөйөк һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тәрәнерәк аңлайбыҙ. Һүҙ кешене ҡанатландыра, сафландыра, рухын күтәрә. Ул кешене кәмһетә ала, үҙенең тәьҫире менән ҡол итә”, – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Әҙәбиәт нимәгә һәләтле?” исемле мәҡәләһендә.
Һүҙҙе ишетергә мөмкин, уҡырға була, ләкин беҙҙең арала һаңғырау йәки тома һуҡырҙар ҙа йәшәй. Улар ҙа матурлыҡҡа ынтыла, тормош арба­һының тиҙлегенә ҡулайлашып йәшәргә тырыша, һәр ваҡиғаға үҙенең ҡарашын белдерергә хыяллана. Бына күреү һәләтенән мәхрүмдәр өсөн телдән әйтелгән һүҙ ифрат ҙур әһәмиәткә эйә.



Бер саҡ миңә һуҡырҙар китап­хана­һына килгән һап-һау балалар менән осрашырға тура килде. Тамаша залына ингәс, уларҙың күҙҙәрен бәйләнеләр ҙә “Маша һәм Айыу” йәнһүрәтен күрһәт­теләр. Ул тамамланып, күҙҙәрҙе сискәс, уҡытыусы апай­ҙары: ”Йә, балалар, ни­сегерәк булды томаланған күҙ менән әкиәт ҡарау?” — тип һораны. Кескәйҙәр ихлас яуап бирҙе:
– Экрандағы төҫтәрҙе күрмәнек.
– Машаның ниндәй сәскәләр ара­һында йөрөгәнен белмәнек.
– Айыуҙың Машаға ҡарағанда күп­мегә ҙурыраҡ булыуын һиҙмәнек...
– Балалар, хәҙер аңланығыҙмы инде һуҡырҙар нимәнән мәхрүм булғанын?
– Улар ҡояш яҡтыһын, күктең ни тиклем зәңгәрлеген, бейеклеген, бо­лот­тарҙың ағышын, дуҫының күҙҙә­ренең төҫө ниндәйлеген шәйләмәй, – тип яуап бирҙеләр.
Бына шундайҙар өсөн 1935 йылда Өфө ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәте тарафынан булдырылған да инде мах­сус­лаштырылған китапхана. 1938 йыл­да Брайль системаһы буйынса бәләкәй генә фонды булған мәҙәни үҙәк 18-се китапханаға әйләндерелә. 1949 йыл­дың 28 апрелендә уның нигеҙендә Башҡортостандың һу­ҡыр­ҙар өсөн махсус китапханаһы ойошторола.
Бына шундай оҙайлы юл үткән ойош­маға быйыл 80 йыл тула. Ошо арауыҡта китапхана мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн байтаҡ эш атҡарған, бик күп саралар үткәргән, фондын байытҡан, заманса зауыҡлы итеп йыһазландырылған. Брайль сис­те­маһы буйынса китаптар, һөйләүсе китап­тар, ҡулдан эшләнгән уйын­сыҡ-ки­таптар, криптоһаҡлауыслы флеш-кар­таға яҙылған аудиокитаптар, так­тиль китаптар, заманса техник саралар ярҙамында бөтөнләй күреү мөм­кинлеге булмаған уҡыусыларға компью­тер­ҙа үҙаллы эшләй алыу, Интернет ҡулла­ныу – быларҙың бары­һын да ошо китапханала тормошҡа ашы­рыр­ға ярҙам итәләр.
Бынан шәфҡәтлелек бөркөләКүреү мөмкинлеге сикләнгән йәки бөтөнләй күрмәгән уҡыусыларҙы хеҙ­мәт­ләндереүгә телекоммуникация бәй­ләнеш саралары ярҙам итә. Skype программаһы буйынса хеҙмәтлән­де­реүҙән тыш телекүперҙәр, интеллектуаль уйындар, телеконференциялар, семи­нарҙар үткәреү ҡаралған, уларҙа өйҙән генә тороп ҡатнаша алалар.
Китапханаға кем генә килһә лә, директор урынбаҫары Вера Пантелеева, баш библиограф Галина Евдищенко, баш методист Альбина Бабен­ко, Анна Степанова, китап­хана­ның йәмәғәтсе­лек менән бәйләнеш буйынса директор урынбаҫары Олег Кушнерук һәм баш­ҡалар ихлас ҡаршы ала, кәрәкле ярҙам күрһәтә. Бигерәк тә һуҡыр балаларға ҡарата битараф түгелдәр. Был китапхананан шәфҡәтлелек бөркөлә.
Китапхана директоры Айгөл Әми­не­ва етәкселегендә хеҙмәткәрҙәр та­ра­фы­нан уҙғарылған саралар һанап бөткөһөҙ.
Күптән түгел “Икһеҙ-сикһеҙ китап” исемле конкурстың һөҙөмтәләре бу­йын­са байрам ойошторолдо. Уны Мә­ҙәниәт йылын йомғаҡлау һәм Әҙә­биәт йылына аяҡ баҫыу тантанаһы тип тә әйтеп була. Был конкурс бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, ижадҡа дәртлән­дерҙе, илһамландырҙы тиһәм, һис тә яңылышмам.
“Шиғри микрофон” номинация­һын­да Учалы районынан Ләйсән Фәх­рисла­мова — беренсе, Нефтекама ҡала­һынан Елена Кортокова — икенсе, Күгәрсен районынан Регина Низаметдинова өсөнсө урынды яуланы. “Китап уҡыу һәр саҡ модала!” номинация­һында Туймазынан Арина Саттарова — беренсе, Ейәнсуранан Павел Салеев — икенсе, Асҡындан Регина Миңлебаева өсөнсө урынға сыҡты.
“Донъяға — китап аша” номи­на­ция­һын­да үҙеңдең иң яратҡан яҙыу­сың­дың әҫәре буйынса ҡулдан эш­ләнгән тактиль китап күрһәтергә кәрәк ине. Өфө ҡалаһынан Ишаафи Башир — беренсе (уға ни бары дүрт йәш!), Октябрьский ҡалаһынан Лина Салаева — икенсе, Благовещен районынан Светлана Орлова өсөнсө урынды яуланы.
“Кадрҙа – китап” номинацияһында үҙеңә иң оҡшаған әсбап хаҡында видеороликты күрһәтергә, электрон презентация үткәрергә кәрәк ине. Уча­лынан Азат Ғибәҙуллин — берен­се, Бөрө ҡалаһынан Данил Алешков – икенсе, Шаран районынан Илшат Ихсанов өсөнсө урынға сыҡты.
Бәйгелә республикабыҙҙың 24 ра­йонынан 50-нән ашыу күреү һәләте сикләнгән, шулай уҡ тома һуҡыр бала ҡатнашты.
— Ошондай конкурстар ярҙа­мын­да китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуығыҙ бик ҙур баһаға лайыҡ. Замана балалары­ның электрон гаджеттар менән генә ҡыҙыҡһыныуы, йәнле китаптан алыҫла­шы­уы хәүефләндерә, ә бит ул — ата-бабабыҙҙан килгән аманат, белем сығанағы, – тине Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең сығышында.
Тантаналы сара барышында Па­вел Салеевтың республикабыҙҙа уҙғарыл­ған “Алтын ҡәләм” конкурсында ла ҡатнашып, еңеүсе булыуы асыҡланды.
Шуны ла әйтергә кәрәк: бер генә бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Тантаналы кисәне Өфө сәнғәт училищеһы студенттары матур итеп музыкаль яҡтан биҙә­не, тамашасыларҙы дәрт­ләндереп уйнаны, йырланы.
Мәҡәләмде “Һүҙ кешене ҡанатлан­дыра, сафландыра, рухын күтәрә” тип башлағайным. Ошо сарала ҡатнаш­ан һәр бала йылы һүҙҙән ҡанатланып, үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойоп, әллә ниндәй тауҙар аҡтарырлыҡ көс-дәрт менән ҡайтырға сыҡты. Әҙәбиәт йылы ҡояштың яҡты нурҙарын күреү­ҙән мәхрүм кес­кәйҙәр­гә яңынан-яңы ижади офоҡтарын асһын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр­лыҡ илһам бирһен, бәлки, улар араһында Салауат Низаметдиновтар, Батыр Вәлидтәр, Кәүсәриә Шафиҡовалар үҫеп киләлер.


Автор: Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә