Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Толомдар ҙа ҡотҡара алманы...
Толомдар ҙа  ҡотҡара алманы... Ун ике йәшлек Мәрйәмде һәм уның иптәштәрен уҡытыусылары көн дә тиерлек дәрестәрҙән һуң баҫыуға башаҡ йыйырға алып сыға. Көндәлек норма — бер шырпы ҡабы. “Бер бөртөк бойҙай пуля кеүек дошманды атып йыға”, — ти мөғәллимдәре. Атаһы Динислам, бер туған ағаһы Мос­тафа ла һуғышта бит, Мәрйәм дә, немецтарҙы тиҙерәк дөмөктөрөргә тырышып, бойҙайҙы бөртөкләп сүпләне. Ниһайәт, ҡаптары тулды. Бергәләп һауытҡа бушатҡайнылар, бер кирбес дәүмәлендәй булды.


Баҫыуҙы ҡалын ҡар ҡаплағансы, көн һайын әсәләре ураҡ менән урған ерҙә соҡондолар. Әсәһе Мөбинә апаһы менән Белорет районының Ҡағы урманына кү­рингә китеп, иртә яҙ менән Ағиҙел ташҡас ҡына әйләнеп ҡайталар. Был юлы Ҡырҙас ауыл Советында тиңдәштәре менән Мәр­йәмде лә ағас эшенә яҙҙылар. Барлы-юҡлы кейемдәрен алып арбаға тейәнеләр ҙә оҙон юлға сыҡтылар. Барактарҙа Сәкинә менән Мәрйәмгә урын булманы. Уларҙы ҡарт урыҫ бабайы менән әбейгә өйҙәш итеп урын­лаш­тырҙылар. Күккә олғашҡан бейек ағастарҙы олораҡ ҡатындар ҡул бысҡыһы менән бы­сып йыға, ботай. Ботаҡтарҙы тартып сы­ға­рып ситкә ташып яғалар. Ай үткәс, эш­се­ләрҙе икенселәр алмаштыра. Урыҫ әбе­йе Мәрйәм менән Сәкинәгә берәр биҙ­рәләй эре картуф биреп оҙатты.
Өйҙә ҡырҙыҡтан башҡа ашарға бер ни юҡ. Әсәһе уны тирмәндә тарттырып, алабутаға бутап, көлсә итеп бешерә. Биш йәшлек Мозафар ҡустыһы, Мәрүәс һеңлеһе бер туҡ­тауһыҙ икмәк таптырып илай, ана теге тау битендә йыуа сыҡҡан, алып кил, тип ҡаң­ғырта. Маһира менән Мөбинә апайҙары был юлы Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһына торф сығарыу эшенә китте.
Аслыҡ күҙ алдын ҡараңғылата, башты әйләндерә. Был юлы әсәһе Мәрйәмдең оҙон сәсен ныҡ тартып үреп, ололарҙыҡы кеүек урап-урап ҡуйҙы һәм башаҡтарҙы сәс ара­һына йәшерергә ҡушты. Улар таң һары­һында башаҡ сүпләргә юлланды. Бригадир Сибәғәт бабайҙың күҙенә юлыҡмаһаҡ ҡына ярар ине, тип ябыҡ кәүҙәләре дер-дер ҡал­ты­ранды. Инде ауыл осондағы Ҡаран йыл­ға­һына килеп еттек тигәндә генә ат быш­­ҡыр­ға­ны ишетелде. Уларҙың ҡаршы­һында брига­дирҙың сыбыртҡыһы пәй­ҙә булды. Ул һәр береһен тикшереп, бойҙайҙарын ергә түк­терҙе. Ҡыҙҙың сәс толомон һәрмәп, игендең бер бөртөгөн дә ҡалдырмай, ергә һалырға ҡушты. Оҙон толомон тағатып, Мәрйәмдең бойҙай бөртөктәрен илай-илай сүпләгәнен иптәштәре оҙаҡ көттө.
Дүрт йыл буйына буласаҡ тормош иптәше Әхмәтшәриф һәм үҙҙәре кеүек ун ике-ун өс йәшлек үҫмерҙәр ат кәсилкәһендә көнө-төнө фер­ма малдарын ҡышлатыу өсөн бесәнен дә са­бып әҙерлә­не, ығыш үгеҙҙәр менән ерен дә һөрҙө, эре бил­сәндәрҙе ялан­ғас ҡулдары ме­нән йолҡто, уңышты ураҡ менән урҙы, ҡамылдарҙы Һаҡмар йылға­һы буйына та­шып, кәбән итеп өй­ҙө. Игенен дә һуҡ­тылар, мәк­тәп­кә утын әҙер­ләргә лә өл­гөр­ҙө­ләр. Уның араһында аға­һының, атаһының “ҡара ҡағыҙ”ҙарын алып, әсәһенә ҡушы­лып үкһеп илауҙар...
Ауыл етем­дәр­гә тул­ды. Уларға көн­дә­лек ҡыр эше өсөн арлы-бир­ле ойотҡан иша­раты эләкһә, се­регән карту­фы, һа­ры­на, әт­лек, тире, ағас баштарынан сүпләп алған ҡош йоморт­ҡалары, хатта турғай ите лә ярап ҡалды. Тик күк күгәрсендәрҙең йомортҡаһына тейеү оло гонаһ һаналды. Мәрйәмдең күп тиҫ­терҙәре ҡышты сыға алмай, “теге” донъя­ға китте. Аслыҡ, ас­лыҡ... Етемдәр төш­тәрендә бер һы­ныҡ икмәк күреп һа­ташып уянды, бал­сыҡтан әпәкәй әүәләп уйнаны. Һәр ихаталағы яңғыҙ һы­йырҙан бер быҙау, иретелгән ете кило һары май, күпмелер мал тиреһе, йөн тапшырырға, уныһына ҡушып, һалымын да түләргә кәрәк.
Һәр михнәттең дә ахыры була тигәндәй, ниһайәт, етем-ябағаның тилмереп көткән Еңеү көнө етте. Мәрйәмдәрҙең өйөнә берәү ҙә әйләнеп ҡайтманы. Ауылға егерме ете фронтовик ҡайтты, әммә тиҙ арала тормош йәнләнмәне, икмәккә һаман да ҡытлыҡ булды.
Мәрйәм Ҡырҙас мәктәбенә уҡырға төш­тө. Эшсе ҡулдар әле булһа етешмәй, бала­ларҙы баҫыуға эшкә сығаралар. Көн дә бер уҡыусы өйрә бешереп алып килергә тейеш. Әсәһе Ғәйшә апай, мейес сығарыпмы, тун тегепме йыйған бойҙайын килелә төйә, ҡул тирмәнендә тарта һәм онға әүәләп, ҡай­наған һыуға болғап, өйрә бешерә. Етмеш йәшлек Мәрйәм апай әле лә был аштың тәмен онотмай.
Һәр Еңеү көнө таңын иң матур кейем­дәрен кейеп, ҡыуанып ҡаршылар булды Мәрйәм апай. Фашизмды еңеүҙә тыл һал­датының да өлөшө бар. Ире Әхмәтшәриф Йәғәфәров, әсәһе Ғәйшә, бер туған апаһы Мөбинә Абдуллина апайҙың исемдәре “Тыл геройҙары” китабында мәңгеләштерелде. Мөбинә апайҙың фотоһүрәтен Сибай ҡала­һының тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡуйҙылар. Мозафар ҡустыһы юғары уҡыу йортонда агроном һөнәрен үҙләштереп, Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡа­ҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалын алды. Уларҙың алсаҡ йөҙҙәре, һәр саҡ ты­ныс көнгә ҡыуанып ғүмер итеүҙәре, түш­тәрендә сыңлаған миҙалдар иҫтә әле. Һәр береһе һағындыра, юҡһындыра...


Автор: Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА-БӘШӘРОВА. Район: Әбйәлил районы, Теләш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә