“Иң тәүҙә Һүҙ булған” тигән бөйөк һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тәрәнерәк аңлайбыҙ. Һүҙ кешене ҡанатландыра, сафландыра, рухын күтәрә. Ул кешене кәмһетә ала, үҙенең тәьҫире менән ҡол итә”, – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Әҙәбиәт нимәгә һәләтле?” исемле мәҡәләһендә.
Һүҙҙе ишетергә мөмкин, уҡырға була, ләкин беҙҙең арала һаңғырау йәки тома һуҡырҙар ҙа йәшәй. Улар ҙа матурлыҡҡа ынтыла, тормош арбаһының тиҙлегенә ҡулайлашып йәшәргә тырыша, һәр ваҡиғаға үҙенең ҡарашын белдерергә хыяллана. Бына күреү һәләтенән мәхрүмдәр өсөн телдән әйтелгән һүҙ ифрат ҙур әһәмиәткә эйә.Бер саҡ миңә һуҡырҙар китапханаһына килгән һап-һау балалар менән осрашырға тура килде. Тамаша залына ингәс, уларҙың күҙҙәрен бәйләнеләр ҙә “Маша һәм Айыу” йәнһүрәтен күрһәттеләр. Ул тамамланып, күҙҙәрҙе сискәс, уҡытыусы апайҙары: ”Йә, балалар, нисегерәк булды томаланған күҙ менән әкиәт ҡарау?” — тип һораны. Кескәйҙәр ихлас яуап бирҙе:
– Экрандағы төҫтәрҙе күрмәнек.
– Машаның ниндәй сәскәләр араһында йөрөгәнен белмәнек.
– Айыуҙың Машаға ҡарағанда күпмегә ҙурыраҡ булыуын һиҙмәнек...
– Балалар, хәҙер аңланығыҙмы инде һуҡырҙар нимәнән мәхрүм булғанын?
– Улар ҡояш яҡтыһын, күктең ни тиклем зәңгәрлеген, бейеклеген, болоттарҙың ағышын, дуҫының күҙҙәренең төҫө ниндәйлеген шәйләмәй, – тип яуап бирҙеләр.
Бына шундайҙар өсөн 1935 йылда Өфө ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәте тарафынан булдырылған да инде махсуслаштырылған китапхана. 1938 йылда Брайль системаһы буйынса бәләкәй генә фонды булған мәҙәни үҙәк 18-се китапханаға әйләндерелә. 1949 йылдың 28 апрелендә уның нигеҙендә Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы ойошторола.
Бына шундай оҙайлы юл үткән ойошмаға быйыл 80 йыл тула. Ошо арауыҡта китапхана мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн байтаҡ эш атҡарған, бик күп саралар үткәргән, фондын байытҡан, заманса зауыҡлы итеп йыһазландырылған. Брайль системаһы буйынса китаптар, һөйләүсе китаптар, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡ-китаптар, криптоһаҡлауыслы флеш-картаға яҙылған аудиокитаптар, тактиль китаптар, заманса техник саралар ярҙамында бөтөнләй күреү мөмкинлеге булмаған уҡыусыларға компьютерҙа үҙаллы эшләй алыу, Интернет ҡулланыу – быларҙың барыһын да ошо китапханала тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр.
Күреү мөмкинлеге сикләнгән йәки бөтөнләй күрмәгән уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереүгә телекоммуникация бәйләнеш саралары ярҙам итә. Skype программаһы буйынса хеҙмәтләндереүҙән тыш телекүперҙәр, интеллектуаль уйындар, телеконференциялар, семинарҙар үткәреү ҡаралған, уларҙа өйҙән генә тороп ҡатнаша алалар.
Китапханаға кем генә килһә лә, директор урынбаҫары Вера Пантелеева, баш библиограф Галина Евдищенко, баш методист Альбина Бабенко, Анна Степанова, китапхананың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директор урынбаҫары Олег Кушнерук һәм башҡалар ихлас ҡаршы ала, кәрәкле ярҙам күрһәтә. Бигерәк тә һуҡыр балаларға ҡарата битараф түгелдәр. Был китапхананан шәфҡәтлелек бөркөлә.
Китапхана директоры Айгөл Әминева етәкселегендә хеҙмәткәрҙәр тарафынан уҙғарылған саралар һанап бөткөһөҙ.
Күптән түгел “Икһеҙ-сикһеҙ китап” исемле конкурстың һөҙөмтәләре буйынса байрам ойошторолдо. Уны Мәҙәниәт йылын йомғаҡлау һәм Әҙәбиәт йылына аяҡ баҫыу тантанаһы тип тә әйтеп була. Был конкурс бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, ижадҡа дәртләндерҙе, илһамландырҙы тиһәм, һис тә яңылышмам.
“Шиғри микрофон” номинацияһында Учалы районынан Ләйсән Фәхрисламова — беренсе, Нефтекама ҡалаһынан Елена Кортокова — икенсе, Күгәрсен районынан Регина Низаметдинова өсөнсө урынды яуланы. “Китап уҡыу һәр саҡ модала!” номинацияһында Туймазынан Арина Саттарова — беренсе, Ейәнсуранан Павел Салеев — икенсе, Асҡындан Регина Миңлебаева өсөнсө урынға сыҡты.
“Донъяға — китап аша” номинацияһында үҙеңдең иң яратҡан яҙыусыңдың әҫәре буйынса ҡулдан эшләнгән тактиль китап күрһәтергә кәрәк ине. Өфө ҡалаһынан Ишаафи Башир — беренсе (уға ни бары дүрт йәш!), Октябрьский ҡалаһынан Лина Салаева — икенсе, Благовещен районынан Светлана Орлова өсөнсө урынды яуланы.
“Кадрҙа – китап” номинацияһында үҙеңә иң оҡшаған әсбап хаҡында видеороликты күрһәтергә, электрон презентация үткәрергә кәрәк ине. Учалынан Азат Ғибәҙуллин — беренсе, Бөрө ҡалаһынан Данил Алешков – икенсе, Шаран районынан Илшат Ихсанов өсөнсө урынға сыҡты.
Бәйгелә республикабыҙҙың 24 районынан 50-нән ашыу күреү һәләте сикләнгән, шулай уҡ тома һуҡыр бала ҡатнашты.
— Ошондай конкурстар ярҙамында китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуығыҙ бик ҙур баһаға лайыҡ. Замана балаларының электрон гаджеттар менән генә ҡыҙыҡһыныуы, йәнле китаптан алыҫлашыуы хәүефләндерә, ә бит ул — ата-бабабыҙҙан килгән аманат, белем сығанағы, – тине Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең сығышында.
Тантаналы сара барышында Павел Салеевтың республикабыҙҙа уҙғарылған “Алтын ҡәләм” конкурсында ла ҡатнашып, еңеүсе булыуы асыҡланды.
Шуны ла әйтергә кәрәк: бер генә бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Тантаналы кисәне Өфө сәнғәт училищеһы студенттары матур итеп музыкаль яҡтан биҙәне, тамашасыларҙы дәртләндереп уйнаны, йырланы.
Мәҡәләмде “Һүҙ кешене ҡанатландыра, сафландыра, рухын күтәрә” тип башлағайным. Ошо сарала ҡатнашан һәр бала йылы һүҙҙән ҡанатланып, үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойоп, әллә ниндәй тауҙар аҡтарырлыҡ көс-дәрт менән ҡайтырға сыҡты. Әҙәбиәт йылы ҡояштың яҡты нурҙарын күреүҙән мәхрүм кескәйҙәргә яңынан-яңы ижади офоҡтарын асһын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ илһам бирһен, бәлки, улар араһында Салауат Низаметдиновтар, Батыр Вәлидтәр, Кәүсәриә Шафиҡовалар үҫеп киләлер.