Ун ике йәшлек Мәрйәмде һәм уның иптәштәрен уҡытыусылары көн дә тиерлек дәрестәрҙән һуң баҫыуға башаҡ йыйырға алып сыға. Көндәлек норма — бер шырпы ҡабы. “Бер бөртөк бойҙай пуля кеүек дошманды атып йыға”, — ти мөғәллимдәре. Атаһы Динислам, бер туған ағаһы Мостафа ла һуғышта бит, Мәрйәм дә, немецтарҙы тиҙерәк дөмөктөрөргә тырышып, бойҙайҙы бөртөкләп сүпләне. Ниһайәт, ҡаптары тулды. Бергәләп һауытҡа бушатҡайнылар, бер кирбес дәүмәлендәй булды. Баҫыуҙы ҡалын ҡар ҡаплағансы, көн һайын әсәләре ураҡ менән урған ерҙә соҡондолар. Әсәһе Мөбинә апаһы менән Белорет районының Ҡағы урманына күрингә китеп, иртә яҙ менән Ағиҙел ташҡас ҡына әйләнеп ҡайталар. Был юлы Ҡырҙас ауыл Советында тиңдәштәре менән Мәрйәмде лә ағас эшенә яҙҙылар. Барлы-юҡлы кейемдәрен алып арбаға тейәнеләр ҙә оҙон юлға сыҡтылар. Барактарҙа Сәкинә менән Мәрйәмгә урын булманы. Уларҙы ҡарт урыҫ бабайы менән әбейгә өйҙәш итеп урынлаштырҙылар. Күккә олғашҡан бейек ағастарҙы олораҡ ҡатындар ҡул бысҡыһы менән бысып йыға, ботай. Ботаҡтарҙы тартып сығарып ситкә ташып яғалар. Ай үткәс, эшселәрҙе икенселәр алмаштыра. Урыҫ әбейе Мәрйәм менән Сәкинәгә берәр биҙрәләй эре картуф биреп оҙатты.
Өйҙә ҡырҙыҡтан башҡа ашарға бер ни юҡ. Әсәһе уны тирмәндә тарттырып, алабутаға бутап, көлсә итеп бешерә. Биш йәшлек Мозафар ҡустыһы, Мәрүәс һеңлеһе бер туҡтауһыҙ икмәк таптырып илай, ана теге тау битендә йыуа сыҡҡан, алып кил, тип ҡаңғырта. Маһира менән Мөбинә апайҙары был юлы Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһына торф сығарыу эшенә китте.
Аслыҡ күҙ алдын ҡараңғылата, башты әйләндерә. Был юлы әсәһе Мәрйәмдең оҙон сәсен ныҡ тартып үреп, ололарҙыҡы кеүек урап-урап ҡуйҙы һәм башаҡтарҙы сәс араһына йәшерергә ҡушты. Улар таң һарыһында башаҡ сүпләргә юлланды. Бригадир Сибәғәт бабайҙың күҙенә юлыҡмаһаҡ ҡына ярар ине, тип ябыҡ кәүҙәләре дер-дер ҡалтыранды. Инде ауыл осондағы Ҡаран йылғаһына килеп еттек тигәндә генә ат бышҡырғаны ишетелде. Уларҙың ҡаршыһында бригадирҙың сыбыртҡыһы пәйҙә булды. Ул һәр береһен тикшереп, бойҙайҙарын ергә түктерҙе. Ҡыҙҙың сәс толомон һәрмәп, игендең бер бөртөгөн дә ҡалдырмай, ергә һалырға ҡушты. Оҙон толомон тағатып, Мәрйәмдең бойҙай бөртөктәрен илай-илай сүпләгәнен иптәштәре оҙаҡ көттө.
Дүрт йыл буйына буласаҡ тормош иптәше Әхмәтшәриф һәм үҙҙәре кеүек ун ике-ун өс йәшлек үҫмерҙәр ат кәсилкәһендә көнө-төнө ферма малдарын ҡышлатыу өсөн бесәнен дә сабып әҙерләне, ығыш үгеҙҙәр менән ерен дә һөрҙө, эре билсәндәрҙе яланғас ҡулдары менән йолҡто, уңышты ураҡ менән урҙы, ҡамылдарҙы Һаҡмар йылғаһы буйына ташып, кәбән итеп өйҙө. Игенен дә һуҡтылар, мәктәпкә утын әҙерләргә лә өлгөрҙөләр. Уның араһында ағаһының, атаһының “ҡара ҡағыҙ”ҙарын алып, әсәһенә ҡушылып үкһеп илауҙар...
Ауыл етемдәргә тулды. Уларға көндәлек ҡыр эше өсөн арлы-бирле ойотҡан ишараты эләкһә, серегән картуфы, һарына, әтлек, тире, ағас баштарынан сүпләп алған ҡош йомортҡалары, хатта турғай ите лә ярап ҡалды. Тик күк күгәрсендәрҙең йомортҡаһына тейеү оло гонаһ һаналды. Мәрйәмдең күп тиҫтерҙәре ҡышты сыға алмай, “теге” донъяға китте. Аслыҡ, аслыҡ... Етемдәр төштәрендә бер һыныҡ икмәк күреп һаташып уянды, балсыҡтан әпәкәй әүәләп уйнаны. Һәр ихаталағы яңғыҙ һыйырҙан бер быҙау, иретелгән ете кило һары май, күпмелер мал тиреһе, йөн тапшырырға, уныһына ҡушып, һалымын да түләргә кәрәк.
Һәр михнәттең дә ахыры була тигәндәй, ниһайәт, етем-ябағаның тилмереп көткән Еңеү көнө етте. Мәрйәмдәрҙең өйөнә берәү ҙә әйләнеп ҡайтманы. Ауылға егерме ете фронтовик ҡайтты, әммә тиҙ арала тормош йәнләнмәне, икмәккә һаман да ҡытлыҡ булды.
Мәрйәм Ҡырҙас мәктәбенә уҡырға төштө. Эшсе ҡулдар әле булһа етешмәй, балаларҙы баҫыуға эшкә сығаралар. Көн дә бер уҡыусы өйрә бешереп алып килергә тейеш. Әсәһе Ғәйшә апай, мейес сығарыпмы, тун тегепме йыйған бойҙайын килелә төйә, ҡул тирмәнендә тарта һәм онға әүәләп, ҡайнаған һыуға болғап, өйрә бешерә. Етмеш йәшлек Мәрйәм апай әле лә был аштың тәмен онотмай.
Һәр Еңеү көнө таңын иң матур кейемдәрен кейеп, ҡыуанып ҡаршылар булды Мәрйәм апай. Фашизмды еңеүҙә тыл һалдатының да өлөшө бар. Ире Әхмәтшәриф Йәғәфәров, әсәһе Ғәйшә, бер туған апаһы Мөбинә Абдуллина апайҙың исемдәре “Тыл геройҙары” китабында мәңгеләштерелде. Мөбинә апайҙың фотоһүрәтен Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡуйҙылар. Мозафар ҡустыһы юғары уҡыу йортонда агроном һөнәрен үҙләштереп, Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалын алды. Уларҙың алсаҡ йөҙҙәре, һәр саҡ тыныс көнгә ҡыуанып ғүмер итеүҙәре, түштәрендә сыңлаған миҙалдар иҫтә әле. Һәр береһе һағындыра, юҡһындыра...