Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылдар уға кәртә түгел
Йылдар уға кәртә түгел Ҡәҙимге ваҡытта ла кеше өҙөлмәгән был кабинетта һуңғы көндәрҙә айырыуса йәнлелек. Оло йәштәгеләр менән бер рәттән, бында төрлө предприятие һәм ойошма етәкселәрен күрергә мөмкин. Улар ихлас күңелдән кабинет хужаһын оло юбилейы – 75 йәше — менән тәбрикләргә ашыға. Ветерандарҙың республика советы рәйесе лә, йәмәғәт ойошмаһының урындарҙағы етәкселәре лә, ҡала хакимиәте вәкилдәре лә уны ҙурланы. Бындай иғтибар һәм хөрмәткә лайыҡ кеше кем ул тиһегеҙме? Нефтекама ҡалаһының ветерандар советы рәйесе Людмила Михайловна Байрамова ул.

“Ял итергә ваҡыт түгелме һуң?” тип әйтеүселәр ҙә булыр. “Булмышым шулай инде – эшһеҙ булдыра алмайым, — тип башҡорт һәм татар һүҙҙәрен бергә ҡушып яуапланы әңгәмәсем. – Һөнәрем буйынса урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын, хеҙмәт эшмәкәрлегем халыҡ менән аралашыуға бәйле булды, шуға ла яңғыҙлыҡтың ни икәнен дә белмәйем, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы ла күҙ алдына килтерә алмайым”.
Хеҙмәт ветерандарының йәмәғәт ойошмаһын 2002 йылдан етәкләп, матур традицияларҙы байытып, ошо ваҡыт арауығында ойошма эшмәкәрлеген яңы юғарылыҡҡа күтәрҙе. Күп тапҡыр күҙәткәнем булды: рәйес һәр кемде алсаҡ йөҙ һәм йылы һүҙ менән ҡаршылай, йомош-үтенестәрен иғтибарлы тыңлай. Ҡулдан килгәнен шунда уҡ хәл итергә тотона, ниндәйҙер өҫтәмә эш талап иткәнен ентекләп яҙып алып, хәл итеү юлдарын билдәләй. Хеҙмәт ветерандарынан тыш, Афғанстандағы һәм Чечен Республикаһындағы һуғышта ҡатнашҡандар өсөн дә был йортҡа илткән һуҡмаҡ яҡшы таныш. Шулай ҙа Байрамова тик кабинетында ғына халыҡты көтөп ултыра икән тип уйлау дөрөҫлөккә тап килмәҫ. Төрлө ойошмаларҙа, уҡыу йорттарында, балалар баҡсаларында, оло йәштәгеләрҙең өйҙәрендә лә даими була ул. Төп иғтибар, әлбиттә, йылдан-йыл сафтары һирәгәйә барған яугирҙәргә һәм тыл һалдат­тарына. Ололарҙы социаль яҡлау буйынса Нефтекама ветерандар советының эш тәжрибәһе бөтөн республикаға өлгө итеп тәҡдим ителеүе, уны өйрәнергә күрше Свердловск өлкәһенән делегация килеүе лә күпте һөйләй түгелме?!
Нефтекамала йәшәгән ярты быуатҡа яҡын дәүерҙә Людмила Байрамова яҡташтары өсөн хөрмәтле һәм билдәле шәхескә әйләнгән. Ул — ҡаланың почетлы гражданы, фотоһы Хеҙмәт даны аллеяһына ҡуйылған. Людмила Михайловнаның Пионерҙар йорто директоры, партия ҡала комитетының идеология эштәре буйынса секретары, профессиональ һөнәр биреү училищеһында директор урынбаҫары булып бик тә уңышлы эшләгәнен нефтекамаларҙың бер нисә быуыны тиҫтә йылдар аша ла оло ихтирам менән телгә ала.
Ысынлап та, таланттарға бай һәм матур тәбиғәтле Тәтешле ерендә тыуып үҫеп, бар эште еренә еткереп үтәргә бала саҡтан күнеккән Людмила Байрамова һәр яуаплы вазифаһын күңел биреп башҡара, башҡаларҙы ла мауыҡтырып, ҡуйылған маҡсаттарға әйҙәй. Мәҫәлән, Пионерҙар йортонда эшләгәндә уның тәрбиәлә­неүселәре йәш туристарҙың Бөтә Союз слетында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Өлгәшелгән уңыштар өсөн етәксе ВЛКСМ үҙәк комитетының юғары һәм хөрмәтле бүләгенә — “Пионерҙар менән актив эшләгән өсөн” тигән маҡтау билдәһенә — лайыҡ була.
Ошондай тырыш һәм әүҙемдәрҙе бик тиҙ күрәләр ине ул замандарҙа. Людмила Байрамоваға ла оло ышаныс күрһәтелә: 1975 йылда КПСС-тың Нефтекама ҡала комитеты секретары итеп һайлана. Идеология эштәрен төп ойоштороусы булараҡ, ул хеҙмәт коллективтарында һәм халыҡ йәшәгән урындарҙа төрлө тәрбиә сараларын үткәрә. Бөгөн дә уңышлы эшләүен дауам иткән балалар һәм үҫмерҙәр клубтары уның башланғысы менән асылған. Ҡала партия комитеты секретары төрлө социаль объекттар төҙөлөшөн дә даими контролдә тота. Ҡыҫҡаһы, бер ҙә еңел булмаған был эштә тиҫтә йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Ошо эш дәүеренең иҫтәлеген — “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалын — Людмила Байрамова ҡәҙерләп һаҡлай.
Ире Тимерйән Фәйрүз улы менән улдары Сергей һәм ҡыҙҙары Татьянаны тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тор­мошҡа аяҡ баҫтыра. Бөгөн өләсәй ике ейәне һәм өс ейәнсәренә, бүлә һәм бүләсәренә һөйөнөп бөтә алмай.
Артабан тәжрибәле етәксе 139-сы һөнәрселек училищеһында ун йыл дауамында директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһында Нефтекама автозаводы өсөн белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша. 1996 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай тынғыһыҙ ханым. Ул ҡала ветерандар ойошмаһы эштәренә ныҡлап егелә: бер нисә йыл рәйес урын­баҫары булып эшләгәндән һуң, етәкселекте үҙ ҡулына ала. Был осорҙа ойошма республикала алдынғы һәм иң әүҙемдәр рәтенә сыҡты. Күп яҡшы эштәрҙе башлап йөрөгән Людмила Байрамова республика ветерандар советы ағзаһы итеп һайланды.
Оло йәштәгеләрҙең хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, мох­таждарға ярҙам ойоштороу, төрлө иҫтәлекле да­таларға арналған бай йөкмәткеле саралар үткәреү — барыһы ла совет рәйесе иңендә. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лә күп көс һала ветерандар. Уҡыу йорттарындағы осрашыуҙар, хаҡлы ялдағы хәрбиҙәр ҡатнашлығында “Батырлыҡ дәрестәре” һәм башҡа саралар үҫмерҙәрҙе битараф ҡалдырмай. Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар, Еңеү һәм Хәтер көндәренең тантаналы һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтеүендә, һис шикһеҙ, Людмила Михайловнаның шәхси өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тынғыһыҙ етәксе Нефтекамала йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә арналған өс китап нәшер иткән. Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау буйынса төрлө эштәрҙә әүҙемлек күрһәтә.
Совет йылдарында КПСС-тың төп гәзитенән “Активист газеты “Правда” билдәһен алған Людмила Михайловна бөгөн дә матбуғат менән бәйләнешен өҙмәй. Уның ярҙамы менән йыл да ҡала ветерандарына төрлө баҫмаға, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитенә лә яҙҙырыу ойошторола.


Автор: А. ҮҘӘНБАЕВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә